Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәгәрмәс өҫтөндәге яҙыуҙар ни һөйләй?
Тәгәрмәс өҫтөндәге яҙыуҙар ни һөйләй?Йыш ҡына шулай була: яңы покрышка алғанда беҙ уның тыш яғына яҙылған тамғаларға иғтибар биреп тормайбыҙ. Үлсәме һәм етештергән заводы буйынса элекке туҙған алмашына тура киләме? Килә. Тимәк, алабыҙ. Ғәмәлдә тамғалар байтаҡ мәғлүмәт бирә (һүрәтте ҡарағыҙ).


1. Иң мөһим күрһәткес. Ул шинаның үлсәмдәрен аңлата. Индекстағы беренсе һан – покрышканың миллиметрҙағы киңлеге, икенсеһе – профилдең бейеклеге (шинаның киңлегенә ҡарата проценттарҙа). Артабанғы тамға шинаның конструкцияһын хәбәр иткән хәреф һәм покрыш­каның тәгәрмәскә (дискка) кейҙе­реү диаметры. Мәҫәлән, 195/65 R15 тамғаһын шулай аңларға кәрәк: шинаның киңлеге – 195 миллиметр, профилдең бейеклеге – 126,75 миллиметр (киңле­генең 65 проценты), R – покрышка радиаль конструкцияға эйә (диагональ конструкциялар ҙа бар, ләкин хәҙер улар бик һирәк ҡулланыла), дискка ултыртыу диаметры – 15 дюйм. Ҡайһы саҡ был индекста профилдең бейеклеге билдәләнмәй (мәҫәлән, 195 R15). Уныһы инде профиль бейеклеге 80 проценттан арты­ғыраҡ булыуын күрһәтә. Бындай покрышкалар тулы профилле тип атала һәм нигеҙҙә еңел йөк машиналарында, фургондарҙа ҡулланыла.
2. Йөк күтәреү коэффициенты. Ул 0-дән алып 130-ға саҡлы һандарҙы үҙ эсенә ала һәм улары килограмды аңлата.
3. Тиҙлек индексы. Бындағы латин хәре­фе шинаның ниндәй тиҙлеккә иҫәпләнгән булыуын күрһәтә. Һәр хәрефкә үҙенең күр­һәткестәре хас. Мәҫә­лән, ошо һүрәттәге Т хәрефе покрышка өсөн иң ҙур тиҙлектең сәғәтенә 190 километр йәки 118 миль булыуын хәбәр итә.
4. Был яҙма шина каркасының көсәй­телгән икәнлеген аңлата, уныһы коммерция техникаһы өсөн покрышкаларға хас. Мәҫәлән, 195/65 R15 C индексындағы “С” хәрефе “commercial” тигән төшөнсә бирә.
5. Шинаны етеш­тергән ил. Мәҫәлән, made in France – Францияла эшләнгән, made in Germany – Германияла яһалған.
6. Протекторының һүрәте ассимметрик булған шиналарҙың ҡабырға яғына ҡуйылған тамға. Ул Outwards, Out, Side facing outwards һәм башҡа һүҙҙәр менән билдәләнә.
7. Шинаның төрлө шарттарға яраҡлашыуын аңлата: M+S – Mud + Snow: бысраҡ плюс ҡар; As – All Season: теләһә ниндәй миҙгел өсөн; Aw – Any Weather: теләһә ҡайһы һауа шарттарында ла мөмкин; Aquatred, Aquacontact йәки ҡулсатыр рәүешендәге пиктограмма – ямғыр өсөн махсус шиналар. Ҡар бөртөгө төшө­рөлгән пиктограмма ҡырыҫ ҡышҡы шарттар өсөн тигәнде аңлата. Бер ниндәй тамға ҡуйылмаған шиналар йәй йөрөр өсөн генә яраҡлы.
8. Tube Type (ТТ) – камералы шина, Tubeless (ТL) – камераһыҙ.
9. Сертификация билдәһе. Европа ҡағиҙәләре буйынса раҫланған шиналарҙа ул Е хәрефе менән тамғалана, артабан ошо ҡағиҙәләргә ҡушылған илдең һаны яҙыла. Рәсәй был исемлектә 22-се булып тора.
10 Шина етештергән ком­панияның исеме йәки логотибы. Мәҫәлән, Michelin, Good Year, Yokohama.
11 Покрышканың моделе. Мәҫәлән, Energy, SP Sport 9000, Turanza ER300.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498