Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өлөшсөләр” күҙәтеү аҫтына ала
Бынан ары “өлөшсөләр” үҙҙәре һайлаған төҙөлөш ойошмаһының эшмәкәрлеген үҙаллы күҙәтеп бара аласаҡ. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн ведомство сайтында урынлашҡан “Бизнестағы хәүефһеҙлек: үҙеңде һәм контрагентыңды тикшер” тип аталған түләүһеҙ сервистан файҙаланырға ғына кәрәк. Интернет-ресурста төҙөүсе компанияның “автобиографияһы” тулыһынса асып һалынған. Белгестәр иһә килешеүҙе төҙөгәнгә саҡлы ғына түгел, ә төҙөлөш барған осорҙа ла, ҡыҫҡаһы, фатир асҡысын алғансыға саҡлы уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра.

Бының өсөн ойошманың ИНН йәки ОГРН һандарын, юридик адресын, директорҙың, ойош­тороусының исем-шәрифен белеү ҙә етә. Сервис ярҙамында теге йәки был төҙөлөш компанияһының финанс торошон, банкротлыҡ янау-янамауын, ғөмүмән, уның ғәмәлдә булыу-булмауын белергә мөмкин. Ошонда уҡ компанияның бурыстары (әгәр улар булһа) хаҡында ла тулы мәғлүмәт бирелгән. Әгәр юридик шәхестең төрлө сәбәптәр арҡаһында берҙәм дәүләт реестрынан төшөрөлөүе йәки килеме тураһында отчет тултырмауы асыҡ­ланһа, тимәк, уйланырға урын бар. Компанияға етәксе вазифаһын башҡарыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән кеше етәкселек итһә йәки юридик адрес ғәмәлдәгеһе менән тап килмәһә, башҡа төҙөлөш ойошмаһын эҙләү яҡшыраҡ.
– Бер ниндәй ҡурҡыныс янамаған осраҡта ла, хатта үтә шәп офиста өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгәс тә тынысланырға ярамай, – тип киҫәтәләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан. – Һалым түләмәү өсөн эшҡыуарҙар йыш ҡына фирмаларын тарҡатыу тураһында иғлан итә. Был процедура яҡынса ике ай ваҡытты ала. Барлыҡ мәғлүмәт менән “Дәүләт теркәүе вестнигы” журналында танышырға мөмкин. Шуға ла әлеге баҫма менән айына бер тапҡыр булһа ла танышып барырға кәңәш итәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518