Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ күптән – йәшелсәле ил”
“Беҙ күптән – йәшелсәле ил” Барыһы ла шәхси ярҙамсы хужалыҡтан башланған. Дөрөҫөрәге, ҡала тормошо ығы-зығыһынан арынып, ауылға ҡайтырға ҡарар итеүҙән. Юғары белемле тәжрибәле төҙөүсе үҙ эшен асырға булғас та, күптәр ошо йүнәлеште дауам итер тип уйлағандыр. Ләкин Вәлиев бөтөнләй башҡа юлды һайлай: тыуған ауылы Үрге Уҫлылағы 30 сутыйҙа теплица ҡора. Ауыл эргәһенән үткән юл буйындағы райпо кафеһын һатып ала.
Тыуған ерҙең тартыу көсө барыбер үҙенекен итә. Тик күптәр быны һиҙҙермәҫкә тырыша, ҡала тормошон ташлап, ата-баба нигеҙенә ҡайтырға батырсылыҡ итмәй. Көс-ғәйрәт барҙа тормошоңда боролош яһамағас, “пенсияға сыҡҡас, ҡайтырмын әле” тип үҙеңде тынысландырыуҙар буш ҡыуыҡ ҡына булып ҡала. Унан һуң ер йылыһынан асфальттыҡы яҡыныраҡ тойола башлай. Бер йүнең киткәс инде һуң була. Себер тарафтарында йөрөүҙәр ҙә, йылы ҡала фатирҙарында хыял тулҡынында йөҙөүҙәр ҙә онотола. Ҡартлыҡ килә – һуҡраныуҙар башлана, күңел тыныслыҡ тапмай…

Бөгөн Ләйлә менән Зиннур Вәлиевтәр быуат башында яһаған аҙымда­ры­на һис үкенмәй. Зиннур Мөхтәр улы 2001 йылда уҡ үҙ эшен аса. Ҡасан ғыналыр 30 сутыйҙағы ҡыяр гектар ярым тепли­цаға сыға, быйыл тәүге тапҡыр помидор үҫтерә башлағандар. Стәрле­тамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларында һатып алыусылары бар. “Уҫлы ҡыя­ры” тигән төшөнсә ныҡлы брендҡа әйләнгән.
Алда “Себер тарафтарына” һуҡтырып ҡуйғай­ным. Әлбиттә, кемдер ун­да эшләп бәхетен тапҡан икән – яҡшы, ләкин һүҙем улар тураһында түгел, ә аҙашҡан-алданғандар хаҡында. Вәлиевтәр һы­маҡтарҙы өлгө итеп ҡуйып, бында ла – ғаиләң ҡы­рында ла – ошо уҡты, унан да күберәкте табып була тигәндән. Мәҫәлән, Зиннур Мөхтәр улының теплица­һында ирле-ҡатынлы биш ғаилә Үзбәкстандан килеп кенә лә миҙгеленә беҙҙең хыялда булмаған эш хаҡы ала. Үҙҙәренә ҡайтҡас, ул тағы нисәмә тапҡырға арта. Шуға алтынсы йыл бында ашығалар. Ә беҙҙең ҡайһы бер типһә тимер өҙөрлөк егеттәр “ауылда эш юҡ” тип ята…
Вәлиевтәргә лә береһе-бер әҙерҙе килтереп бирмәй. Гектар ярым ерҙе полиэтилен менән ҡаплар өсөн генә лә йылына 150-шәр метр оҙонлоҡтағы 82 төргәк кәрәк. Электрға, газға хаҡтар буй етмәҫлек. Газ үткәреү өсөн дә аҙ сығым китмәгән. Шул уҡ эшсе биш ғаиләгә бар шарттарға ярашлы биш бәләкәй йортто береһе лә ситтән килеп төҙөп бирмәгән.
Уның ҡарауы, ғаиләнең балаларына, ейәндәренә ҡалырлыҡ эше лә, кем әйтмешләй, ашы ла бар. Илдар улдары үҙҙәре менән бергә тырыша. Рөстәм иһә “Башнефть” компанияһында инженер булып эшләй.
Бейеккә үрләгән ҡыяр, помидор рәттәре буйлап яй ғына барабыҙ. Дымлы йылы һауа. Үҙем дә һиҙ­мәҫтән:
– Ҡасан ғына әле Баш­ҡортостанды “йәшел поми­дорҙар иле” ти торғай­нылар, – тип ҡуйҙым. Зиннур йылмайҙы ла:
– Күҙ теймәһен, по­мидорҙар ептәрен кү­тәрә алмай ултыра, – тине, һоҡ­ланыуын йәшермәй. – Шулай булғас, күптән йәшел­сәле, үҙебеҙҙе тәьмин итерлек илбеҙ. Туймазы фермерҙарына рәхмәт, аралашып эшләйбеҙ.
Хеҙмәттәшлек, бер-береңә ярҙам итеп йәшәү ҡырағай баҙар шарттарында бигерәк тә мөһим. Нәҡ ошолар сәмләндерә, яңынан-яңы эштәргә дәртләндерә…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509