Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышы
Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышы “Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт – йәшәүҙең төп нигеҙе. Шул рәүешле кеше үҫә, тормош ҡора, ижад итә, эшләй.
Балаларҙы, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар сығарған кеүек, уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан. Ололар һөйләүенсә, борон, йәш быуынды мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар махсус ярыштар ойошторор булған. Дүрт-биш йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары һыбай йөрөргә, уҡ атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән.
Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, быуындар бәйләнешен нығытыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янында республикала тәүге тапҡыр үткән “Уйын” байрамы был бурысты тейешенсә атҡарҙы.
Иртүк һабантуй майҙаны йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Байрамға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынған яҡташтар, тамаша ҡылырға ҡунаҡтар йыйылды. Быға тиклем һалҡын көндәр тороп, кинәт йылытып, ҡояштың ҡыҙҙырыуын ололар фатиханың көсө менән бәйләне. Халыҡ геү килде. Берәүҙәр тәмле еҫтәр аңҡытҡан ҡаҙандар янында тамаҡ ялғаны, кемдәрҙер сауҙа нөктәләре яғында әйбер ҡараһа, өсөнсөләр таныштарын осратып, хәл-әхүәл белеште.

Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышыКилгән ҡунаҡтар – Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, республиканың мәҙәниәт минис­тры Әминә Шафиҡованың һабан­туй айҡанлы ҡотлауҙары тос булды. Рәсәй Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Ҡырмыҫҡалы районын­дағы сараларҙың федераль кимәлгә күтәрелеүен бил­дәләне.
Франциянан килгән ҡунаҡ иһә тамашанан хайран ҡалыуын йәшермәне:
– Бөгөн ҡояшлы көн. Һеҙ күңелегеҙҙә ғөрөф-ғәҙәттәрегеҙҙе һаҡлайһығыҙ. Ошондай байрамды күреүемә сикһеҙ шатмын, –тине.
Хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса ағымдағы яҙғы сәсеү эштәрен сифатлы атҡарған һәм ваҡы­тында тамамлаған предприятиелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тары хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы менән аҡсалата премия алды, райондың почетлы граждандары билдәләнде.
Һәр ауыл хакимиәте, ойошма үҙ тирмәһен үҙенсәлекле, сағыу итеп ҡорған. Тирмә эсендә ауыл хужалығында етештерелгән ҡымыҙ, йылҡы ите, бал һәм башҡаһы урын алған.
Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышыБайрам барышында “Бүләктәр аллеяһы” интерактив этнографик майҙансығы эшләне. Боронғо йола буйынса бында теләгән һәр кем ярыштың еңеүсеһенә үҙенең бүләген ҡалдырып китә алды. “Солоҡсолоҡ” майҙансығында солоҡ менән эшләү күрһәтелһә, “Башҡорт аты”нда ҡунаҡтар ҡымыҙҙан, ҡаҙылыҡтан ауыҙ итте. Шулай уҡ “Башҡорт йәйләүе”, тирмәләр, халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһе эшләне.
Алдынғыларҙы данлау-бүләкләүҙән һуң, “Уйын” халыҡ байрамы башланды. Элек йыйындарҙа башҡорттар шуҡ­лыҡ­та, көслөлөктә уҙышҡан. Шулай уҡ бейеүселәр, йырсылар, музыканттар ярышҡан. Тамашасылар Ҡырмыҫҡалы халҡы ҡатнашыуында көйәнтә-биҙрәләр менән, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, ҡапсыҡ менән йүгереү уйындарын ҡараны. Ә уларҙың сығышын абруйлы жюри баһаланы. Уға Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев менән бергә билдәле спортсылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ингәйне. Сәхнәлә “Кил уйынға, дуҫҡайым” вокал-хореография компози­цияһы барҙы.
Уйында Әбйәлил, Бөрйән, Ғафури, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм Мәләүез райондары вәкилдәре ҡатнашты. Байрам 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан “Uralfest” проектының бер өлөшө булып тора. Проект Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булған.

Милли көрәш
Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышыМилли көрәш барған майҙан иң күп тамашасыны йыйҙы. Элек-электән халҡыбыҙ араһында киң таралған, төрлө йыйындарҙың йәме булған был ярыш айырыуса ҡыҙыу барҙы. Финалға Ҡыр­мыҫҡалы районының Һәүәләй ауылынан Артур Зөлҡәрнәев менән Учалы ҡалаһынан Александр Шумков сыҡты. Алышҡа спорт комментаторы Марат Әбүбәкеров аңлатма биреп барҙы. Ярышты билдәле көрәшсе Вәкил Ильясов та ҡарап ултырҙы. 75 килограмм ауырлыҡтағы 20 йәшлек Артур менән 120 килограмм ауырлыҡтағы 43 йәшлек Александр көрәшен тамашасылар ихлас дәртләндереп, ҡыс­ҡырҙы, алҡышланы:
– Артур, бирешмә!
– Ҡунаҡ кеше алһын һарыҡты – күңеле булып ҡайтыр!
– Ҡуй, Учалыға киткәнсе, һа­рыҡ бында ғына ҡалһын!
Кәүҙә ауырлығы айырмаһы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, “Майҙан батыры” исеменә Артур Зөлҡәрнәев лайыҡ булды.

“Таш ырғытыу”
Был – бик боронғо көс һынашыу алымы. Мифологик тамыры көс культына бәйле. Батыр егет оло ташты күтәреп сойорғота. Ни тиклем алға ташлай – тимәк, шул хәтлем көслө. Таштың ауырлығы – 60 килограмм. Унда Ғафури, Әбйәлил, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай райондары вәкилдәре ҡатнашты. Ишембайҙан Марс Нурғәлиев еңеүсе тип табылды.

“Ылаҡ”
“Ылаҡ” уйынын халыҡ айырыу­са ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ул – Урта Азия халыҡтарының милли уйыны. Ҡатнашыу­сылар – ҡыҙыл кейемдә – Учалы районының “Ирәмәл”, йәшелендә – Ҡыр­мыҫҡалының “Табын” командалары һыбайлылары уйын майҙанының ике яҡ ситенә урынлаштырылған ҡаҙанға кәзә төшөрөргә тейеш. Командалар капитандары майҙан уртаһын­дағы малды һыбай көйөнсә эйелеп эләктерергә һәм ҡаршы яҡтың ҡаҙанына төшөрөргә тейеш. Уйын ҡағиҙәләре буйынса, унда ҡатнашыусылар бер-береһен этергә, кәзәне икенсе команданан һалдырып алырға хоҡуҡлы. Кәзә муляжы әле бер, әле икенсе төркөмгә күсеп торҙо. Уйын 15 минут дауам итте. Һөҙөмтәлә “Табын” еңеүсе тип табылды.

Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышы“Мәргән уҡсы”
Уҡтан атыу – мәргәнлеккә һынашыу. Уйында Табын, Бөрйән, Тамъян, Йомран-Табын, Юрматы, Ҡара-Табын, Барын-Табын ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашты. “Төньяҡ амурҙары” тарихи клубы ағзалары Юлай Ғәлиуллин менән Рафаэль Амантаев ярышты баһаланы. Һәр ҡатнашыусыға өсәр уҡ бирелде. “Мәргән уҡсы” исемен Әбйә­лилдән Рушан Хәсәнов яуланы.

“Таштабан”
Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Ишембай, Ғафури, Мәләүез, Учалы райондары вәкилдәре бер-бер артлы сығып, бейеүгә әүәҫлеген күрһәтте. Халыҡ уларҙы дәррәү алҡыштарға күмде.

Һыбайлыларҙың
төрлө трюктар эшләүе (“джигитовка”)
Сабып барған ат өҫтөндә торған килеш йә иһә йөҙтүбән үтеү, ат кәүҙәһен уратып әйләнеп сығыу һәм башҡа алымдарҙы башҡарған егеттәрҙең һәм ике ҡатын-ҡыҙҙың оҫталығына халыҡ хайран ҡалды.
Уйын – ул тарих, уйын – ул хәтер, уйын асылы – рух сағылышыИке команда оҫталығын күрһәтте – хужалар һәм Учалы районының “Байрамғол” агрофир­маһынан. Әйтергә кәрәк, ҡунаҡ­тарҙың программаһы бик ҡат­марлы трюктарҙан торҙо. Һыбай­лыларҙы оҫталыҡҡа Өфө ҡалаһы циркы тренеры М.С. Солтан­гәрәев өйрәткән.

“Ҡыҙ ҡыуыу”
Ҡыҙ ҡыуыу – борондан килгән ярыш. Был төр уйын Волга һәм Урал буйы халҡында киң тарал­ған. Ярыштың тәүге яртыһында егет ҡыҙҙы ҡыуып етеп үбергә, икенсеһендә ҡыҙ егетте баҫты­рып, ҡамсы менән һуғырға тейеш. Был тамашаны Рената менән Вадим Ғәбитовтар оҫта башҡарҙы.

Тырантастар парады
Тырантастар парадында Ҡыр­мыҫҡалы районының Атйетәр, Боҙаяҙ, Ефремкин, Ҡабаҡ, Ҡарлыман, Ҡырмыҫҡалы, Николаевка, Яңы Ҡыйышҡы, Подлубов, Прибельский, Һәүәләй, Сахай, Иҫке Муса, Иҫке Бәпес, Шайморатов ауыл хакимиәттәренән ҡатнаштылар. Тырантастарҙың төрлөһөн осратырға була ине был көндө: “туй”, “тиҙ ярҙам”, “балалар”, “башҡорт”, “йәрминкә”, “партизан” һ.б.
“Көтөүселәр”
Ир-егеттәр ошо һөнәргә бәйле ярыштарҙа көс һынашты: сыбыртҡы шартлатыу, ваҡытҡа аттың эйәрен һалыу һәм яңынан эйәрләү. Бында Ҡырмыҫҡалынан Рәмил Сабитов бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне.

Ат ярышы
Ат – башҡорт халҡының изге малы. Элек бер эш тә унһыҙ башҡарылмаған. Бәйге – һабантуйҙың төп биҙәктәренең береһе. Күптәр тап уны ҡарар өсөн генә лә хеҙмәт байрамына килә.
Ярыш өс заездан торҙо. Һәр береһендә бишәр ат ҡатнашты. Бөтә һыбайлылар араһынан лидерҙар билдәләнде. Өс заездан беренсе килгән ике ат финалға сыға ине. Ҡыр­мыҫҡа­лы районының Олокүл ауылынан Илмир Әминев “Ахиллес” ҡуша­матлы аты менән финалға үтте. Финалда ла ул беренсе булды.
– Мин был сараға ғинуар айынан әҙерләнә башланым, еңергә теләгем бик көслө булды. Иптәш егетем менән бәхәсләшеп тә ҡуйҙыҡ. Һабантуйҙа йыл һайын ҡатнашам, әммә был тәүге еңеүем, – тип шат йылмайҙы егет.
Ат спорты ярыштары тамамланыу менән өлкәнерәк быуын үҙешмәкәрҙәрҙең, ижади коллек­тивтарҙың концертын ҡарарға ашыҡһа, йәшерәктәр төрлө спорт ярыштары, конкурстар барған яҡҡа атланы. Кескәй тамашасылар ҙа үҙҙәренә шөғөл тапты: хәлдәре бөткәнсе батутта һикереп, йырлап, бейеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты.
Ойоштороусылар үҙ маҡса­тына иреште: башҡорт мәҙәниәте байрамы сағыу тамашаға әйлән­де. Боронғо уйындар, ысынлап та, һәр кемдең күңеленә хуш килде. Башҡорттарҙы тәү сиратта ҡаҡшамаҫ рухлы, көслө яугир, мәргән халыҡ тип беләләр. Ошо төп асылыбыҙ юғалмаһа, миллә­тебеҙҙең тамыры ҡоромаҫ.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518