Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыяһың да һатаһың...
Ҡатмарлы ғына осорҙа йәшәйбеҙ: иҡтисади көрсөк бөтә тармаҡтарҙы ла ялмап алды. Ҡайҙа ҡарама, табыш кәмей, сығымдарҙы ҡулайлаштырырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тәүәккәлдәр үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Гөлнара менән Булат Әптековтарҙы тап шундайҙар рәтенә индерергә була. 2013 йылдан бирле ғаилә башлығы, күрше ауыл халҡынан һөт йыйып, уны Йылайыр районының Яманһаҙ ауылына илтеп тапшырып тора.


Төп табыш һөттән икәнлеген аңлаған тырыш ғаилә шәхси ихатала малсылыҡ менән шөғөлләнеү хаҡында хыяллана. Иш янына ҡуш тигәндәй, район етәкселеге ярҙамы менән “Яңы эш башлаусы фермер” программаһына ярашлы, Булат Сәхиулла улы дәүләттән 300 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшә. Малдарҙы ишәйтеү ниәтендә тағы ла 11 баш һыйыр хәстәрләйҙәр, артабан тоҡомло үгеҙ һатып алалар. Йылы ҡура ла эшләйҙәр. Иҫке трактор менән булһа ла, бесән әҙерләп, етерлек мал аҙығы туплана.
– Бөгөн эре малдарҙың барыһы ла ҡырҙа, ә быҙауҙарҙы өйрәнгәнсе сығар­маҫҡа булдыҡ, – ти йорт хужабикәһе. – Һыйырҙарҙы үҙем һауҙым, һөт артҡас, бер кешене эшкә алдыҡ. Яҡын-тирәлә ҡаланың булмауы ғына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Көн дә баҙарға сығып булмай, шуға һөттө шул килеш тапшырып тороу отошлораҡ. Ҡулға “тере” аҡса ла керә, һөтөң дә әсеп ултырмай.
Ауыл хужалығында техникаһыҙ алға китеп булмай. Яңы эш башлаусының “Беларусь” тракторы бигерәк иҫке, яңыһын алырға әлегә мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә ғаилә, дәүләт ярҙамына ышанып, киләсәктә “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” дәүләт програм­маһында ҡатнашырға теләй. Бының өсөн кәрәкле документтарҙы тултырыу, бизнес-план төҙөү менән булыша ла башлағандар.
– Яйлап мал һанын арттырып, аҙбарҙарҙы яңыртҡанда, эште артабан киңерәк йәйелдерергә була. Хәҙер балалар ҙа ярҙамлаша, ауылдаштар ҙа кәсебебеҙгә ыңғай ҡарай, – ти ғаилә башлығы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512