Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фән көсөнә инанып
Фән көсөнә инаныпТормоштоң әсе-сөсөһөн татып, төрлө һынауҙар алдында һығылмай, ғәййәр эштәр башҡарып, ил, халыҡ алдында абруй ҡаҙанған кешеләргә мин һәр ваҡыт һоҡланам да, көнләшәм дә. Шуға ла ундай кешеләр менән осрашыу форсаты тейә ҡалһа, әңгәмәсемдең үҙемә, башҡаларға ғибрәт булырлыҡ һыҙаттарын ҡағыҙға төшөрөргә ашығам.
Бөгөн шундай әңгәмәсем — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының почетлы профессоры Вилким Сабир улы Мәҡсүтов. Ил ағаһы ошо көндәрҙә һикһән йәшлек юбилейын билдәләй. Ғалим уны утыҙлап китап, йөҙләгән фәнни мәҡәләләр авторы булып ҡаршылай. Сирек быуаттан ашыу фән өлкәһендә тынғы белмәй тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе улар. Был ғилми хеҙмәттәр, башлыса агросәнәғәт проблемаларына бағышланып, республиканың, айырым райондарҙың, хужалыҡтарҙың иҡтисади тотороҡлолоғона, үҫешенә ваҡытында ярайһы уҡ тос өлөш индергән. Уларҙың һуңғы йылдарҙа ижад ителгәндәре баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлаштырылып, заман талаптарына ауаздаш булыуы менән әһәмиәтле. Быларҙан тыш, ғалим транспорт, сауҙа, элемтә, торлаҡ-коммуналь, аудит хеҙмәттәре күрһәтеү һәм башҡа иҡтисади мәсьәләләргә арналған бихисап хеҙмәттәр, дәреслектәр яҙған. Әммә бөгөн беҙ, уларҙы рецензиялап, В. Мәҡсүтовтың ғилми эшмәкәрлегенә баһа бирергә йыйынмайбыҙ. Беҙҙең маҡсат — уны шәхес булараҡ асыу, бай тормош тәжрибәһен уҡыусылар иғтибарына еткереү. Шулай итеп, кем һуң ул — Ленин ордены кавалеры Вилким Мәҡсүтов?
Ул 1932 йылда Архангел районының Оҙондар ауылында донъяға килә. Сабыйға ике йәш тулыр-тулмаҫтан әсәһе Сабира апай донъя менән бәхилләшә. Архангел райкомы секретары Сабир Мәҡсүтов ҡыҙының йәшләй генә гүр эйәһе булыуын, сабыйҙың етем ҡалыуын бик ауыр кисерә. Ҡайғыларын баҫырға буламы, ҡыҙының төҫө итеп эргәһендә тоторға уйлапмы, Сабир Сайфуран улы Вилкимде үҙенә уллыҡҡа алырға ҡарар итә. Малайҙың атаһын, Бәҙғетдинде, быға нисек күндергәндер — билдәһеҙ. Әммә ул моратына ирешә. Ана шул ваҡыттан Бәҙғетдин улы Вилким Сабир улына әйләнә...
Сабир ҡарттың был ҡылығын, бәлки, күптәр хуп күрмәҫ, көслөнөкө — замана, райком секретары, вазифаһынан файҙаланып, Бәҙғетдинде улынан мәхрүм иткән тип баһалар. Һығымталар менән ашыҡмайыҡ. Сөнки Бәҙғетдиндең 1942 йылда яу ҡырында һәләк булып ҡалыуын иҫәпкә алғанда, Сабир ҡарттың Вилкимде уллыҡҡа алыуы иң дөрөҫ аҙым булғандыр. Шулай булмаһа, малайҙың бала саҡтан уҡ һәйбәт тәрбиә алып, киләсәктә күренекле шәхес булып китере ҡараңғы төнгә әйләнер ине. Сөнки Сабир ҡарт теремек, һөйкөмлө, зирәк аҡыллы ейәнен, үҙ улылай күреп, тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала. Әммә уның тәрбиәүи ысулдары Вилкимде түрә итеп әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Вилким ул йылдарҙағы һәр үҫмер кеүек утауға ла, башаҡ йыйырға ла йөрөй, лобогрейка менән бесәнен дә йыя, кәрәк икән, һабанға тотона. Олатаһы дәүләт эшенән бушамағанлыҡтан, бөтә йорт эштәре лә уның өҫтөндә була. Хеҙмәттән сирҡаныу түгел, йәм табып үҫә үҫмер. Ана шуға ла ауыл хужалығына ҡарата һөйөүгә нигеҙ тап ошо йылдарҙа һалыныуына бер ниндәй ҙә шик юҡ.
Ауыр һуғыш йылдарын да үҙ иңендә татый Вилким.
— Һуғыш башланғас, Ҡарағоштан (Стәрлебаш районы. Был осорҙа Вилким ошо ауылда йәшәй. — Автор.) ауылдың тотҡаһы булып торған өс йөҙ ир-ат яуға китте. Колхоздағы бөтә эш ҡатын-ҡыҙ, беҙҙең кеүек үҫмерҙәр елкәһенә төштө. Трудоденгә иген биреү юҡ. Халыҡ ас. Кесерткән, балтырған, күгәргән башаҡ, серек бәрәңге ашап көн күрҙек. 1944 йылда күгәргән башаҡ ашап, септик ангина менән сирләп йөҙҙәрсә кеше ҡырылды. Мин дә сирләнем уның менән, саҡ иҫән ҡалдым, — тип хәтерләй ҡәһәрле һуғыш йылдарын Вилким Сабир улы.
Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Вилким башта — Ҡарағош ете йыллыҡ, һуңынан Стәрлебаш урта мәктәбен тик “бишле”гә генә тамамлап, Мәскәүҙәге Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһына юллана.
— Урыҫса ныҡлап белмәгәс, унда имтихандар тапшырыу бик еңел булманы, — тип хәтерләй уҙаман. — Физика, химия фәндәренән имтихан яҙма рәүештә булғас, икеһен дә “бишле”гә бирҙем, ә ботаниканы телдән бирергә ине. Белгәнемде лә урыҫса әйтеп еткерә алмай, “өслө” алдым.
Ләкин егетте, милли республиканан килгәнлеген иҫәпкә алып, академияға ҡабул итәләр. Ә Вилкимгә иң мөһиме шул — уҡырға инеү. Ул уртаға ярылһа ярыласаҡ, әммә академияла тик “бишле”гә генә өлгәшәсәк — үҙ-үҙенә шундай һүҙ бирә егет һәм һүҙендә тора. Сәмләнеп тотона белем эстәүгә һәм беренсе курсты тик “бишле”гә генә тамамлай. Әммә, “хәйерсегә ел ҡаршы” тигәндәй, уның Мәскәүҙә белем алыуы саҡ ошоноң менән тамамланмай. Тик Вилкимдең тапҡырлығы, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмауы ғына уҡыуын дауам итергә ярҙам итә. Ҡыҫҡаһы, хәл былай була.
Беренсе курстан һуң студенттарҙы Горькийға (хәҙер Түбәнге Новгород) хәрби лагерға ебәрәләр. Йәй буйына шунда “һуғыш уйнай” улар. Ошо арҡала Вилким Стәрлебашҡа ҡайта алмай. Уҡырға барырға ла ваҡыт етә, ә егеттең өҫтөнә кейергә йүнле-рәтле кейеме юҡ, ботинкаһы ла “ашарға һорап ауыҙын асҡан”. Кеҫәлә өҫ-башты йүнәтерлек бер тин аҡса юҡ. Ул ғынамы, ашау ҙа көндән-көн ҡыҫынҡылана. Ни эшләргә? Вилким Тимирязев районы хәрби комиссариатына юллана. Берәй хәрби училищеға күсеү ниәте менән. Үҙенсә, хәрби уҡыу йортонда курсанттар ашау, кейем менән бушлай тәьмин ителгәс, ауыл малайына унда белем алыу еңелерәк булыр тип уйлап мөрәжәғәт итә ул хәрбиҙәргә. Әммә ниәте тормошҡа ашмай. Хәрби комиссариаттағылар, училищеларға ҡабул итеү тамамланған, буш урындар юҡ, тип уны кире бора. Төрлө уйҙар сыуала Вилкимдең башында. Ә иң ҡурҡынысы — уҡыуын ташлап, ауылға кире ҡайтыу. Ғәрлеге ни тора. Уны матди ҡыйынлыҡтар арҡаһында түгел, ә хәленән килмәгәнгә уҡыуын ташлаған тиерҙәр бит.
Ректоратҡа ярҙам һорап та мөрәжәғәт итмәй. Матди хәлеңде уйламай, бындай абруйлы уҡыу йортона уҡырға инергә нисек баҙнат иттең, тиеүҙәре бар. Ләкин хәл итә алмай торған мәсьәләләр булырға тейеш түгел Вилким алдында. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ти ҙә Сталиндың үҙенә хат яҙырға була егет. Уның хәлен “халыҡтар атаһы”нан да яҡшыраҡ аңлаған кеше булмаҫ кеүек тойола уға был ваҡытта. Хатта барыһын да тәфсирләп яҙа. Үҙенең үкһеҙ етем икәнлеген дә, пенсионер, элекке партия работнигы олатаһы Сабир Мәҡсүтов тәрбиәһендә булыуын да, уның ни бары егерме биш һум пенсия менән дүрт йән аҫрауын да... Хатын күңелен иң ныҡ өйкәгән фекерҙәр менән тамамлай. “Яратҡан һөнәрем буйынса белем алып, тыуған Башҡортостаныма кәрәкле белгес булып ҡайтыу, ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү ине теләгем. Күрәһең, матди ҡыйынлыҡтар арҡаһында уны тормошҡа ашырып булмаҫ”.
Хат яҙыуға ун биш көн тирәһе үткәс, Вилкимде китапханала эҙләп табалар. Егеттең ҡото оса. Моғайын, Сталинға яҙған хаттан хилафлыҡ табып, НКВД кешеһе уны алып китергә килгәндер, тигән уй йүгерә башынан. Ләкин уны эҙләп тапҡан кеше академияның профком рәйесе булып сыға. Рәйес таушалып бөткән кейемле студентҡа баштан-аяҡ күҙ йүгертеп сыға ла местком ултырышына килергә ҡуша.
Ҡушҡан урынға бара Вилким. Унда, егеттең туранан-тура Сталинға мөрәжәғәт итеүен хупламаһалар ҙа, мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтергә тигән ҡарар сығаралар...
Мең һум аҡса! Вилким был аҡсаға баштан-аяҡ кейенеп кенә ҡалмай, ул уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға ла, тамаҡ аҫрарға ла етә.
1955 йылда Мәскәү ауыл хужалығы академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Вилкимгә аспирантурала ҡалырға тәҡдим итәләр. Ҡала буламы һуң инде ауыл тип йән атҡан егет. Дипломын кеҫәгә һалыу менән Стәрлебашына юллана. Сөнки унда ике тапҡыр производство практикаһы үтеп, ауыл хужалығына шундай ылығып өлгөргәйне, хәҙер уны был тармаҡтан көс менән дә айырып булмаясаҡ.
Практика ваҡытында уҡ ул, мөкиббән бирелеп, баҫыусылыҡта фән ҡаҙаныштарын индереү буйынса тәжрибәләр үткәрҙе, үҙе яңы ысулдар тәҡдим итте. Уның эш һөҙөмтәләре менән һоҡланмаған кеше булмағандыр. Әйтәйек, баҫыусылыҡта кукурузды квадратҡа оялап ултыртыу ысулын индереп кенә лә студент-практикант был культураның уңышын 50 процентҡа күтәрә. Ана шул ваҡыттарҙа уҡ абруйы үҫә Вилкимдең. Хужалыҡ етәкселәре лә, белгестәр ҙә уның ауыҙына ғына ҡарап тора. Был практика ваҡытында уның лидерлыҡ сифаттары тағы нығыраҡ асыла, һәр эштә инициатива күрһәтеү, ауыл хужалығы производствоһы менән төплө мауығыу фиғеленә, холҡона тағы ла тәрәнерәк инеп оялап, уның шәхси сифаттарына әйләнә.
Тәрән белемле, ҡыйыу, көс-ҡеүәте ташып торған егетте уҡыуын тамамлап ҡайтыу менән Стәрлебаш МТС-ына баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Аптырарһың, егерме өс йәшлек егет нисек ошондай ҙур вазифа биләүҙән ҡурҡмаған, баш тартмаған унан? Сөнки МТС-ҡа был ваҡытта ете колхоз ҡараған була, һәм ете колхозда махсус урта белемле ни бары ике агроном.
Юҡ, вазифа биләр өсөн генә ултырмай Вилким Мәҡсүтов был урынға, ә эш күрһәтер, студент саҡтан уҡ ауыл хужалығын фән нигеҙендә үҫтереү тураһындағы хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн. Унда белем дә, таһыллыҡ та, ныҡышмаллыҡ та етерлек. Ана шуға ла ҡурҡмай тотона ул был эшкә.
Тураһын әйтергә кәрәк: хужалыҡта баҫыусылыҡ эштәре был ваҡытта бик түбән кимәлдә була. Ҡайҙа ул фәнни ҡаҙаныштарҙы тормошта файҙаланыу, ябай агротехник саралар ҙа “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тип кенә үтәлә. Ана шуға ла МТС-та бөртөклөләрҙең уңышы ете-һигеҙ центнерҙан артмай. “Юҡ, быларҙың сәбәбе кешеләрҙең ялҡаулығында, битарафлығында түгел, ә агротехник сараларҙың мөһимлеген аңлап етмәүҙән килә. Бының өсөн һәр игенсенең башланғыс кимәлдә булһа ла белеме булыуы кәрәк тигән фекергә килә йәш белгес. Һәм ең һыҙғанып, механизаторҙар, сәсеүселәр, һабансылар өсөн агротехнология нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса махсус курстар ойоштора. Лекциялар уҡырға ғалимдар саҡыра. Ана шулай итеп хужалыҡта ер эшкәртеү культураһын күтәрергә уйлай ул. Вилким белгестәргә лә тынғылыҡ бирмәй. Белемдәрен камиллаштырыу менән бер рәттән, баш агроном уларҙы баҫыусылыҡтағы эш тәжрибәләрен өйрәнер өсөн алдынғы хужалыҡтарға, райондарға алып сыға. Орлоҡсолоҡ эше лә ҡәтғи контролгә алына. Йәш белгес тарафынан ойошторолған махсус комиссия даими рәүештә хужалыҡтарҙа сәсеүгә әҙерләнгән орлоҡтарҙы тикшереп, уның сифатын күтәреү өсөн мөһим саралар күрә. Ҡыҫҡаһы, баҫыусылыҡта революцияға тиң эштәр атҡарыла. Иң мөһиме — уларҙың һөҙөмтәһе була: МТС-та уңыш күрһәткесе ике тапҡырға күтәрелә.
Киң эрудициялы етәксе, шулай итеп, фәндең ауыл хужалығындағы ролен колхозсыларға аңлатыу буйынса ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшә. Һәм үҙ тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашырға ла йыбанмай. Атҡарылған эштәрен дөйөмләштереп, төрлө тәҡдимдәр менән район, республика гәзиттәре биттәрендә фәнни мәҡәләләр менән сығыш яһай. Улар йәмәғәтселектә ярайһы уҡ резонанс тыуҙыра. Мәҡсүтовтың фәнни-ғәмәли мәҡәләләрен аграр ғалимдар ғына түгел, етәкселәр, белгестәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡый, үҙ эштәрендә файҙалана.
Вилким Сабир улының эшмәкәрлеген яҡтыртҡанда, беҙҙеңсә, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим: ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә юғары вазифа биләмәһен, ул һәр саҡ прогресҡа өлгәшеүҙә фәндең көсөнә инана. Күрәһең, тап ошо сифат уға юғары уңыштарға өлгәшергә булышлыҡ иткәндер ҙә инде.
СССР Фәндәр академияһының аспирантураһын тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң Вилким Мәҡсүтов КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары итеп эшкә алына. Был вазифала бер йыл эшләгәндән һуң 1963 йылда уға Баймаҡ районының дилбегәһен тотторалар. Ул ваҡыттағыса әйткәндә, КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Республикалағы иң йәш “беренсе” (был ваҡытта Вилкимгә ни бары утыҙ бер йәш була) райондың ауыл хужалығын үҫтереүҙә иҫ китмәле уңыштарға өлгәшә. Баймаҡ районы ул эшләгән дәүерҙә (1963—1969 йылдар) малсылыҡ тармағындағы уңыштары өсөн егерме дүрт (!) тапҡыр КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Икмәк етештереүҙә лә баймаҡтарҙың өлөшө тос. Улар дәүләткә йыл һайын 90—100 мең тонна тапшырып, иген етештереүҙең тулайым күләме буйынса республикала даими рәүештә өсөнсө урынды биләй. Нисек өлгәшкән һуң район бындай ҡаҙаныштарға? Әлбиттә, производство мәсьәләләренә ижади ҡарап, эште фәнни нигеҙҙә ойоштороп.
Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы — майҙаны буйынса республикала иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Мәҡсүтов эште райондың үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙән башлай. Хужалыҡтың ниндәй территорияла урынлашыуы уның производство күрһәткестәренә йоғонто яһай. Мәҫәлән, урман зонаһындағы хужалыҡ итеү алымдары дала зонаһына тап килмәй. Ошоларҙан сығып, беренсе секретарь районды өс микрозонаға бүлә һәм, уларҙың һәр береһен айырым тармаҡтар буйынса махсуслаштырып (әйтәйек, урман зонаһында малсылыҡҡа, ә далала игенселеккә өҫтөнлөк бирелә), һәр хужалыҡҡа оргхозплан төҙөтә. Пландарҙа, производствонан тыш, социаль мәсьәләләргә лә ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, эре хужалыҡтарҙы бер нисәгә бүләләр, баҫыусылыҡта, малсылыҡта технологиялар камиллаштырыла, яңылары индерелә. Күпләп яңы техника, ҡорамалдар алына. Бөтә был эштәр ауыл хужалығының комплекслы үҫешен тәьмин итергә булышлыҡ итә. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай хужалыҡ эшен ойоштороу планын баймаҡтар республикала беренсе тапҡыр төҙөй һәм ғәмәлгә ашыра... Әлбиттә, ҡаҙаныштарҙы ошо факттар менән генә бәйләһәк, уҡыусы беҙҙе берҡатлылыҡта ғәйепләр. Эйе, уларҙың нигеҙендә ул осорҙағы Р.Х. Яхин, В.С. Солонин, П.И. Вакуленко, А.И. Селезнев, Ш.С. Мансуров, Ф.Ш. Шәрифуллин, Хәсәнов, Һиҙиәтуллин, Сәитов, Самарбаев кеүек партия һәм хужалыҡ етәкселәренең, белгестәрҙең, ябай эшсәндәрҙең титаник хеҙмәте лә ята. Ләкин был эштәрҙең башында ойоштороу һәләтен бар көсөнә егеүсе Вилким Сабир улы Мәҡсүтов тороуын да оноторға тейеш түгелбеҙ.
Дөйөм алғанда, В. Мәҡсүтов етәкселек иткәндә Баймаҡ районы һәр яҡлап (сәнәғәт, төҙөлөш, мәҙәниәт, спорт, сауҙа үҫеше һ.б. өлкәләр буйынса) алдынғылыҡҡа ынтыла. Әлбиттә, уларҙың һәр береһендә сағыу ҡаҙаныштарға өлгәшелгән тиеү дөрөҫ булмаҫ (был мөмкин дә түгелдер), әммә тап ошо осорҙа, 60-сы йылдарҙың аҙағында, район иҡтисадының артабанғы интенсив үҫешенә, халыҡтың көнкүреш кимәлен артабан күтәреүгә ныҡлы нигеҙ һалынған тип ышаныслы әйтеп була. Шуның өсөн 1966 йылда Вилким Сабир улының ул ваҡыттағы СССР тигән мәшһүр дәүләттең иң юғары наградаһы — Ленин ордены менән бүләкләнеүе уның ил алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәтенә бик урынлы баһа булғандыр. Тик шуныһы үкенесле: маһир ойоштороусы, юғары эрудициялы етәксе Вилким Мәҡсүтовтың, партия һәм дәүләт эшмәкәре булараҡ, ул ваҡыттағы потенциаль мөмкинлектәре, беҙҙеңсә, барыбер тулыһынса файҙаланылмаған. 1969 йылда ул ялған ялыу нигеҙендә партия һәм дәүләт эшенән ситләтелә. Шунлыҡтан, һис һүҙһеҙ, сағыу “Мәҡсүтов феномены” дәүләт эшмәкәре булараҡ, моғайын, тулыһынса асылып өлгөрмәгәндер...
Ғималетдин ЯРУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506