Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асҡын һылыуҙарының һөнәр асылы
Асҡын һылыуҙарының  һөнәр асылы Лиана менән Диана Зөбәйеровалар “Һылыуҡай – Bashkirian beauty” студияһында 2015 йылда шөғөлләнә башлай. Күп тә үтмәй, “Азия супер моделе” проектында ҡатнашып, уңыш яулайҙар һәм Ҡытайҙағы модель агентлығына саҡырыу алалар, йәғни бер йыл эсендә Лиана менән Диана халыҡ-ара кимәлдәге моделдәргә әйләнә.
Хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү ваҡыты үткәс, Пекиндағы агентлыҡ уны тағы ярты йылға һуҙыуҙы һораған. Әле игеҙәктәр ошо ҡалала эшләй. “Һылыуҡай – Bashkirian beauty” студияһы етәксеһе Линара Таһиро­ваның һүҙҙәренсә, ҡыҙҙар Европанан килгән башҡа моделдәр менән бергә йәшәй. Кастингтарға йөрөү өсөн уларға махсус машина бирелгән. Контрактҡа ярашлы, водитель ишек алдына теүәл ваҡытта килеп туҡтай һәм 10 минут ҡына көтә. Әгәр сығып өлгөрмәһә, модель кәрәкле урынға үҙ көсө менән барырға мәжбүр. Контрактта шулай уҡ нимә ярай, нимә тыйылған икәнлеге асыҡ күрһәтелгән. Мәҫәлән, ҡыҙҙарҙың төнгө клубтарға йөрөргә, киске сәғәт 10-дан һуң урамға сығырға хоҡуғы юҡ, кастингтарҙа арыған йөҙлө булыу, һимереү ҙә тыйыла. Моделдәр көнөнә 5-7 кастинг үтә, һәр сығыш йә шоуҙа ҡатнашҡан өсөн уртаса 1700 юань, беҙҙеңсә 17 мең һум тирәһе аҡса ала. Лиана менән Диананы Ҡытайға оҙатҡанда студияныҡылар юлға ҡарабойҙай ярмаһы, ҡуйыртылған һөт һәм башҡа ризыҡ һалып ебәргән. Ундағы аҙыҡҡа өйрәнеп китеүе еңелдән түгел икән.
Күптән түгел Лиана бар донъяға билдәле “Шанель” мода йорто коллекцияһын күр­һәтеүҙә ҡатнашты. Уны асыу тантанаһында Голливуд йондоҙҙары, шул иҫәптән актриса Кристен Стюарт та булды. Лианаға донъя кимәлендәге саралар ят түгел, бығаса ул Харбин ҡалаһындағы Халыҡ-ара мода аҙналығында сығыш яһаған.
Ғөмүмән, Асҡын районынан сыҡҡан иге­ҙәктәр танылған ҡытай модельерҙарының иғтибарын яулап өлгөргән дә инде. Шоуҙарға даими саҡырыуҙар, подиумда ҡиммәтле биҙәүестәр күрһәтеү, бер нисә ҙур фотосессия эшләү Лиана менән Диананың үҫеш башланғысы ғына әле. Ҡыҙҙар үҙҙәренең “Һылыуҡай – Bashkirian beauty” студияһын онотмай, ундағы уҡытыу­сы­лар, шөғөлләнеүселәр менән бәйләнеште өҙмәй, йыш ҡына хәбәрләшеп, яңылыҡтарын уртаҡ­лашып, уңыштары менән ҡыуандырып тора.

Лиана ЗӨБӘЙЕРОВА:
– Модель эшмәкәрлегендә төп шарт – аралаша белеү, ихласлыҡ һәм асыҡ күңеллелек. Яңынан-яңы кешеләр менән танышырға, башҡа моделдәр менән бер йортта йәшәргә, уларҙың холоҡ-фиғеленә өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы ваҡытта нимәгәлер күҙ йоморға ла мәжбүрбеҙ, шулай ҙа, ғөмүмән, ҡыҙҙарыбыҙ үҙ-ара дуҫ, татыу. Сәфәрҙәргә йөрөүебеҙ һөҙөмтәһендә ҡыйыуыраҡ булып киттек, инглиз телен яҡшылап үҙләштерҙек – башҡа моделдәр менән аралашыу бер ни тормай. Бар яҡлап та камиллашырға тырышабыҙ. Буш ваҡытыбыҙ табылһа, Ҡытайҙың тарихи урындарын, мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ, китаптан да өҙөлмәйбеҙ. Башланғыс белем биргән студиябыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Әлегә төп шөғөлөбөҙ – модель карьераһы, әммә уның ғүмер буйына дауам итмәйәсәген дә яҡшы аңлайбыҙ. Запас планыбыҙ юҡ түгел, ул – кейем дизайны, сөнки белемебеҙ менән кос­тюмдар буйынса рәссамбыҙ. Хәйер, киләсәктә лә әлеге өлкәлә, әммә башҡасараҡ йүнәлештә эшләй аласаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519