Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәмәлгә “шүрәлеләр” эйәләгән...
Ирәмәлгә “шүрәлеләр” эйәләгән... Бер төркөм турист Ирәмәлгә ҡырағай сәфәр ойошторған. 11-12 июндә улар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә квадроциклдарҙа менгән. Тауҙағы йылға һикәлтәләре лә, ҙур таштар ҙа, ҡуйы урман да туҡтата алмаған уларҙы.


“Саҡырылмаған ҡунаҡтар” ағастарҙы ҡырҡыуҙан да тартынып тормаған. Үҙҙәренең башҡарған эштәрен видео­камераға төшөрөп, Интернет селтәренә лә һалғандар. Закон алдындағы яуаплылыҡ тураһында онотҡандар, күрәһең.
Татарстан туристарының һәүәҫкәр видеояҙмаһы киң мәғлүмәт саралары хеҙ­мәт­кәрҙәренең иғтибарын йәлеп итеп кенә ҡалманы, беҙҙең депутаттарҙың һәм эколог­тарҙың да ҙур ризаһыҙлығын тыу­ҙыр­ҙы. Әлеге осраҡ буйынса прокуратура тикшереү башланы. Кисә төрлө власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары белгес­тәренән торған эксперт төркөмө “Ирәмәл” тәбиғәт паркына юлланған. Комиссия экстремалдарҙың тауға ҡайһы биләмә аша үтеүен һәм үҫемлектәргә ниндәй зыян килтереүен асыҡла­ясаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, данлыҡлы тауға еңел генә күтәрелергә теләүселәр осрап тора. 1965 йылдан бирле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән Ирәмәлгә 2010 йылдың октябрендә Магнитогорск ҡалаһының «Шүрә­ле» клубы ағзалары алты джип менән барып менгәйне. Был хәлдән һуң, Башҡорт­остан етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың махсус бойоро­ғона ярашлы, ҡәтғи саралар күрелде.
“Изге Ирәмәл тауына ойошторолған автомобиль “экскурсия”һына ҡарата асыуым сикһеҙ. Уларҙың һаҡ­лауға мохтаж булған уникаль тәбиғәт ҡосағына машиналар менән үтеп инеп, күңел асыуын, ағастарҙы киҫеп юл һалыуын ысын вәхшилек тип иҫәпләйем. Республиканың тәбиғәтте һаҡлау буйынса вәкәләтле органдарына бындай турис­тарҙың ҡылыҡта­рын баһа­лап, етди саралар күрергә кәрәк. Мин, республика етәксеһе булараҡ, ҡала һәм район хакимиәттәре баш­лыҡтарынан айырыуса һаҡ­ланыусы тәбиғәт биләмә­ләренә ҡарата бындай мөнәсәбәткә юл ҡуймауҙы һәм һәр етәксенән изге урындарыбыҙҙы ҡәҙер­ләүҙе ҡәтғи талап итәсәкмен”, – тигәйне ул саҡта Рөстәм Зәки улы. Тиҙ арала «Ирәмәл» тәбиғәт паркын булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйылды.
Ирәмәлдең халҡыбыҙ өсөн изге тау икәнлеген белә тороп та, күрше төбәк вәкилдәренең вәхшиҙәрсә ҡыланыуын аңлауы ауыр...









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509