Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аттар егелгән инде...”
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек дәррәү бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июлгә тиклем был кампанияла ҡатнашасаҡ партиялар кандидаттарының федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәрен Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдим итергә тейеш. Уларҙы, ҡағиҙә булараҡ, партия съезында күрһәтәләр. Әлеге көндә был процедураны Коммунистар партияһы, “Ғәҙел Рәсәй”, ЛДПР үтте лә инде. Парламентҡа ҡарамаған партияларҙың съездары 1 – 3 июлгә тәғәйенләнгән.


Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” ҙә йыйылды — сираттағы съезда ике меңдән ашыу делегат илдең үҫеш стратегияһын өйрәнде, “Үҫеш һәм етеш тормош иҡти­сады”, “Сәләмәт киләсәк”, “Влас­тың һөҙөмтәлелеге һәм халыҡ контроле”, “Социаль сәйәсәт”, “Мәғариф һәм фән” кеүек секция­ларҙа көн ҡаҙағындағы мәсьә­ләләр буйынса фекер алышты, һайлау алды программаһын ҡабул итте.
Съезда алдан тауыш биреүҙә еңеүселәрҙең яҙмышы ла билдәләнде — “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарының федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәрен тәҡдим итте. Съезд делегаттары етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына Башҡортостандан кандидаттарҙы ла раҫланы.
Бер мандатлы һайлау округтары буйынса Башҡортостандан партияны Өфө бер мандатлы һайлау округы буйынса — Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Павел Качкаев, Благовещендан — Башҡортостандың Эҙәрмән отрядтары фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев, Белореттан — Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Салауаттан — Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Баш­ҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров һәм Стәрлетамаҡтан Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов күрһәтә.
Территориаль төркөм буйынса партия исемлегенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселек итә. Артабан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, билдәле журналист Инга Юмашева, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин, Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, республика Башлығы ярҙамсыһы Фәрит Ғәниев, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Михаил Бугера, Константин Канунников, Ирек Ниғмә­туллин, Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Виктор Климов, Дәүләт Думаһының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса профилле комитеты ағзаһы Рөстәм Ишмөхәмәтов килә. Әйткәндәй, был осраҡта Рөстәм Зәки улының “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк партия исемлеген етәкләйәсәген дөрөҫ аңларға кәрәк. “Бындай ғәмәл ярайһы уҡ ҙур электораль әһәмиәткә эйә, сөнки “Берҙәм Рәсәй”ҙәр һайлауҙа күберәк тауыш йыйырға ынтыла. Рөстәм Хәмитов өсөн иһә был — партия тарафынан йөкмәтелгән бурыс. Шул уҡ ваҡытта был Башҡортостан Башлығына иң йоғонтоло партия етәкселегендә үҙ урынын нығытыу мөмкинлеген бирәсәк һәм төбәк мәнфәғәттәрен һөҙөмтәлерәк яҡларға булышлыҡ итәсәк”, — тигән фекерҙә политолог Дмитрий Михайличенко. Рөстәм Хәмитов, өҫтәүенә, исемлекте тәүге тапҡыр етәкләмәй. Хәтерегеҙҙәлер, Рөстәм Зәки улы 2011 йылда — Дәүләт Думаһына, 2013 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ла ошондай уҡ аҙымға барғайны. Ә Мәскәү һөҙөмтәһеҙ эшләгән төбәк лидерына партия исемлегенә етәкселек итеүҙе ышанып тапшырмай.
Ҡыҫҡаһы, исемлектәр әҙер. Артабан агитация саралары— сығыштар, матбуғат конференциялары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, плакаттар, листовкалар таратыу башланасаҡ. Ҡыҙыу осорға аяҡ баҫабыҙ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509