Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Клуб ябылды, тик уны ҡайтанан асыу бер ни тормай
Клуб ябылды, тик уны ҡайтанан асыу  бер ни тормай Май айында ғына Башҡортостанда аҫтыртын эшләгән бер тиҫтәнән ашыу уйын клубын япҡандар. Әммә был иң уңышлы “һунар” тигәнде аңлатмай әле. Һәр хәлдә, бер клубты бер нисә тапҡыр япҡан осраҡтар етерлек. “Тағы”, “йәнә” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә был йәһәттән. Рәсәй Енәйәт кодексының 171.2 статьяһына ярашлы, бер миллион һумға тиклем штраф та, алты йылға ҡәҙәр төрмә лә ҡурҡытмай хужаларын…


Ғөмүмән, уйын автоматтары тарихына күҙ һалғанда, “бер ҡуллы бандиттар” әле XIX быуатта уҡ барлыҡҡа килә. Уны күп балалы ғаиләлә үҫкән Чарльз Фей уйлап сығара. Ҙур ғаиләне нисек тә булһа туйындырырға баш ватҡан егет ул саҡта ниндәй ҡот осҡос күренешкә нигеҙ һалғаны хаҡында уйламағандыр ҙа инде. Шулай ҙа Фейҙы ғәйепләргә ашыҡмайыҡ әле, бөгөнгө алға киткән технологиялар заманында икенсе берәү эшләр ине был “бандитты”. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер кем дә һине көсләп уйнарға ҡушмай бит. Барлыҡ бәләләр ҙә нәфсене тыя алмағандан, рәхәт кенә аҡса һуғырға теләгәндән килеп сыға.
…Студент саҡ, кеҫә таҡыр йылдар. Шундай уҡ бер дуҫым менән аҡса эшләү тураһында бәхәс ҡорабыҙ. Был тотто ла: “Киттек тиҙ генә аҡса эшләргә”, – тимәһенме. Ул саҡта рәсми эшләгән клубтарҙың береһенә барып ингәс кенә эштең айышына төшөндөм. Ҡулымдағы һуңғы 100 һумды тартып тигәндәй алып, иптәшем автоматҡа тығып та ебәрҙе. Банан-алма һүрәттәре әйләнә торғас, ул ҡысҡырып ебәрҙе. Баҡтиһәң, 1 500 һум отҡанбыҙ икән. Аҡсаны кассанан алғас та йүнсел дуҫ тирә-яғына ҡаранып алды ла: “Хәҙер киттек тиҙерәк”, – тип мине һөйрәкләне. Ул да булмай янға тауҙай егеттәр килеп етте, тиҙ генә “тайыу” яғын ҡараныҡ. Нисек ысҡынғанбыҙҙыр, әле лә аптырайым. Һәр хәлдә, ул саҡта аҙ булмаған 1 500 һум аҡса шулай ҡыйбатҡа төшә яҙҙы. Уйын автоматтарына тәүге һәм һуңғы барыуым булды. Ер ҡаҙып аҡса эшләү хәүефһеҙерәк тигән һығымтаға килдем ирекһеҙҙән.
Уйлай китһәк, әлеге осраҡ уйын клубтарындағы хәүефтәрҙең йөҙҙән береһе генәлер: клубтан аҡса китмәһен өсөн ойоштороусылары ниндәй генә хәйлә ҡормай бит. Бынан тыш отҡан аҡсаң менән урамда ла хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Ә булған аҡсаһын оттороп бөткәс, тағы уйын автоматына тығырға аҡса табыу өсөн ҡылынған енәйәттәр аҙмы?..
Заман башҡа – заң башҡа, әлегеләй уйын донъяһына сумыр өсөн хәҙер махсус клубтарға барыу ҙа кәрәкмәй – Интернет селтәрендә тиҙ генә аҡса эшләргә тәҡдим итеүселәр бихисап. Онлайн уйындар ҙа шулай уҡ меңәрләгән кешене йәлеп итә, меңәрләгәнен ҡорбан итә. Быныһы инде айырым тарих.
Сираттағы уйын клубтарын ябыуға әйләнеп ҡайтҡанда, уларҙа бихисап уйын ҡорамалы тартып алынған. Ҡыҙыҡ, ә ойошто­роусыларҙың келәттә­рендә улар тағы нисәү икән?..

Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Владимир ПРИМАК, Стәр­летамаҡ ҡалаһы эшҡы­уарҙары ассоциацияһының башҡарма директоры:


– Дөрөҫөн әйткәндә, был проб­леманан ҡотолоп була. Ишетеп торабыҙ: тейешле хеҙмәттәр уйын клубтарын ябалар, ҡорамалдарын тартып алалар. Әммә ҡайһы бер осраҡта улар килеүгә “бер ҡуллы бандиттар” ишектәрен бикләп өлгөрә, автоматтар йәшерелә. Тимәк, ойоштороусылар етеҙ эшләй. Бынан тыш, ҡайһы бер клубтар хаҡында белмәйҙәр ҙә. Әгәр ошо уйын урынынан ҡаза күреүселәр полицияға мөрә­жәғәт итһә, аноним рәүештә шылтыратһа ла, төйөндөң осо күренер ине. Ғөмүмән, берҙәм рәүештә көрәшкәндә, был йәһәттән барыбыҙға ла күберәк мәғлүмәтле булғанда, мәсьәләне хәл итеү мөмкин.

Альберт (фамилияһын атамауҙы үтенде):

– Ҡасандыр ғаиләм, фатирым, машинам бар ине. Бөгөн быларҙың береһе лә юҡ – уйын автоматтары тартып алды. Барыһы ла йүләрлегем арҡа­һында. Осраҡлы ғына шундай клубтарҙың береһенә индем һәм тәүге уйнағанда уҡ еңдем. Уңыш килгәс, тағы дәртләндем. Әммә икенсе көндә, киреһенсә, бөтә эш хаҡын ҡалдырҙым. Асыу килде, ниндәйҙер автомат минең аҡсаны тартып алып бөтһөн әле! Артабан өйҙәге йыйғаны ла шунда осто”.
Эштең айышына тиҙ төшөн­гән ҡатын әрләп тә ҡараны, полицияға мөрәжәғәт итте хатта. Ғүмерҙә булмағанды бер көн килеп мин ҡул күтәргәс, ғәр­леген еңә алманы – тыуған ауылына ҡайтып китте. Ысынын әйткәндә, йылдар буйына ла уйнаманым, бер-ике ай эсендә генә бөлгөнлөккә төштөм дә ҡуйҙым. Фатирҙың үҙ өлөшөмә тура килгәне һәм машина йыйылып киткән бирәсәктәр өсөн китте. Ғаиләмдең хәҙер икенсе ҡалала йәшәгәне хаҡында ишеттем. Был һынау булғандыр тип уйлайым, әммә мин уны үтә алманым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518