Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыйыр һөт бирмәй... Уны һауалар
Һыйыр һөт бирмәй...  Уны һауалар Ауылда кем барыһынан да иртәрәк тора икәнен беләһегеҙме? Кем ҡояштың беренсе нурҙарына тиклем ярты эшен тамамлай? Әлбиттә, һауынсы!
“Ашҡаҙар” кооперативының Корнеевка һөтсөлөк комплексында район хужалыҡтарының машина менән һауыу операторҙары араһында ярыш үтте. Байрам әләмен урындағы предприятиеның алдынғы һауынсыһы Алла Кофонова күтәрҙе.

Сараны Корнеевка ауыл мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәренең сығышы асты. Артабан ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Сергей Новоженин, “Ашҡаҙар” хужалығы директоры урын­баҫары Илнур Хәлитов ҡатна­шыусыларҙы тәбрикләп телмәр тотто.
Йыл да һабантуй алдынан уҙғарылған байрамдың маҡсаты – һауынсыларҙың әҙерлек кимәлен билдәләү, ауыл хужалығында ихтыяж ҙур булған һөнәрҙең абруйын арттырыу һәм үҫтереү. Оҫталыҡ кимәле дүрт этапта тикшерелде. Тәүҙә теория буйынса 20 һорауға дөрөҫ яуап биреү талап ителде. Икенсеһе – һауын аппаратын тәғәйен ваҡытта һүтеп-йыйыу. Иң яуаплыһы, әлбиттә, һыйырҙы һауымға әҙерләү – санитария талаптарын үтәү, еленгә массаж яһау – булғандыр. Махсус лабораторияла Мәләүез һөт-консерва комбина­тының инженер-химигы Елена Новоженина һөттөң таҙалығына анализ уҙғарҙы. Яһалма ҡасырыу буйынса белгестәр ҙә ғәмәли һәм теоретик белеме буйынса һынау тотто.
“Көн дә башҡарылған эш булһа ла, жюри ағзалары алдында бер аҙ ҡау­шата”, – тине Алһыу Ҡотлоғолова, үҙе кеүек конкурсанттарҙың тулҡын­ланыуын аҡларға теләп. Ысынлап та, һауын аппаратын һүтеп-йыйыуға таһыллыҡтан тыш көс тә талап ителә.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов ҡотлау тел­мәрендә һөнәр эйәләренә оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Районда һөт һауыу күрһәткестәренең үҫешендә һеҙ­ҙең тырышлыҡ сағылыш таба. Һауын­сыларҙың эш шарттарын тағы ла яҡшыртыу өсөн ҡулдан килгәнсә тырышасаҡбыҙ”, – тине ул.
Сираттағы конкурсты башлап, “Аш­ҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитов та бер аҙ һүҙ әйтте, һөт һауыу өсөн фән менән дуҫ булыуҙың мөһим­леген дә билдәләне. Әйткәндәй, районда малды йәйләүгә сығарыу ошо хужалыҡта ғына һаҡланған.
Төп төркөмдә беренсе урынды Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан машина менән һауыу операторы Зүлиә Иҫәнъюлова, икенсене – “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприя­тиеһынан Алла Кофонова, өсөнсө урынды йәнә Салауат исемендәге кооперативтан Гәүһәр Фәйзуллина яуланы.
Йәштәр араһында ла урындар бил­дәләнде: беренсе – Салауат исемендәге кооперативтан Гүзәл Иҫәнъюлова, икенсе баҫҡыста – эшҡыуар Кальяновтың хужалығынан Камила Манакова, өсөнсө урында – “Нөгөш” предприятиеһынан Наталья Букаева.
Шуныһы ҡыуаныслы: был һөнәр оҫталары араһында ир-егеттәр ҙә бар. Илдар Ишбирҙин – беренсе, Азамат Катманов икенсе урынды (икеһе лә “Трудовик”хужалығынан) алды.
Яһалма ҡасырыу белгестәре лә етди һынау тотто. Беренсе урынға – Салауат исемендәге кооперативтан Терентий Савельев, икенсегә – “Дружба” хужа­лығынан Бауржан Иманғолов, өсөнсөгә “Ашҡаҙар” хужалығынан Григорий Котов сыҡты.
Ошо уҡ ярышта Мәләүез район ветеринария станцияһы белгестәре лә ҡатнашты. Яһалма ҡасырыу буйынса белгес Юлия Болотникова – беренсе, Софья Подшивалова икенсе урынды алды. Еңеүселәргә маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк бирелде. Ғөмүмән, бөтә ҡатнашыусыларға ла приздар тапшырылды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518