Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеште хеҙмәт тиҙләтә
Үҫеште хеҙмәт тиҙләтә Кешелектең бөгөнгө йәшәйешен электр энергияһынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул — сәнәғәттең юғары технологияларға ҡоролған, иң әүҙем үҫеш алған йүнәлеше.


Тармаҡ алдындағы бурыстар ҡатмар­лы. Энергетика ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу, электрға йылдан-йыл үҫә барған ихтыяжды тейешенсә ҡәнәғәтлән­дереү, тармаҡтағы предприя­тиеларҙы донъяның алдынғы ҡаҙаныштары ниге­ҙендә яңыртыу ил күләмендә мөһим социаль-иҡтисади мәсьәлә булып тора. “Туймазы электр селтәрҙәре” акционер­ҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Предприятиеның үткәне һәм бөгөнгөһө Туймазы ҡалаһының тарихи үҫеше менән бәйле. 1960 йылда электр селтәрҙәре контораһы булараҡ төҙөлә ул. Йәнә бер йылдан Туймазыға ҡала статусы бирел­гәс, уның бар яҡлап та үҫеше энергетика ресурстарына ихтыяжды арттыра. Предприятиеға киңәйеү мөмкинлектәре асыла. Ул район-ара электр селтәрҙәре итеп үҙгәртелә. Хеҙмәтләндереү даирә­һенә Ҡандра, Серафимовка ҡасабалары, шулай уҡ Баҡалы һәм Шаран райондары инә был осорҙа.
Үҫеште хеҙмәт тиҙләтәУнан һуңғы тиҫтә йылдар дауамында предприятие төрлө үҙгәрештәр кисерә, әммә төбәктең көнитмешендәге әһәмиәте үҙ юғарылығында ҡала. 2006 йылда ул “Туймазы ҡала электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәтенә әүерелә. Хәҙер инде динамикалы үҫешкә ҡоролған, тотороҡло эшләүсе, заманса компания Туймазы ҡалаһы һәм Серафимовка, Ҡандра, Түбәнге Троицк, Собханҡул ауылдары халҡын һәм ундағы сәнәғәт үҙәктәрен, социаль-мәҙәни объекттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итә. Электр энергияһын ҡулланыусыларға тапшырыуҙы тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү, хеҙмәтләндереү сифатын бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек дәрәжәгә күтәреү өсөн селтәрҙәрҙе яңыртыу, ҡорамалдарҙың ҡеүәтен арттырыу йәһәтенән ҡоласлы эш бара. Әйтәйек, селтәрҙәрҙең үткәреү мөмкинлеген арттырыу маҡсатында 6 кВ көсәнешле линиялар 10 кВ көсәнешлегә алышты­рылған. Энергетика хужалығын яңыр­тыуҙа заманса материалдар, алдынғы технологиялар ҡулланыла.
Туймазы энергетиктары донъяның алдынғы ҡаҙаныштарына нигеҙләнә, техник һәм технологик ҡеүәттәрҙе үҫтерә. Әйтәйек, улар ПЭВМ эске иҫәпләү селтәрен, компьютер графикаһын республикала тәүгеләрҙән булып ҡуллана башланы. Комплекслы техник хеҙмәтләндереү һәм бүлеү селтәрҙәрен ремонтлау, ҡала һәм ҡасабаларҙың оператив схемаһын, шулай уҡ электр селтәрҙәре менән оператив идара итеү диспетчерлығын булдырыу сифатты тағы ла күтәрергә, техник ҡеүәттәрҙе тулы файҙаланып, ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын тейешенсә ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә.
Тырышлыҡ көткән һөҙөмтәне бирә. Мәҫәлән, предприятие “Башҡортостан Республикаһы иҡтисадын үҫтереүҙәге лайыҡлы хеҙмәте өсөн” дипломы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ йәмғиәттең генераль директоры Рәйес Ғүмәров “Рәсәй ерен төҙөкләндергән өсөн” Дөйөм Рәсәй милли премияһына лайыҡ булған. Рәйес Фазылйән улы, әйткәндәй, Милли бизнес рейтингының ойоштороу комитеты тарафынан “Һөнәри уңыштары өсөн” һәм “Иҡтисад ғорурлығы” миҙалдары менән дә бүләкләнгән.
Рәйес Ғүмәров – республиканың энергетика тармағында билдәле шәхес. Ул, Куйбышев политехник институтын тамамлағас, тәүҙә нефть-газ сәнәғәте тармағында эшләгән, армия сафтарында хеҙмәт иткән, аҙаҡ Октябрьский быраулау эштәре идаралығында яуаплы вазифалар башҡарған. 1991 йылдан бирле әлеге предприятиеға етәкселек итә. Уның ныҡышмалылығы, дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы, бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе предприятиеның ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла тотороҡло эшләүенә нигеҙ булып тора. Әйтәйек, ағымдағы йылдың мартында йәмғиәт электр тапшырыу линияларының һәм трансформатор ярҙамсы станция­ларының күп өлөшөн хосусилаштырыуға өлгәшкән. Ҡыйыу һәм киләсәк өсөн әһәмиәтле аҙым тип баһалай быны энергетиктар. Предприятиеның финанс хәлен яҡшыртыу өсөн электр йыhаздарын hәм һаҡлау сараларын лабораторияла һынау, индукцион электр иҫәпләгестәрҙе электрон төрҙәргә алыштырыу кеүек өҫтәмә хеҙмәттәр күрhәтәләр, энергетика хужалығында киң ҡулланыла торған йыһаздар етештереүҙе яйға һалғандар. Электр тапшырыу линиялары өсөн улар эшләгән тимер-бетон бағаналар сит төбәктәрҙә лә ҙур һорау менән файҙа­лана.
Эйе, заман Туймазы энергетиктары кеүек булдыҡлыларҙы үҙ итә. Предприятиела һөнәрен яратҡан, белемле, үҙ эшенә яуаплы, юғары квалификациялы, хатта, әйтергә кәрәк, ҡыйыу һәм сыҙамлы һөнәр эйәләре эшләй. Бында хеҙмәткәр­ҙәргә талаптар юғары, сөнки тармаҡтың үҙенсәлеге шундай. “Туймазы электр селтәрҙәре”нең тырышлығы төбәктә энергетика үҫешен тиҙләтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511