Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теш туғыҙ айҙа ла, туҡһан йәштә лә кәрәк
Теш туғыҙ айҙа ла, туҡһан йәштә лә кәрәк Бер генә тешең төшһә лә, аҙыҡ сәйнәү көсө 20 процентҡа тиклем юғала, ашҡаҙанға тейешенсә ваҡланып бөтмәгән ризыҡ эләгә, ти белгестәр. Һөҙөмтәлә аҙыҡ эшкәртеү ағзаларына хәүеф янай. Тимәк, кеше сәләмәтлеге тештәрҙең һаулығынан да тора. Тик нисек һаҡларға һуң уларҙы? Был һорауҙы утыҙ йыл ғүмерен теш дауалауға арнаған табип, Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһы стоматологы Әлфиә РӘХИМОВАға бирҙек.
— Кешегә теш ғүмер буйы кәрәк, — тип һүҙ башланы ул. – Мәҫәлән, һөт тештәре барыбер ҙә төшә тип, ата-әсә балаларының тәүге тештәренә иғтибар биреп бармай. Әммә улар сереп, аҫтында яңылары үҫеп сығыр урынға зыян килеүе лә ихтимал.
Ғөмүмән, тештәрҙе кескәй саҡтан һаҡлау зарур. Мәҫәлән, ике йәшкә тиклемге балаларҙың тештәрен көнөнә бер тапҡыр таҙартыу етә, уның ҡарауы, дөрөҫ итеп щетка һәм паста һайлай белергә кәрәк.
— Дөрөҫ гигиена ойошторғанда, кәнфит менән самалап ҡына мауыҡҡанда, ололарҙан айырмалы рәүештә, балаларҙың тештәренә артыҡ ҡурҡыныс юҡ, — тип дауам итә һүҙен стоматолог. – Кеше ни тиклем үҫә, олоғая бара, билдәле, тештәр ҙә шул тиклем күберәк иғтибар талап итә башлай.
Бында организмдың ҡартайыуы хаҡында ғына һүҙ бармай, әлбиттә. Ашаған ризыҡ, насар ғәҙәттәр, үлгән нервылар — барыһы ла әһәмиәтле. Тәмәке тартыусының һары тештәре, ауырыу үпкәһе, һуңғы йылдарҙағы “иҫкермәй торған” аҙыҡ-түлек, хәйер, бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Бала тапҡандан һуң кальций етешмәүҙән яфаланған әсәләр тураһында ла яҡшы беләбеҙ. Кариес, абсцесс, анкилоз…
— Тик был сирҙәрҙең береһен дә булдырмаҫҡа мөмкин: әгәр ҙә гигиена һаҡлаһағыҙ, йылына ике тапҡыр тикшерелеп торһағыҙ, ашаған ризығығыҙға иғтибар бирһәгеҙ, — ти Әлфиә Хисамғәли ҡыҙы.
Шул уҡ ваҡытта һәр тештең ниндәйҙер ағзаға бәйле икәнлеген дә оноторға ярамай. Ғөмүмән, ҡаҙыҡ тешең ауыртмаһын тиһәң, күҙеңде тикшерт, күҙеңдең һаулығы өсөн, киреһенсә, ҡаҙыҡты хәстәрлә, тигәндәй.
Шулай, теш табибына эш етерлек, ана бит, үҙ эшен генә түгел, кешенең бөтә организмын яҡшы белеү фарыз. Бынан тыш, пациенттарҙың да төрлөһө бар, ауыртыуҙан стоматологка тибеп ебәргән баланы ла күрәбеҙ, ир-уҙаман булып бөткәндәрҙең дә аҡырғанын ишетәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, Әлфиә Хисамғәли ҡыҙының эше еңелдәрҙән тип әйтеп булмаҫ ине. Шулай ҙа әңгәмәсем башҡарған хеҙмәтен ихлас ярата.
— Кешене һауыҡтырыу, йылмайыу бүләк итеү – ҙур бәхет, — ти табип, үҙе лә йылмайып. Йылмайып ҡаршы алған табиптан нисек йылмайып сығып китмәйһең инде…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840