Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төп бурысыбыҙ – сифатлы ҡанундар сығарыуға нигеҙ һалыу”
“Төп бурысыбыҙ – сифатлы ҡанундар сығарыуға нигеҙ һалыу” Парламент контроле тураһында

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламент контроле кеүек эш алымын әүҙем файҙалана. Беҙ ҡабул иткән закондарҙың үтәлешен, граждан­дарҙың конституцион хоҡуҡтарының боҙолмауын күҙәтеү, ә улар боҙолған осраҡта парламент тикшереүе үткәреү һәм башҡарма, суд власы органдары менән берлектә проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләү вәкәләтенә эйәбеҙ. Ошо норманы үтәү йәһәтенән 2016 йылдың көҙгө сессияһы ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле булмаҡсы.
Парламенттағы һигеҙ комитеттың һәр береһе Башҡортостан Респуб­ликаһы закондарының үтәлеше тураһындағы мәғлүмәттәрҙе белешә ала. Атап әйткәндә, коллегалар етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, аҙыҡ-түлектең сифатын һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен, коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу нормативтарын өйрәнергә ниәтләй.
Сентябрь айында “хөкүмәт сәғәте”ндә төбәктәге дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәт­тәрҙең асыҡлығын тәьмин итеү тураһындағы республика ҡануниәте­нең үтәлешен анализлау планлаштырыла.
Октябрь, ноябрь һәм декабрҙә “Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһындағы Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен тормошҡа ашырыу”, “Башҡортостан Республикаһында халыҡ дружиналары тураһында”ғы республика законын бойомға ашырыу барышы” һәм “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең әйләнешен хоҡуҡи көйләү проблемалары һәм уны камиллаштырыу мөмкинлектәре” кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса парламент тыңлауҙары ойоштороласаҡ.
Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты декабрҙә “Кино йылы һәм грант ярҙамы системаһы”, “Мәғариф һәм мәҙәниәт ойошмаларының хеҙмәт сифатына бойондороҡһоҙ баһа” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дәр уҙғара. Эксперт советтарының, парламент ҡарамағында төҙөлгән эш төркөмдәренең эшмәкәрлеге дауам итәсәк.
Бындай майҙансыҡтарҙың маҡсаты – эксперттар берләшмәһе ҡатнашлығында күтәрелгән мәсьәләне ентекле өйрәнеү һәм уны мөмкин тиклем һөҙөмтәле хәл итеү.
Экология ҡануниәтен камиллаштырыу, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, аҙыҡ-түлек баҙары эшмәкәрлеге, эшкәртеү һәм ҡулланыу ҡалдыҡ­тарын утилләштереү, спиртлы продукция һатыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ билдәләү – ошо һәм башҡа мәсьәләләр махсус эш төркөмдәренең контролендә ҡаласаҡ. Бынан тыш, көҙ башланыу менән балалар суициды, шулай уҡ мәҙәниәт ҡомартҡылары темалары махсус өйрәнеләсәк мәсьәләләр исемлегенә индереләсәк. Яҙғы сессия аҙағында төркөм ағзалары үткәргән осрашыуҙарҙа ошо алдағы эштең форматы билдәләнде.

Һайлау тураһында

Быйылғы йәй тура мәғәнәлә лә, шулай уҡ сәйәси йәһәттән дә эҫе.
Башҡортостан Республикаһында сентябрҙә Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш тағы ла 192 һайлау кампанияһы уҙғарылып, ике меңгә яҡын мандат тапшырыу планлаштырыла.
Өфө ҡалаһының Калинин районында 2-се Инорс һайлау округында һәм Йәрмәкәй районында, Туймазы районының бер өлөшөндә һәм Октябрьский ҡалаһында 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау үткәрелә.
Шулай уҡ барлыҡ муниципаль райондарҙа, ҡала округтарында һәм ҡала биләмәләрендә һайлау уҙғарыла. Халыҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органы – Совет депутаттарын һайлаясаҡ. Тимәк, Межгорье ҡалаһынан тыш, һәр ерҙә муниципаль һайлау үтәсәк. Был сара ҡайһы бер ауыл биләмәләренә лә ҡағыла. Шуға күрә беҙҙе күп кимәлле һайлау көтә. Көҙгө саҡырылыш башланыу менән республика парламенты депутаттарына яңырған составта эшләргә, халыҡ һайлап ҡуясаҡ федераль һәм муниципаль кимәлдәге коллегалар менән бәйләнеш булдырырға тура киләсәк.

Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән
бурыстар тураһында


Башҡортостан Республикаһы Башлы­ғының Мөрәжәғәтнамәһендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай алдында ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән етди эш алып барыла.
Тейешле закондарҙың үтәлеше буйынса мәғлүмәт менән хәбәрҙар булыуҙан алып закон акттарын эшләү һәм ҡабул итеүгә тиклем беҙ төрлө рәүештә граждандары­быҙҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьә­ләләре менән шөғөлләнәбеҙ. Эшҡыуар­ҙарҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, аграрийҙарҙың проблемалары – иғтибар үҙәгендә.
Көҙгө сессияла коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың, ирекмән берекмәләренең эшмәкәрлегенә, йәмғиәт-дәүләт партнер­лығы алымдарын камиллаштырыуға, намыҫһыҙ “эшҡыуарҙар”ҙың тоҙағына эләгеүҙән ҡурсалау маҡсатында халыҡтың финанс белемен байытыуға, импортты алмаштырыуҙы әүҙемләштереүгә, өр-яңы ғилми йүнәлештәргә, торлаҡ мәсьәлә­ләренә, ауыл хужалығы тармағын яңыртыуға, эске туризмды үҫтереүгә, медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға айырым иғтибар биреләсәк.

Ҡануниәттә күҙалланған үҙгәрештәр тураһында

Парламенттың төп бурысы – сифатлы закондар базаһын булдырыу. Закон сығарыу эшмәкәрлеге дауам итәсәк, шул уҡ ваҡытта, әйтелгәнсә, кәрәк булғанда эксперттар ҙа йәлеп ителәсәк. Отчет осоронда респуб­ликаның төп финанс документы – “2017 йылға һәм 2018, 2019 йылдарҙың план осорона Башҡорт­остан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Закон буйынса эш алып барыласаҡ.
Федераль ҡануниәттәге үҙгәреш­тәргә бәйле мировой судьяларҙың, нотариаттың, дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш­мәкәр­леген көйләгән закондарға төҙәтмәләр индереү күҙаллана.
Ике муниципаль район Советы айырым муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү башланғысын тәҡдим итте. Тағы ла бер муниципаль район Советы ауылдарҙа алкоголь һатыуҙы сикләү яҡлы. Әле илленән ашыу республика законын ҡабул итеү зарурлығы бар.

Төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тураһында

Төбәк-ара һәм халыҡ-ара парламент хеҙмәттәшлеге – депутаттар корпусы эшмәкәрлеген камиллаштырыу йәһәтенән башҡарған эшебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе, әлбиттә. Күптән түгел генә матбуғат конференцияһында әйткәнемсә, әлеге саҡырылыш юғары әүҙемлек күрһәтә. Депутаттар закондарҙың сифатын яҡшыртыу, тимәк, граждандарҙың тормошон да яҡшыртыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һала. Был – ҡыуаныслы хәл. Парламентарийҙар Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конферен­цияларҙа, форумдарҙа ҡатнашырға теләк белдерә. Көҙгө сессияла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон сығарыу мәсьәләләре тикшереләсәк Рәсәй һәм халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа Башҡорт­останды танытыуға күп көс һаласаҡ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.

Халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу тураһында

Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы республикалағы уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн “Асыҡ ишектәр” көнөн үткәреүҙе дауам итәсәк. Тарих, дәүләт хоҡуғы, политология һәм социаль-гуманитар юҫыҡтағы башҡа фәндәр буйынса уҙғарылған дәрестәр йәштәрҙең белемен ныҡлы тулыландырыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, егеттәр һәм ҡыҙҙар депутаттар менән аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә, закондарҙың нисек ҡабул ителеүе хаҡында әңгәмәләшә ала.
Депутаттарҙың үҙ округтарындағы мәғариф учреждениеларында үткәргән парламентаризм дәрестәре хаҡында ла әйтергә кәрәк. Урта һәм өлкән класс уҡыусылары депутат, ул күтәргән мәсьәләләр менән ихлас ҡыҙыҡһына. Ҡағиҙә булараҡ, депутат менән туранан-тура аралашыу, бирелгән һорауҙарға яуаптар үҫмерҙәрҙең хәтерендә һаҡланып ҡалыусан. Ошондай эште дауам итәсәкбеҙ.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514