Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диплом өй һалып, аҡса тапмай
Диплом  өй һалып, аҡса тапмай Ниһайәт, мәктәптәрҙә имтихандар мәле тамамланды. Хәҙер сығарылыш кисәләрен үткәрергә лә артабан һөнәр алыу тураһында уйларға ҡалды. Йыйған балл күләменә ҡарап, һәр кем юғары уҡыу йортон штурмларға йыйынасаҡ. Хәленән киләме-юҡмы, мотлаҡ шуға ынтыласаҡ. Ә кәрәкме икән был?
Яңыраҡ Интернет селтәрендә бер хәбәргә барып юлығыуым тағы ла ошо хаҡта уйланырға мәжбүр итте. Йәш ғаилә башлығы булған ирҙән ине ул. Бына нимә тип яҙа был исеме билдәһеҙ кеше: “Беҙҙең ғаиләлә уҡыу, белем алыу бик мөһим ине. Беҙ – уҡыған зат, тип үҙебеҙҙе гел бер башҡа юғары тойоп йәшәнек. Ике ҡыҙыл дипломлы белгес булдым. Үҙем кеүек яҡшы ғаиләнән уҡыған ҡыҙҙы һайлап кәләш итеп алдым. Ата-әсәһе – ябай ауыл кешеләре, күп балалы ғаилә. Ихаталары тулы техника, мал, ҡош-ҡорт. Өйҙәрен­дә, хатта мунсаларында душ кабинаһы бар, автомат кер йыуыу машинаһы тора, заманса саң һурҙырғыс... Ҡайным менән ҡәйнәм һәр балаһына йә фатир, йә машина алырға ярҙам иткән. Һаман да ит етештереп, йәшелсә үҫтереп һатып аҡса эшләү яғын ҡарайҙар. Ә беҙҙең ғаиләлә юғары белем билдәһе булған дипломдан, дәүләт эшенән, ихатала атайҙың кредитҡа алынған машинаһы­нан тыш күренерлек байлыҡ юҡ, хатта һыу үткәрергә лә аҡса арттыра алмай­быҙ, сөнки китап уҡыуҙан, өҫтәл артында аҡһөйәк булып ултырыуҙан башҡаға өйрәнмәгәнбеҙ. Йәшелсә үҫтереп һатыу ҡайҙа инде ул – оят! Ер соҡоу ҙа беҙҙең эш түгел, ана, уҡы­мағандар соҡоһон... Элек институтта белем алмаған кешеләргә түбәнһе­теберәк ҡарай инем, был ғаиләгә кейәү булғас, фекерем үҙгәрҙе. Уҡыу тип баш сөйгәнбеҙ, ә донъя көтөргә әҙерләнмә­гәнбеҙ. Атай-әсәй ҙә, үҙебеҙ ҙә был хаҡта уйланмағанбыҙ. Аҙаҡ та өлгөрөр­бөҙ мал йыйып, килен йә кейәү әҙергә килһә, холҡо боҙола, йәнәһе. Баҡтиһәң, етеш, бай йәшәр өсөн мотлаҡ институт бөтөргә кәрәкмәй. Ғаилә ҡорғас, айырым йәшәргә кәрәк. Ҡайным, саҡ ҡына һуңыраҡ ярҙам итербеҙ, әлегә үҙегеҙ аҡса йыя тороғоҙ, тип әйтте. Етмәһә, әсәйҙәр ҙә торлаҡ алып ҡалығыҙ тип ашыҡтыра башланы. Әммә яҡшы эштә эшләһәк тә, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәүҙән, теге-был сығымдарҙан аҡса арттырып булмай. Шунда төшөндөм дә: мин бер нәмәгә лә ҡулайлашма­ғанмын, нимәне нисек башларға белмәй юғалып ҡалам. Хатта тәүҙә ҡара эшкә ерекмәй ыҙаланым, һәнәк-көрәк тота ла белмәнем, ярай яйлап өйрәндем. Ҡайнымдар алдында оят, бөтәһен дә йүнләп биреп торалар. Кәләш, нимәгә һинең ике дипломың, техникум тамамлап, эшләп, берәй торлаҡ йүнләй торһаңсы, тип әрләшә. Шуға ла ир-егеттәргә әйтер һүҙем шул: бер ҡасан да уҡыу тип һөнәр-эште һуңға ҡалдыр­мағыҙ. Уҡымағыҙ тимәйем, уҡығыҙ, ләкин донъя көтөргә лә өйрәнегеҙ. Беҙҙең заманда диплом үҙе өй һалып, үҙе аҡса табып бирмәй”.
Бына заман хәҡиҡәте! Ысынлап шулай бит. Элек дәүләт бушлай уҡыта ла, торлағын да бирә, дауалай ҙа, ял да иттерә ине. Хәҙер барыһы ла кешенең үҙ тырышлығына, оҫталығына, үжәтлегенә барып төртөлә. Состар, йылғырҙар осоро килде. Кем эшләмәй, шуның аҡсаһы юҡ, тимәк, ашамай. Шуға күрә лә матур йәшәйем тигәндәр көнө-төнө ниндәйҙер үҙ кәсебе менән булыша, йүнләй, таба...
Күп кенә егеттәр юғары уҡыу йорто урынына колледжға йә һөнәрселек лицейына барып, тиҙерәк уҡып сығырға ынтыла, йә иһә уҡып та тормайынса эшкә тотона. Уйҙары – йәһәтерәк мөмкин тиклем күберәк аҡса эшләргә, сөнки ул аҙым һайын кәрәк, бөтәһе лә ошо ҡыштыр ҡағыҙҙарҙа иҫәпләнә хәҙер. Кәләш алам тиһәң дә, улар инде һинең дипломыңа ҡыҙыҡмай, ә маши­наң, фатирың бармы тип ҡыҙыҡһына.
Ысынлап та, юғары белем алып та һуңынан һөнәре буйынса эш таба алмай барыбер ҡара эштә йөрөгәндәр күпме! Ундайҙар янында ҡулы эш белеп, төркөмө менән бура бурап, ҡала эргәһендәге ҡасабаларҙа йәшәгәндәргә мунса эшләп биреп, йөҙәр мең һум аҡсаны кеҫәһенә һалып ҡуйған егет булдыҡлыраҡ, йүнселерәк күренә түгел­ме? Йә иһә ауылынан да сыҡмай умар­тасылыҡ, тимерселек, малсылыҡ, йә­шел­сәселек эшенә тотоноп, тауар етештереп һатып килем алғандар... Юҡҡамы ни, тырыш, бөтмөр кешенең ауыл ерен­дә лә йәшәү шарттары бөгөн ҡаланы­ҡынан ҡалышмай: йылы һыуы ла бар, бәҙрәф-душы ла өйҙә, керҙе лә машина йыуа.
Әле сығарылыш класы уҡыусылары тормоштарында тәүге оло һайлау алдында тора. Теге йәш кеше әйткәненсә, уҡымағыҙ түгел, уҡығыҙ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513