Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырҙа үҫкән батыр
Батырҙа үҫкән батыр Һәр кемдең яҙмышы үҙенсә була. Берәүҙәрҙе ул сабый сағынан уҡ иркәләй, икенселәр өсөн “үгәй әсә”гә әүерелә. “Яҙмыштан уҙмыш юҡ”, – тип үҙенә ҡаршылыҡһыҙ буйһонғандарҙы ла аямай ул, ҡыйынлыҡтарға ҡаршы көрәшкән көслө ихтыярлы, һәләтле кешеләрҙе лә ғүмер буйына һынай.
22 июнь. Йылдың ин оҙон көнө, төшкө ҡояштың иң бейеккә күтәрелә торған мәле... Ләкин нәҡ ошо иртәлә афәт – һуғыш башлана.
Батыр ауылынан 100-гә яҡын ир-егет Ватан һаҡларға китә. Туғандары береһенән-береһе оҫта көрәшсе Бағаевтарҙы ла бер-бер артлы изге яу ҡырына оҙата. Улар – Ғабдрахман, Әхмәтсадиҡ, Миңләхмәт, Фазлыйәхмәт, Мулләхмәт, Әбелғата, Ғәбделәхәт.
Батыр ауылына нигеҙ һалған Бағаевтар нәҫеленең һигеҙенсе быуынына тура килә был ҡәһәрле һуғыш. Шәжәрә ағасына үткер балта сабыла.
– Иҫән йөрөп, һау ҡайтығыҙ! Һеҙгә аманатыбыҙ шул: еңеп ҡайтығыҙ, балаҡайҙарым! – тип ҡала Шәйәхмәт бабай менән Миңзифа инәй Ғабдрахман менән Әхмәтсадиҡты яуға оҙатҡанда. Ата-әсәһенең изге аманатын ант һымаҡ ҡабул иткән улдарынан бер-бер артлы хаттар килә, ләкин күп тә үтмәй йән тетрәткес ҡайғы ябырыла – ике улдарына ла “ҡара ҡағыҙ” алалар.
Төпсөк улдары Әхәт бигерәк йәшләй китә яу яланына. Күңелендә Тыуған илгә ҡарата күпме мөхәббәт хисе булһа, немец илбаҫарҙарына ҡарата нәфрәте лә шул тиклем көслө. Был тойғо ҡурҡыу белмәҫ егетте сая яугир итә. Ә бит матур башлана уның тормош юлы. Тәүҙә Таймаҫ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Уҡыған йылдарында комсомолға инә. Шиғыр яҙырға һәләтле була (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һаҡланмаған). Йәштәргә хас дәрт-илһам менән яңы аяҡҡа баҫып килгән колхоз тормошон нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап хәрби комиссариат тупһаһын күп тапаған Ғәбделәхәт теләгенә өлгәшә. 1942 йылдың ғинуарында саҡырыу ҡағыҙы килә. 219-сы уҡсылар дивизияһы ҡарамағындағы курсты тамам­лағас, 1942 йылдың майында, һуғыш юлын орудие тоҫҡаусыһы булып Воронеж ҡалаһы янында башлай ул. Дошман менән арыҫландай алыша Батыр ауылы батыры. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана, орудие командиры итеп тәғәйенләнә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт тиһәң дә, ошо осорҙа ниндәй генә һуғыштарҙа ҡатнашмай ҙа нисә тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашмай яугир! Бына бер эпизод.
...Һыҙылып ҡына таң атып килә. Ут һыҙығында урынлашып, артиллерис­тар дошман һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнә.
Ғәбделәхәт Бағаев үҙҙәренән өс йөҙ метрлап алда бер яҡ ситтәрәк һалам эҫкертен шәйләп ҡала. Ул батарея командиры янына йүгереп бара ла үҙ оруди­еһын шунда урынлаш­тырырға рөхсәт һорай. Мәсьәләне тиҙ аңлап алған лейтенант ризалыҡ бирә. Тупсылар орудиеларын дошманға һиҙҙермәй генә шул эҫкерт артына урынлаштыра. Оҙаҡламай фашистар һөжүм башлай. Төп йүнәлештә урынлашҡан башҡа орудиелар аж­ғырып килгән немец танкына ҡаршы ата башлағас, Ғәбделәхәт эҫкерткә ут төр­төргә ҡуша. Еүеш һалам ҡуйы төтөн сыға­рып яна башлау менән, уның ышы­ғына туптарын һөйрәп сығарып, төҙәп кенә атып, берәм-берәм дошман танктарын ҡыйраталар.
Бер тәүлек үткәс, йөҙө генә күренеп һушһыҙ ятҡан Ғәбделәхәтте табып, тупраҡ өйөмөнән ҡаҙып алалар. Ауыр яраланып, күп ҡан юғалтҡан яугир госпиталгә оҙатыла, ләкин был ваҡытта инде тыуған ауылына “ҡара ҡағыҙ” китеп өлгөргән була. Госпиталдә дүрт айға яҡын дауалан­ғандан һуң Ғәбделәхәт­те тура Ташкент ҡалаһына, хәрби учили­щеға ебәрәләр. Әммә Ватан өсөн ҡанлы алыш барғанда түҙеп тороп буламы ни – егет, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, рапорт артынан рапорт яуҙыра.
Ниһайәт, уның теләген ҡәнәғәт­лән­дерәләр. 1943 йылдың көҙөндә тағы ла ут эсенә инә. Илбаҫарҙарҙы илдән ҡыуыуҙа, Польша, Чехословакия ерҙәрен дошман ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүге наградаларына I дәрәжә Ватан һуғышы ордены өҫтәлә. Тағы ла ике тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға. Ә ҡырҡ бишенсе йылдың 29 апрелен Ғәбделәхәт ғүмерендә лә онотмай.
...Көнсығыш Пруссияла бәләкәй генә ҡаланан алыҫ булмаған ҡалҡыулыҡта урын­лашҡан артиллерия батаре­яһына дошмандың ҡамауҙа ҡалған ҙур ғына төркөмөн юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Оҙон көн буйы барған был алышта беҙҙең артиллеристарҙың да сафтары ныҡ һирәгәйә. Кискә ҡарай ҡалҡыулыҡта орудиеһы менән бер үҙе тороп ҡала Ғәбделәхәт. Бер нисә урындан яраланыуына ҡарамаҫтан, үҙе ҡороп, үҙе тоҫҡап атыуын дауам итә. Инде снарядтары бөткәс, өҫтөнә ажғырып килгән һуңғы фашист танкыһына гранаталар бәйлә­мен тондора ла, ҡанһырап, ергә ауа...
Иртәгәһенә ҡаһарман яугир­ҙәрҙе ҡалҡыулыҡ түбәһендәге туған­дар ҡәберлегенә ерләргә булалар. Санинструктор ҡыҙ Аня, өҙөлөп һөйгән Ғәбде­ләхәтен ҡара ер ҡуйынына төшөрөргә ирек бирмәйенсә, күкрәгенә ятып һулҡылдап илай. Шул саҡ уның һиҙгер бармаҡтары егеттең беленер-беленмәҫ кенә типкән пульсын тойоп ҡала. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй аптырап ҡалған ҡыҙ, ярһып типкән йөрәген саҡ тыйып: “Тере... Тере!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Йәшәү менән үлем араһында ятҡан яугирҙе тәүҙә ялан, һуңынан Лодзь ҡалаһындағы госпиталгә оҙаталар.
Бик оҙаҡ алыша әжәл менән Ғәбделәхәт. Шулай ҙа йәш, көслө организм еңә, ләкин уның һул ҡулын беләктән юғары киҫеп ташларға тура килә. Тик йөрәкте бүлгеләп булмай шул. Бала саҡтан эҙҙәрен һаҡлаған, йәшлек таңын аттырған ауылы, мәңге көтөргә вәғәҙә биреп, уны оҙатып ҡалған мөхәббәте тарта күңелен.
...Ә инде батырлығының сығанағы тураһында һөйләүен һораһаң, быуындан быуынға изге мираҫ булып килгән башҡорт халҡының ҡаһарман­лығына баҫым яһар булған ул: “Шоңҡар халҡым әле 1812 йылғы Ватан һуғышында уҡ үҙенең ҡыйыулығы, батырлығы менән Парижды таң ҡалдырған... Уның улдарының ҡанында Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫлановтың һүнмәҫ рухы, азатлыҡ, ирек өсөн көрәш дәрте бар. Ә минең әсәйемдең әсәһе – Кинйә Арыҫланов тоҡомонан. Батырлыҡ ул – иң ауыр минуттарҙа үҙең булдыра алғандан да күберәкте эшләү, ебеп ҡалмау, хатта үлемгә барыуҙан да ҡурҡмау. Минеңсә, был һалдаттың бурысы ғына”.
Гвардия сержанты Ғәбде­ләхәт Бағаев, туғыҙ ай дауаланып, тыуған төйәге Батырға әйләнеп ҡайта. Һуғыш үҙе килеп етмәһә лә, ялҡыны ныҡ көйҙөргән ауылда ял итеп ятырға тура килмәй һалдаттарға. Улар бөтә көстәрен һалып үтә ныҡ ҡаҡшаған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырырға тотона. Ғәбделәхәт тә ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Фёдоровка ауылында асылған бер йыллыҡ курста уҡып, колхозда хисапсы, аҙағыраҡ келәт мөдире булып эшләй. Һөйгәне Райхан менән ҡауышып, матур донъя көтәләр. Башта ҡыҙы Фәнүзә, унан улы Кәфил тыуа.
Ләкин тормош тағы ла бер рәхимһеҙлек күрһәтә Ғәбделәхәткә. 1951 йылда Райханы вафат була. Был ҡайғыны нисек кенә ауыр кисермәһен, тормош дауам итә, үҙ талаптарын ҡуя. Ил яралары менән бергә яугирҙең йән йәрәхәттәре лә уңала, тормошо яйлана кеүек. Әммә йөрәк әрнеүе һис тынғы бирмәй, һуғышта һәләк булған ҡәрҙәштәрен һәм иптәштәрен иҫкә алғанда, үҙе менән булған бер ваҡиғаны гел хәтерләй.
“Тревога буйынса йүгерешеп орудиелар янына сыҡтыҡ. Тиҙ генә яҡындағы һарайҙан аттарҙы сығарып егергә тотондоҡ. Ҡабаланып, дил­бегәләр онотолоп ҡалған булып сыҡты. Мин йүгерә һалып шулар артынан һарайға инеп киттем һәм... ҡолаҡ тондорғос көслө шартлау яңғыраны. Сығыуыма иптәш­тәремдән дә, аттарҙан да бер нәмә лә ҡалмағайны...” – ти ул.
Бына шулай яҙмышын ил, халыҡ яҙмышы менән бәйләгән Батыр нәҫеленең батыры Ғәбделәхәт бер нисә тапҡыр үлем менән осрашып, уны еңеп сыға, ут-дауылдар аша үтеп, һыңар ҡулын ҡалдырып, тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ләкин...
Уның үлеме 1959 йылдың йәмле йәй көнөндә, төшкө аш ваҡытында була. Был ваҡытта ул ялан ҡарауылсыһы вази­фаһын башҡара. Ғәбделәхәт һыбай килеш бесәнселәр янына елә. Унда барып етеүгә һибәләп кенә ямғыр яуа башлай, ә күктә ҡояш көлә! Көтмәгәндә һуғыштағы кеүек йәҙрә шартлаған тауыш ишетелә. Һыбайлы батырҙы йәшен ата...
Ғүмерең йәшендәй йәшнәп тиҙ үтеп китһә лә, ҡабатланмаҫ батырлыҡтар эшләп өлгөр­гәнһең, уны йәшәү өсөн көрәшеп үткәргәнһең. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Һинең улдарың тоҡомоңдо, шәжәрә ағасыңды дауам итер.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840