Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡына

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ауыл мәктәптәрен автобус менән тәьмин итеү йәһәтенән ентекле эш алып бара. Уҡыусыларҙы база мәктәптәренә йөрөтөү, иҫкергән автопаркты яңыртыу өсөн йыл һайын районға бер нисә автобус бүленә, сөнки юлда балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – иң мөһим бурыстарҙың береһе.
Әле райондың белем усаҡтары 24 автобусҡа эйә. Уларҙың күбеһе федераль һәм республика ҡаҙнаһынан һуңғы биш йылда бүленһә, араларында яңыртыуҙы талап иткәндәре лә бар. Район мәктәптәрендә бөтәһе 2 825 бала белем ала. Күрше ауылдарға йөрөп уҡыусылар ҙа байтаҡ. Былтыр Шәбағыш, Зәк-Ишмәт мәктәптәре яңы автобус алып ҡыуанғайны, быйыл районға тағы ике “ПАЗик” автобусы бүленергә тейеш.
“Юшатыр”, Көйөргәҙе районы.


Сибай ҡарттары “йәшәрәсәк”

“2012 – 2016 йылдарҙа Сибай ҡалаһында күсмә һәм эске туризмды үҫтереү” программаһына ярашлы ойошторолған социаль турҙа хаҡлы ялда булған 27 кеше ҡатнашасаҡ.
Оло йәштәгеләр “Сибай” профилакторийында ял итәсәк. Һаулығын нығытыу менән бер рәттән улар төрлө мәҙәни сарала ҡатнашасаҡ, театр һәм филармонияға йөрөйәсәк. Был тур өсөн аҡса ҡала ҡаҙнаһынан бүленгән.
“Атайсал”, Сибай ҡалаһы.


Һалдаттарға тыуған яҡ сәләме

Бөрйән районы хакимиәте “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариат менән берлектә “Башҡортостан йәштәре – яҡташ хәрбиҙәргә” тигән акция үткәрә.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә адреслы социаль, әхлаҡи-психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында хәрби комиссариатта бүләктәр, посылкалар йыйыу ойошторола. Акцияның ике аҙна элек кенә башланыуына ҡарамаҫтан, халыҡ ихлас ҡушылған. Аҡсалата ярҙам итеүселәр ҙә, йылы кейем алып килеүселәр ҙә байтаҡ. Айырыуса оло йәштәге инәйҙәр өлгө күрһәтә – һалдаттар өшөмәһен тип йөн ойоҡ, бейәләй бәйләп килтерә.
“Таң”, Бөрйән районы.


Ишембайҙар ташҡынға әҙерләнә

Ағиҙел һәм Урал йылғалары һыу объекттарын мониторинглау буйынса Федераль дәүләт учреждениеһы хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡҡа тиклем Ағиҙел йылғаһы бассейнында тупраҡтың көҙгө дымланыуы норманан 60 процентҡа юғарыраҡ булған. Уртаса алғанда, дөйөм бассейн буйынса дымланыу нормаға яҡын.
Ағиҙел йылғаһы бассейны буйынса ҡар ҡатламындағы һыу запасы әлеге декадала күп йылдар буйы һаҡланған уртаса кимәлдән 50 – 60 процентҡа кәмерәк. Бөгөнгө көндә ҡар ҡатламының бейеклеге — 20 – 40 сантиметр, был үткән йылдар күрһәткесенән 30 – 50 процентҡа кәм. Ағиҙел бассейнындағы йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы — 40 – 65 сантиметр тирәһе. Быйыл ҡар аҙ яуҙы. Былтыр март башында ҡарҙың ҡалынлығы 1 метрҙан ашыу булһа, быйыл 45 – 50 сантиметрҙан артмай. Шуға ташҡын көслө булмаясаҡ тип фаразларға була. Сәсеү эштәрен мөмкин тиклем тиҙерәк, ерҙә дым бар саҡта тамамлап өлгөрөргә кәрәк.
“Торатау”, Ишембай районы.


Белоретта – “Хамматов һабаҡтары”

Белорет ҡалаһының 22-се башҡорт гимназияһына 2006 йылда Яныбай Хамматов исеме бирелгәндән алып, бында йыл һайын “Хамматов һабаҡтары”н үткәреү матур йолаға әүерелгән.
Быйылғы сараға район һәм ҡала мәктәптәренән уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыйылды. Яҙыусының “Ҡара яу” романы буйынса режиссер Айгиз Ғәбдинов төшөргән “Мораҙым хан” фильмынан өҙөк күрһәтелде. Сараның икенсе өлөшөндә асыҡ дәрестәр үтте, Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижады буйынса викторина, тасуири уҡыу бәйгеһе, һүрәт, инсценировка конкурстары булды. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
“Урал”, Белорет районы.


Уҡыусылар көтөп алды

Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбендә 17-се тапҡыр “Беби-шлягер” фестивале үтте. Был сараны уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Быйыл уҡыусылар 40 концерт номеры әҙерләгән. 7 “Г” класы уҡыусыһы Руфина Юнысова, француз телендә йырлап, гран-при яулаған.
“Юлдаш”, Дүртөйлө ҡалаһы.


Күсейҙәр батырҙарын онотмай

Баймаҡ районының Күсей ауылы арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Тиҙҙән күсейҙәр батыр улдарының береһе – Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуын билдәләргә йыйына.
Герой уҡыған мәктәптә уның ҡаһарманлығына бағышланған стенд ҡуйылған, махсус мөйөш тә бар. Батырға арналған спорт ярыштары, туғандары менән осрашыуҙар, төрлө тематик кисәләр, шиғыр конкурстары үтәсәк.
“Һаҡмар”, Баймаҡ районы.


Лилиә Нуретдинова әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512