Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Батша тюльпандары”! Осһоҙ хаҡҡа!
“Батша тюльпандары”! Осһоҙ хаҡҡа! Һәр шаршамбы Малаяҙ ауылында үткән баҙарҙа берәүҙәр тауарын һатып аҡса эшләһә, икенселәр һатып алып шатлана. Тик миҙалдың ике яғы булған кеүек, бында ла үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусылар, башҡалар иҫәбенә кеҫәһен ҡалынайтырға теләүселәр, мутлашыусылар күбәйҙе.
Баҙарҙың – үҙ ҡанундары. Ул асыҡ ауыҙҙарҙы, тыныс холоҡло, иҫәп-хисапты насар белгәндәрҙе яратмай. Ундайҙарҙы тиҙ генә төп башына ултырталар. Беҙҙе лә баҙар теләр-теләмәҫ кенә ҡаршы алды. Һатыуға оҫтарып, аҡса тәмен яҡшы белгән һатыусылар үҙ урындарынан аҙ ғына ла шылырға теләмәне. Гәзиткә яҙҙырабыҙ, тип әйткәс, теләмәй генә сигенеп, редакция хеҙмәткәрҙәренә урын бирҙеләр.
Гәзиткә яҙҙырып ултырған саҡта, теләмәһәң дә, баҙарҙағы ваҡиға­ларҙың шаһиты булаһың. Яныбыҙға бер әбей килеп баҫты. Ул йыраҡ ҡына ауылдан кәбеҫтә үҫентеләре һатырға килтергән. Әбей уларҙы теҙеп ҡуйырға ла өлгөрмәне, эргәһенә бер ҡатын килеп:
– Урын өсөн 150 һум түләгеҙ, – тип аҡса таптыра башланы.
– Ҡыҙым, мин яңы килдем бит әле, аҡсам да юғыраҡ, һатһам бирермен, – тип әйтеп ҡараны әбей, тик ҡатын уны ишетергә лә теләмәне. Ахырҙа, ярай, юлға тип алған аҡсам бар ине, шуны булһа ла бирәйем, тип һуңғы һумдарын сығарып һалды ул.
Әбейгә был көндә иртәнән уңыш йылмайманы. Кешеләр кәбеҫтәнең хаҡын һорап-һорап китте, әммә алырға ашыҡманы. Ҡапыл баҙарҙа бер таксист пәйҙә булды. Ул “тимер ат”ы менән туҙан туҙҙырып әбей һатып торған урынға яҡынлашты. “Минең урыныма торғанһың”, – тип был әҙәм аҡыра-баҡыра әбейҙең үҫентеләренә ыңғайланы. Ярай әле ул һауытын алып өлгөрҙө, таксист үҫентеләр торған ерҙә килеп тә торҙо.
Таксистарҙың да – үҙ ҡанундары. Баҙарға ингән урында һәр ваҡыт урын өсөн әрләш-талаш. Аҡса артынан ҡыуып, бәғзеләр кешелек сифаттарын юғалтҡан. Үҙҙәрен ерҙең хужаһы итеп хис итеп, башҡа автомобиль уларҙың “урынына” ултырһа, ҡыҙыл сепрәккә ташланған үгеҙ кеүек, машина хужаһына барып ябырылалар.
Баяғы әбей автомобиль менән ҡыҫырыҡланған көйөнсә һатыуын дауам итте. Беҙ көнө буйы торманыҡ, әммә һығымта яһауы ҡыйын түгел. Бер үҫентене ете һумға һатып, (һауытында мин барыһы 40-ҡа яҡын кәбеҫтә иҫәпләгәйнем), әбей ни бары 280 һум аҡса эшләгәндер. Уныһы ла икеле, сөнки беҙ баҙарҙа булғансы бер бөртөк тә алманылар. Тырышып, бөртөкләп тигәндәй үҫтереп, йыраҡ ауылдан үҙ тауарын килтергәндәрҙән дә, көнөнә елле генә аҡса эшләгән коммерсанттарҙан да һатып торған өсөн бер үк күләмдә аҡса түләтеү дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым.
Шунда уҡ сиғандар, кешеләрҙе алдап, ябай ләлә сәскәләрен “Батша тюльпандары” тип һатты. Уларҙы береһе лә ҡыҫырыҡламаны ла, мутлашҡандарын белеп тә, күҙ йомдолар.
Шулай, ҡулды йыуғандан һуң алтыны йыуылып төшкән беләҙек, балдаҡ, “Батша тюльпандары”н һатҡан сиғандар, кешелек сифатын юғалтҡан таксистар, ғауға күтәреп, үҙ дөрөҫлөгөн иҫбат итеп өйрәнгән халыҡ хакимлыҡ итә баҙарҙа. Бәлки, берәй ваҡыт бында әзәмсә ҡанундар ҙа табылыр?









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509