Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғырҙарында — һуғыш ауазы
Шиғырҙарында — һуғыш ауазы Тормош көтмәгәндә шундай осрашыуҙар бүләк итә. Улар мәңгелеккә онотолмай, хәтергә уйылып ҡала. Балтас районы үҙәгендә йәшәгән Рәйнә Ғәтүф ҡыҙы менән Әхнәф Мазһар улы Мазһаровтар – тап шундайҙарҙан. Әйткән һәр һүҙҙәре фәһемле, кинәйәле. Икеһе лә, ауыр тормош юлы үтһә лә, зарланып ултырмай. Бала-сағаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, тәрбиәләгән уҡыусыларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәйҙәр.


Әхнәф Мазһаров 1926 йылда Балтас районының Сурапан ауылында тыуған. Тормош малайҙы тыуғандан алып түҙемлеккә һынаған. Атаһы Мазһарға ялған ғәйеп тағып, Себер тарафтарына һөргөнгә оҙаталар. Әсәһе Гөлрайхан балалары менән урамда тороп ҡала. Атаһы бер нисә йылдан һаулығын тамам юғалтып ҡайтып инә. Былар ғаилә өсөн юғалтыуһыҙ үтмәй – ун ике баланың алтыһы ғына иҫән ҡала...
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған йылда һуғыш башлана.
— Мин ул көндө бөгөнгөләй хәтерләйем, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул. – Класташ малайҙар менән һабантуйҙа йөрөй инек. Халыҡ шау-гөр килеп күңел асҡанда ҡапыл шып-шым булып ҡалды. Райкомдың беренсе секретары Бердин ағай (гел шулай тип йөрөтә инек, хәҙер исеме хәтерҙән юйылған) сәхнәгә сығып телмәр тотто һәм һуғыш башланыуы тураһында иғлан итте. “Фашист ҡара йыландары илгә баҫып инде”, – тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.
Халыҡта байрам ҡайғыһы киткән. Был һабантуй тураһында Әхнәф Мазһаров яҙған шиғырҙан өҙөк килтереү урынлы булыр:

Наҙлы моңдар һибеп гармун уйнай,
Күктә турғай һайрай, көн аяҙ,
Моңдо тыйып, йөрәктәрҙе телеп,
Үтте “Һуғыш!” тигән бер ауаз.

Кинәт дауыл ҡупты юл сатында,
Ҡояш батты болот артына.
Күктән, гүйә, ҡайғы-хәсрәт яуҙы
Ил халҡына, йәше-ҡартына.

Трибунанан осто ярһыу һүҙҙәр:
“Байрам тамам! Ябыҡ һабантуй!
Дошмандарға ҡаршы яуға барыу,
Илде һаҡлау хәҙер уртаҡ уй!”


Әхнәфтең ике өлкән ағаһы Фәтих менән Зәкиҙе һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алалар. Зәки ағаһы ауыр яраланып, тыуған йортҡа ҡайта. Әхнәфкә артабан мәктәптә уҡыр өсөн аҡса кәрәк була. Шуға ул колхозға эшкә күсергә мәжбүр була. Уны бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Күҙ алдына килтерегеҙ: мыйығы ла үҫмәгән егет иртә таңдан өйҙән өйгә йөрөп ҡатындарҙы эшкә саҡыра. Бер ғаиләгә килеп инһә – илау-һыҡтау. Ас биш-алты бала. Илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән. Кисә генә “ҡара ҡағыҙ” алғандар. Ни йөрәк менән ҡатынды эшкә сығармаҡ кәрәк? Тынысландырыу өсөн һүҙен дә тап. Йөрәк һыҡтаһа ла, ауылда эш көтмәй, барыһын да мәлендә атҡарырға кәрәк...
Зәки ағаһы һуғыштан ҡайтҡас, ҡустыһын уҡытырға тырыша. Бер аҙ аҡса туплар өсөн мейес сығара. Яралары уңалып бөтмәгән ағаһына был батырлығы өсөн Әхнәф әле һаман рәхмәтле.
1944 йылдың ғинуар башында Әхнәфте лә хәрби хеҙмәткә алалар. Еңеү көнө етеү менән генә хеҙмәте тамамланмай әле йәш яугирҙең. Ул 1950 йылға тиклем Краснодар крайында хеҙмәт итә. Һуғыштың аҙағында фронтҡа алынһа ла, уның иңенә ҡыйын­лыҡтар аҙ төшкән тип әйтеп булмай. 1-се Белорус фронты составында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ҡар-буран, ямғыр-дауыл булһын­мы, төн етеү менән катушкаһын йөкмәп, бәйләнеш булдыра ул. Тәүҙә легендар Рокоссовский, унан маршал Жуков командалы­ғында хеҙмәт итә.
Әхнәф Мазһаров Берлинға тиклем барып етә. Белоруссия, Польшаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Унан Одер йылғаһын аша сығып, Германияға аяҡ баҫалар.
– 9 май көнө беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслыһы булғандыр, ахыры. Иртә таң. Мин штабты һаҡлап ҡарауылда тора инем. Штаб начальнигы килеп инде лә: “Срочно объявляй тревогу! Победа!” — тип команда бирҙе. Мин шунда уҡ ҡыуанысымдан “Подъем!” тип ҡысҡырып ебәрҙем, — ти ул.
Әхнәф ағай Мазһаров һуғыш тураһында күп һөйләргә яратмай. Оло кешене бимазалап, уның күңелен өйкәгән хәтирәләргә ҡағылып торманым... Ветерандың “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары булыуы ла күпте һөйләй.
Рәйнә Ғәтүф ҡыҙына һуғыш башланғанда 10 йәш кенә була. Белемгә ынтылған ҡыҙ Бөрө педагогия институтын тамамлай. Йәш белгестәрҙе Тусыбай ауылындағы мәктәпкә эшкә ебәрәләр.
Бер-береһен оҡшатҡан Рәйнә менән Әхнәф 1953 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Бер-бер артлы өс балалары тыуа: Лилиә, Резеда һәм Нәиф. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы юл үткән. Балаларының уңышына ҡыуанып бөтә алмай улар, ейән-ейәнсәрҙәренең тормошона һөйөнөп йә­шәйҙәр.
Әхнәф Мазһар улы, шиғри күңелле кеше булараҡ, ҡыуанған сағында ла, бойоҡҡанда ла ҡулына ҡәләм ала. Шиғри юлдарын теҙгән дәфтәрҙәрен китап итеп сығарыуҙы район хакимиәте хәстәрләгән. Бөгөн Әхнәф Маз­һаров — өс китап авторы. Район һәм республика гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән заманында. Тәүҙә ул көсөн Тыуған илен һаҡлауға йүнәлтһә, тыныс тормошта иһә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Балаларға химия, математика, физика кеүек ҡатмарлы фәндәрҙе лә еңел һәм аңлайышлы итеп һеңдергән ул. Эшенә мөкиббән бирелгән Әхнәф Мазһаров Бөтә Союз уҡытыусылар съезы делегаты була, РСФСР һәм БАССР Юғары Советы Президиумы грамоталары менән бүләкләнә.
Райондың абруйлы шәхестәре – Мазһа­ровтар ғаиләһенең йортона һуҡмаҡ бер ҙә һыуынмай. Элекке уҡыусылары ла, дуҫтары ла, мәктәп балалары ла йыш ишек ҡаға улар­ға. Рәйнә Ғәтүф ҡыҙы берәүҙе лә буш ҡул менән, һыйһыҙ сығармай. Уның өҫтәленән Балтас районында ғына һаҡланған милли эсемлек — телеңде йоторлоҡ балан ҡатығы өҙөлмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519