Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫкегә иҫең китмәһен, тиһәләр ҙә...
Тотонолған автомобилдәр баҙары Рәсәйҙә әүҙемләшә: быйылғы биш айҙа ғына ла ике миллиондан ашыу ошондай машина һатылған! Уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 10,7 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Аналитиктар был үҫештең дүртенсе ай инде дауам итеүен билдәләй. Ә Башҡортостанда хәл нисек?

Беҙҙең республика ла был тәңгәлдә һыр бирмәй: тотонолған автомобилдәр һатыуҙа ул илдең тәүге ун төбәге исемлегенә инә. Ошо уҡ теҙмәлә Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Ростов, Силәбе, Новосибирск һәм Свердловск өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы ла бар. Шулай ҙа алдынғы урынды Мәскәү ҡалаһы менән өлкәһе биләй: улар өлөшөнә дөйөм һандың 12,5 проценты тура килә. Баш ҡалала быйылғы тәүге айҙарҙа – 135,9 мең, ә уны тирәләп ятҡан өлкәлә 117,7 мең иҫкергән машина һатҡандар. Һуңғыһында үҫеш хатта 15 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, был йүнәлештә әүҙемлек Дағстандан башҡа барлыҡ субъекттарҙа ла күҙәтелә.
“Автостат” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда быйылғы ғинуар – май айҙарында 52,8 мең еңел машина һатылған. Үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 12,9 процентҡа күберәк. Был әле тотонолған автомобилдәр генә, яңылары был мәғлүмәткә инмәй... Бына һиңә иҡтисади көрсөк!
Был хәлдең сәбәптәре билдәле. Беренсенән, тотонолған автомобилдәрҙең хаҡы яңы­ларына ҡарағанда бермә-бер арзаныраҡ. Айырыуса сит ил машиналарына: уларҙың әле генә Рәсәйгә килтерелгәненең хаҡы завод ҡуйғандан 30 процентҡа (!) юғарыраҡ була. Бында таможня түләүе лә, дилерҙарҙың ҡомһоҙ­лоғо ла, һәр төрлө һалымдар ҙа өҫтәлә. Белгестәр әйтеүенсә, шул уҡ маркалар АҠШ-та, мәҫәлән, бер ярым-ике тапҡырға ар­за­ныраҡ. Был автомобилдәрҙе өс йыл йөрөткәс тә уның хаҡы, маркаһына һәм моделенә ҡарап, 20 проценттан алып 40 процентҡа саҡлы төшә.
Икенсенән, өс-дүрт йыл ғына йөрөтөү автомобилдең ҡулла­нылыу сифаттарын юҡҡа сығар­май – шундай уҡ тиҙлек, уңайлылыҡ, барлыҡ механизмдар ҙа тотҡарлыҡһыҙ эшләүен дауам итә. Тотонолған автомобилдәрҙең хатта бер өҫтөнлөгө лә бар: улар ваҡыт һынауы үтә, һәр марка йәки моделдең ыңғай һәм кире яҡтары асыҡ күренә (был үҙенсәлектәр тураһында гәзитебеҙҙең быйылғы 6 май һанындағы “Тәгәрмәс” ҡушымтаһында ентекләп яҙылғайны). Ә завод ғәйебе менән берәй кәмселек булыуы асыҡланһа, шул осорҙа уны гарантия шарттарында төҙәтеп тә ҡуялар.
Яңы автомобилдәр менән иһә хәл башҡасараҡ: уларҙы һатыу былтыр ҙа байтаҡ кәмей төшкәйне, быйыл да шул күренеш дауам итә. Ә бит Европа эшҡыуарлығы ассоциацияһы былтыр яңы машиналар баҙарының әүҙемләшеүе тураһында белдереп өлгөргәйне, был фараз аҡланманы. Фәҡәт үтә ҡиммәтле автомобилдәр һатыу күләме әллә ни кәмемәне тиерлек, сөнки байҙар иҡтисади көрсөктө һиҙмәй.
Тимәк, иҡтисад донъяһында күрәҙәлек итеү хатта ошондай абруйлы ойошмаларҙың да хәленән килмәй, баһаны үтеп киткән осорҙағы һөҙөмтәгә ҡарап ҡына бирергә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498