Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дауаһы – аяҡ аҫтында
Дауаһы –  аяҡ аҫтында Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуы киң таралыу алды. Уны иҫкәртеү, дауалау алымдары аныҡ ҡына билдәле түгел. Ни өсөн тигәндә, белгестәр әйтеүенсә, сирҙең килеп сығыу сәбәбе төрлөсә. Ошо уңайҙан үҙем белгән, инанған шифа тураһында яҙмаҡсымын. Бәлки, уның берәй кешегә ярҙамы тейер.


Мин оҙаҡ ваҡыт халыҡ медицинаһын үҙләштерҙем. “ЗОЖ” гәзитен тиҫтәләрсә йыл алдырып, һәр һанын туплап барҙым, бихисап китап уҡыным, каталог төҙөнөм. Шулай уҡ үләндәрҙе күпләп йыйҙым, киптерҙем, уларҙан төнәтмәләр, кеүәҫтәр эшләнем. Әҙерлә­гәнемде үҙем дә файҙаландым, туғандарыма, дуҫ-иштәремә лә тараттым.
1998 йылда ҡулыма яман шеш тураһында яҡшы китап килеп эләкте. “Мировой опыт исцеления злокачественных опухолей” тип аталған был баҫ­маны халыҡ медицинаһы док­тор­ҙары – ирле-ҡатынлы Фроловтар – яҙған. Минеңсә, ошондай китаптарҙы һәр кемгә уҡырға, алдан “ҡоралланып” ҡуйырға кәрәк. Белеп булмай бит ниндәй ауырыу һаға­ла­ғанын.
Беҙҙең ғалим-химик Тамара Свищева яман шештең бар­лыҡҡа килеү сәбәбен трихомонада микроорганизмына бәйләй. Әйтеүенсә, иммунитет көсһөҙ­ләнгән осраҡта организмда трихомонада күбәйә. Улар ҡан юлына ла үтеп инә һәм шунда үҙҙәренә үрсеү өсөн иң уңайлы урын табып, ғаилә ҡороп, бергә йомарлана. Һөҙөмтәлә шеш барлыҡҡа килә. Уны операция ярҙамында алып, микроскоп аша ҡараһалар, эсе тулы трихомонада таяҡсалары икән. Әгәр шеш медицина булыш­лығына тиклем өлгөрөп, организмда шартлаһа, баяғы “йом­ғаҡ” өлөшсәләре ҡан тамырҙары буйлап бөтөн тәнгә тарала һәм метастазалар барлыҡҡа килә, тип белдергән ғалим. Ул саҡта инде операция ярҙам итмәй.
“Шеш ике төрлө була, – тиер ине әсәйем дә (ҡайҙан бел­гәндер). – Башы тышта икән, шешеп өлгөргәс, эрене сығып, тиҙ төҙәлә, ә инде башы эстә булһа, эрене тәнгә таралып, кеше үлемесле хәлгә етә”.
Китаптарҙан уҡып, “болиголов пятнистый” тигән үләндең файҙалы икәнен белгәс, иғлан буйынса Краснодарҙан орлоғон алдырып, баҡсаға сәстем. Бер аҙҙан шуны белдем: ул беҙҙең ауылдар эргәһендә, сүплек­тәрҙә, йылға буйҙарында тулып үҫә икән. Атамаһын бер китапта “йылан көпшәһе”, икенсеһендә “монар көпшәһе” тигәндәр. Ул – ағыулы үлән. Үҙен петрушка тип ашап ҡаза күргәндәр ҙә бар икән. Шуға күрә төнәтмәһен тамсылап ҡына эсәләр. Хатта был үлән янында оҙағыраҡ торһаң, баш ауырта башлай. Еҫе сысҡандыҡына оҡшаған, һаба­ғында бурҙат тамғалар бар.
Был үләндең ярҙам итеүенә аныҡ миҫалдар килтереп үтәйем.
Ун-ун ике йыл элек ике әхирәтем яман шеш сиренә юлыҡты. Әҙерләгән төнәтмәне алып, береһе янына килгәндә, ул операциянан һуң өйгә ҡайт­ҡан ине. Ире шым ғына: “Ни эш­ләрбеҙ инде? Дүртенсе стадияға еткән бит...” – тип белдерҙе. Мин төнәтмә килтер­гәнемде, уның файҙалы икәнен аңлатып, инструкцияһын яҙып ҡалдырҙым. Ышанмай ғына баш ҡаҡтылар. Шулай ҙа, башта төрлө алымдарҙы ҡулланып ҡарағас, табиптың ризалығы менән әлеге төнәтмәгә лә иғтибар иткәндәр. Өс-дүрт курс үткәс, шылтыратып, тағы һоранылар. Ярҙам итә, ти. Шулай итеп, әхирәтем, Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫты. Әле лә, 75 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, баҡса тота, әлеге төнәтмәне эсеп-эсеп ала.
Икенсе әхирәтемдең сире ҡалҡан биҙендә ине. Өфөлә операция яһатып, химия терапияһы үтеп ҡайтты. Аҙаҡ ул да табиптың ризалығы менән бер нисә йыл әлеге төнәтмәне эсте. Иҫән-һау, йүгереп йөрөй.
Был үләнде ауырыуҙы иҫкәр­теү йәһәтенән дә ҡулланалар. Ә төнәтмәне әҙерләү рецебын, ҡулланыу тәртибен китаптарҙан, Интернеттан табырға мөмкин. Ләкин шуны онотмағыҙ: иң тәүҙә табиптың рөхсәтен алырға кәрәк. Ул һеҙҙең организмдың үҙенсәлектәре менән таныш, нисек дауаланғанығыҙҙы ла белергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта һау йәшәү өсөн дә, ауырыуҙы еңеү маҡсатында ла туҡланыуҙы тәртипкә һалыу, эске ағзаларҙы таҙартып тороу, изге уйҙа ғүмер итеү, Аллаһ Тәғәләне иҫтән сығармау мөһим.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506