Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге көндән – һуңғыһынаса
Тәүге көндән – һуңғыһынаса Атайым Мостафа Мөфтәх улы Иманғолов 1922 йылда Ҡыйғы районының Петрушка ауылында тыуған. Мәктәпте бөтөргәс тә, 22 июндә Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа военкоматынан һуғышҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышында башынан ахырына тиклем ҡатнаша. Тәүҙә уны 1118-се уҡсылар полкына, аҙаҡ Виктор Синельников етәксе­легендәге 243-сө уҡсылар дивизияһына миномет тоҫҡаусыһы итеп ебәрәләр.

Атайым Воронеж янында хәрби һынау үтә. Беренсе орденына ул Украинаның Донецк ҡалаһын алғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Шунда уҡ яралана ла. Икенсе орден уға Запорожье ҡалаһы өсөн барған яуҙа күрһәткән батырлығы айҡанлы тапшырыла. Алюминий заводы янында атайым ике атыуҙа немецтарҙың танкы­һын яндыра, автомат­сыларҙы ут менән “һыйлай”. Шуның өсөн бирелгән ул награда.
Тағы бер иҫтәлекле алыш: Днепр йылғаһы буйында плацдармды алғас, пушканан атып, пехотаға ярҙам итә. Был төндә ҡаты алыш була. Дошман ғәскәрҙәре танктар ярҙамында контрһөжүмгә күсә. Атайым үҙенең пушкаһы менән дүрт тапҡыр танктар һөжүмен туҡтатырға ярҙам итә. “Фердинанд” танкын, расчеты менән дошмандың ике ротанан артыҡ һалдатын, өс пулемет нөктәһен юҡ итә. Командиры яраланғас, уны алмаштыра. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Госпиталгә эләгеп, ул өсөнсө орденын ала алмай ҡалғанын да беләбеҙ.
Ватан һуғышы орденын иһә уға 1972 йылда ғына тапшырҙылар. Тағы бер Ватан һуғышы ордены яугир атайыма 1985 йылда ғына килеп етте.
Госпиталдән һуң уны икенсе йүнәлешкә ебәрәләр: 85-се гвардия артиллерия полкы составында маршал Рокоссовский фронтына инә. Унда 1945 йылдың апреленә тиклем һуғыша.
Атайым “Багратион” операцияһында ла ҡатнашҡан: Минск ҡалаһын азат иткәндәр. Варшава, Кенигсберг ҡалаларын алыуҙа ла батырлыҡтар күрһәтә.
Уның күкрәген дүрт орден һәм биш миҙал биҙәй ине. Минск, Варшава, Кенигсберг ҡалаларын, Германияны еңгән өсөн миҙалдар менән наградланған, юбилей миҙалдарын, хеҙмәт ветераны миҙалын да таҡтылар уға.
Һуғыштан һуң ғәзиз кешебеҙ – тыуған яҡтарына, Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылына, ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Тәүҙә мәктәптә физкультуранан уҡыта. Һуңыраҡ әсәйем Рафиға Иманғолова менән бер нисә мәктәптә балаларға белем бирәләр.
Әсәйем дә – хеҙмәт ветераны, “Герой-әсә” миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыш ваҡытында ул 12 йәшенән колхозда эшләгән. Иң олоһо булғас, өләсәйемә дүрт бала ҡарарға ярҙам иткән. Ике оло ағаһы һуғышҡа алына. Уртансы ағаһы Мәжит менән атаһы Минша Зарипов һуғыш яланында ятып ҡала…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506