Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәмле һәм ғәмле байрам
Тәмле һәм ғәмле байрам Өфөнөң “Ватан” майҙанында “Былау культы” проектына ярашлы байрам ойошторолдо. Бөтә Рәсәй хәйриә марафонында ҡатнашҡан “Мәрхәмәт”, “Ғүмер һыҙаты” фондтары тарафынан үткәрелгән сара Көнсығыш аш-һыуының төрлөлөгөн күрһәтеп кенә ҡалманы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам булараҡ та ҡабул ҡылынды. Былау һатыуҙан алынған килем ауырыуға дусар балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.


Тәмле һәм ғәмле байрамТотош Рәсәй буйлап йәйелде­релгән проекттың сираттағы сара­һына баш ҡаланың 14 рестораны ҡушылды. Улар менән берлектә “Мәрхәмәт” фонды командаһы, шулай уҡ республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Ан­дрей Иванюта, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа күренекле шәхестәр төрлө рецепт буйынса былау бешерҙе. Сарала ҡатнашыу­сылар был тәмлекәстең “байрамса”­һынан, “татлы”һынан, “үз­бәк”, “андижан”, “фирғәнә” кеүек­тә­ренән ауыҙ итә алды. Аш-һыу әҙер­ләүселәрҙең оҫталығын билдәле концепт-шеф, блогер Хәким Ғәниев, Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, танылған блогер Рәис Ғәбитов баһаланы.
Тәмле һәм ғәмле байрам“Былау культы” байрамына килгән һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл тапты. Кескәйҙәр мехенди төшөрөп, дөгөнән төрлө сувенирҙар яһаһа, өлкәндәр бай йөкмәткеле концерт, мәҙәни тамаша ҡарап ҡыуанды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509