Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исем есемгә кәртә түгел
Исем есемгә кәртә түгелБеҙ гел насар хәбәрҙәр ишетеп өйрәнгәнбеҙ. Телевизорҙы ҡабыҙһаң да, радионы асһаң да, гәзит аҡтарһаң да, яңылыҡтар ғәҙәттән тыш хәлдән башлана: ҡайҙалыр ниндәйҙер бәлә-ҡаза булған, енәйәт ҡылынған, кеше ғүмере өҙөлгән... Күңел шулар араһында бер генә яҡшыһы булырмы икән тип көтә.


Теүәл ун көн элек шундай шатлыҡ­лы, күркәм ваҡиға булды. Бәлки, күптәр уны күрмәй-һиҙмәй ҙә ҡалғандыр. Мәскәүҙә үҙ һөнәрҙәренә тоғро табип­тарға “Булмыш” (“Призвание”) Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Беҙ көн дә тиерлек ватан меди­цинаһын, табиптарҙы әрләү-һүгеүҙән бушамайбыҙ. Һаулыҡ, ғүмер кешегә иң ҡәҙерлеһе шул. Уның торошо һәр беребеҙҙе даими борсой. Шуға ла был тема йыш ҡалҡып сыға.
Дөрөҫ, тармаҡта пациентҡа зыян итерлек күренештәр етерлек. Бында финанслау етешмәү ҙә, табиптарҙың эш хаҡының түккән хеҙмәттәре күләменә тап килмәүе лә, шул сәбәпле белгестәрҙең етешмәүе, уларҙың алмашһыҙ тәүлектәр буйы тиерлек дауахананан сығышмауы арҡаһында һәр ваҡыт стресс кисереүе лә, дарыу­ҙарҙың ҡиммәтлеге лә әһәмиәткә эйә. Гиппократ антын биргәндәр араһында бармаҡтары үҙҙәренә кәкре булып, мутлашҡандары, бүләк таптыр­ғандары, ғәмһеҙ-битарафтары ла юҡ түгел. Сөнки табиптар ҙа – беҙҙең кеүек үк кешеләр. Ә бәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гонаһһыҙ түгел.
Шулай ҙа бар ул кеше сәләмәтлеге өсөн үҙенең һаулығын аямаған табиптар! Хатта күп улар. Йәшәгеһе килгән ауырыуға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, яҡты донъянан ваз кискәндәргә лә өмөт бүләк итеүселәр. 16-сы тапҡыр үткән премия тапшырыу тантанаһы барышын ҡарап, быға тағы берҙе инанырға мөмкин булды.
Мәҫәлән, Тамбов өлкәһе табиптары яман шеш менән ауырыған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Максинға ҡатмарлы операция яһаған. Ҡарттың бер генә теләге булған – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын күреү. Күҙ йәше аша ошо хаҡта һөйләгән ветерандың хыялын тормошҡа ашырған кешеләргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде!
Ә Санкт-Петербургтан һәм Мәс­кәүҙән табиптар төркөмө йәш һалдатҡа ғүмер бүләк иткән. 2015 йылдың майында 19 йәшлек Николай Егоркин армияла бәләгә тарый. Һөҙөмтәлә уның бите тулыһынса янып юҡҡа сыға. 35 тапҡыр хирург бысағы аҫтына ятҡан һалдат артабан йәшәргә теләмәй. Табиптар уға донор йөҙөн күсереп ултыртырға ҡарар итә. Ҡатмарлы операция тәүлектән ашыу бара. Ҡасандыр ғүмере менән хушлашырға әҙер булған пациент әле реабилитация үтә, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Ошо үҙе мөғжизә түгелме һуң!
Шулай ҙа табип өсөн иң ҡыуа­ныслыһы ул ҡотҡарған баланың йылмайыуы, шатланып көлөүелер. Бындай бәхетле өлөш Өфөнән сәйер фамилиялы докторға яҙған икән. Артем Неудачин дежурҙа торған көндә дауаханаға яңы тыуған баланы килтерәләр. Бәпестең ашҡаҙан-эсәк юлы ныҡ зарарланған була. Света Суфаеваға бер-бер артлы операциялар яһала. Хирург сирле ашҡаҙанды ҡырҡып алып ташлап, эсәктән яңы ағза яһарға йөрьәт итә. Тик ул эшләп китерме?.. Бөгөн ҡыҙға өс йәш ярым, ул башҡа кескәй балалар кеүек үк шаяра, көлә, үҫә. Ә табип Неудачинға был осраҡ ҙур уңыш килтерҙе: ул абруйлы премия лауреаты булды. Исеме есеменә зыян итмәне, тимәк.
Бүләкләнеүселәр араһында Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәренән үҙ эшенең оҫталары бар ине. Санкт-Петербург, Мәскәү, Өфө, Пермь, Омск, Тамбов... Күренеүенсә, алтын ҡуллы табиптар һәр ерҙә лә бар. Бары бәхетһеҙлеккә тарығанда бәхетле осраҡ тап уларҙың ҡулына тапшырһын беҙҙе, тип теләйек.
Ә тормошта былай ҙа шундай фәрештәләр осрап ҡына тора бит. Бала табыу йортонда кендек инәһе булған акушер ғүмер бүләк итә... Артабан педиатр йә фельдшер төрлө йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививкалар яһап, күп ауырыуҙарҙан йолоп алып ҡала... Киҙеү ваҡытында уларҙы өйгә генә саҡыртабыҙ... Һуңынан да ғүмер һуҙымында йә теш табибы, йә хирург, йә кардиолог менән осрашырға тура килә... Сиребеҙ үтһә иһә, ҡурҡыныс хәлдәр хәтерҙән юйыла, төш кеүек кенә булып ҡала.
Шул рәүешле табиптарҙың көндә­лек эше күренмәй, ғәҙәти кеүек. Эшләмәгән кеше генә хаталанмай, тиһә лә халыҡ әйтеме, аҡ халатлыларҙың хатта быға ла хоҡуғы юҡ. Шуға күрә уларҙың уңыштары ла нығыраҡ яңғырайҙыр...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840