Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә күңел һаман Камчатканы һағына…
Ә күңел һаман Камчатканы һағына… Ғәзиз әсә лә, хәстәрлекле ҡатын да, йорт тотҡаһы ла – гүзәл зат. Шул уҡ ваҡытта уларҙың етәксе, әйҙәүсе, хатта Ватан һаҡсыһы булыуҙары ла – инде ғәҙәти күренеш. Хәйер, һуңғы бурыстарына килгәндә, башҡорт ҡатын-ҡыҙы элек-электән яу сапҡан, ырыу-ҡәбилә башлығы һәләк булып ҡалһа, идара итеүҙе үҙ иңенә алған.

…Камчаткала һауа шарттарының ҡырыҫ икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Ә бит ҡайһы бер кешеләр унда ғүмере буйы йәшәй. Әлшәй ҡыҙы Гөлнур ҙа ул яҡтар хаҡында ишетеп кенә белгән, әлбиттә, әммә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмеремде шунда үткәрермен, хатта ҡырыҫ Камчатканы үҙ итермен, тип уйлап та бирмәгәндер. Тик әҙәм балаһын тәҡдир йөрөтә шул.
Буласаҡ ире әрме хеҙмәтенән һуң әлеге яҡтарға эшкә киткәс, Гөлнур ҙа Шәрифуллаһы артынан юллана. Әммә Камчаткаға тәү ҡабат аяҡ баҫҡас та, сирек быуат йәшәп, кире тыуған яғына ҡайтып төпләнгән мәлдә лә һайлап алған юлына һис үкенмәй ул. Киреһенсә, бына нисек юҡһына бөгөн йәшлеген Гөлнур Салауат ҡыҙы:
– Һауа шарттары бик ҡырыҫ булһа ла, кешеләре ихлас ине. Урамда осраған һәр кем һине туғанындай күрә, хөрмәт итә. Иң мөһиме – бындай мөнәсәбәткә тиҙ өйрә­нәһең, шул арҡала аҙаҡ күңелһеҙ осраҡтарға ла тап булманым түгел. Мәҫәлән, үткән быуаттың 80-се йылдарында йәш баламды күтәреп Әлшәйгә ҡунаҡҡа ҡайтып киләм. Автобусҡа инер мәлдә Камчаткала һымаҡ ашыҡмай ғына алға атлайым, йәнәһе лә, ғәҙәттәгесә, инергә ярҙамлашырҙар, урын бирерҙәр. Ҡайҙа, ти, эткеләп-төрткөләп ситкә быраҡтырып ташламаһындармы. Иң һуңғы булып индем һәм баламды күтәргән көйө аяғөҫтө ҡайттым.
…Әйтергә кәрәк, Гөлнур Ситдиҡова сит ерҙә һынауҙы икеләтә үтә. Береһе әлеге һауа шарттары булһа, икенсеһе – шул шарттарҙа хәрби бурыс үтәү.
– Көнмө-төнмө, күнекмәләр булһа, һин тиҙ генә хәрби ҡаласыҡҡа килеп етергә тейешһең. Унда ла эш тамамланмай әле, арҡаңа кәрәк-яраҡ тултырылған ауыр рюкзак аҫып алаһың да, ҡулыңа автомат тотоп, әллә нисәмә саҡрым йүгерергә сығып китәһең, – тип иҫләй Гөлнур Салауат ҡыҙы хәрби йылдарын. Уйлай китһәң, бындай һынауҙы ҡатын-ҡыҙ түгел, хатта ҡайһы бер ир-егеттәр ҙә күтәрә алмай бит.
Нисек кенә булмаһын, лайыҡлы үтәй Гөлнур апай 12 йыллыҡ хәрби хеҙмәтен, көнө буйы лысма һыу итек кейеп йөрөргә, бер туҡтауһыҙ иҫкән әсе елгә ҡаршы йүгерергә, төнө буйы “Град”тан атырға тура килеүенә һәм башҡа ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан. Тик шуныһы үкенесле: хәрби хеҙмәттән хаҡлы ялға Гөлнур Салауат ҡыҙы ефрейтор чинында китә. Йәнәһе лә, вазифаһына ефрейтор погондары ғына тап килә, өлкәнерәк дәрәжә биреү ярамай. Әммә, юҡ тигәндә лә, “майор”ға лайыҡтыр Гөлнур апай!
…Гөлнур Ситдиҡованың Стәрлетамаҡта йәшәүенә инде тиҫтә йыл булып килә. Ғаилә хәленә килгәндә, ул – инде икенсегә өләсәй. Оло ҡыҙы Альбина ейәнсәр бүләк итһә, кесеһе Алина ейән алып ҡайтҡан. Тик бына ул-ҡыҙҙарын, үкенескә ҡаршы, олатайҙары ғына күрә алмаған – Шәрифулла ағай бынан ун йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Камчаткала ерләнгән. Ошо йәһәттән, иманым камил, әлеге ҡырыҫ төбәк Гөлнур апайға беҙ уйлағандан да нығыраҡ яҡыныраҡтыр әле. Ни тиһәң дә, ғүмерҙең иң матур осоро бит ул – мөхәббәт, йәшлек йылдары, әсә булыу бәхете… Ҡайҙа һәм ниндәй һынауҙар-шарттар аша килеүенә ҡарамаҫтан.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513