Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлегә беҙ — юлдың башында ғына
Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан... Был ике туғандаш республиканы уртаҡ тарихи тамырҙар, телдәр, мәҙәниәттәр оҡшашлығы ғына түгел, иҡтисади хеҙмәттәшлек ептәре лә, эшлекле мөнәсәбәттәр ҙә бәйләй. Үткән аҙнала Өфөлә үткән V Рәсәй-Ҡырғыҙстан конференцияһы быны йәнә бер тапҡыр дәлилләне. Әйткәндәй, сираттағы конференция баш ҡалабыҙҙа республика Башлығының тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Рөстәм Хәмитов был сараны Башҡортостанда үткәрергә былтыр Бешкәк ҡалаһында үткән форумда сығыш яһағанда тәҡдим иткәйне.

Белгестәр билдәләүенсә, Ҡырғыҙстан — Рәсәйҙең ышаныслы партнеры. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр ике яҡ араһындағы сауҙа әйләнеше 1 миллиард долларҙан артып киткән. Иҡтисади хеҙмәттәшлек Евра­зиялағы интеграция процесында айырыуса ныҡ һиҙелә. Сәбәбе — Ҡырғыҙ­стандың бер йыл элек Евразия иҡтисади союзына ҡушылыуында.
— Бөгөнгә Ҡырғыҙстан менән илдең 70 төбәге үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Урта Азиялағы был дәүләттә 600 берлектәге предприятие эшләй, инвес­тиция күләме лә йылдан-йыл арта ғына, —тине илдең иҡтисади үҫеш министры Александр Цыбульский.
Башҡортостан менән бәйләнештәргә килгәндә, бында ла үҫеш күҙәтелә. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса, ике төбәк араһында тауар әйләнеше 48,4 миллион доллар тәшкил иткән, шул иҫәптән экспорт – 48 миллион доллар, импорт – 0,4 миллион доллар. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенә йоғонто буйынса Ҡырғыҙстан 26 урында килә. Республиканан Ҡырғыҙстанға нефть продукттары, химия, ағас эшкәртеү, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙары оҙатыла. Башҡортостанға иһә электр лампалары килтерелә. Бөгөн төбәктә ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында дүрт предприятие ойошторолған. Улар күмәртәләп һатыу, йөк ташыу менән мәшғүл.
— Былтыр доллар менән иҫәпләгәндә беҙҙең тауар әйләнеше кәмене, һумдарҙа иһә ул шул уҡ кимәлдә тиерлек һаҡланды һәм хатта бер аҙ артты. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә әүҙемерәк эшләргә кәрәк тип иҫәпләйем. Әлегә беҙ юлдың башында ғына, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Төп эш алда. Яңы йүнәлештәрҙе файҙаланырға, партнер­лыҡты әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк. Был тәү сиратта ауыл хужалығына, химия сәнәғәтенә, машиналар эшләүгә ҡағыла.
Республика Башлығы Ҡырғыҙстан баҙарын уңышлы үҙләштергән “БашИнком” фәнни-үҙләштереү предприятиеһын айырыуса билдәләне. “БашИнком” үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн инновациялы, экологик яҡтан таҙа препараттар етештерә. Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Ҡырғыҙстанға гидроэлектростанциялар өсөн ҡоролмалар оҙатыу, тоҡомсолоҡ йүнәлешендә бергәләп эшләү мөмкинлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙҙең республиканың “Газпром” проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар.
Тағы бер хеҙмәттәшлек йүнәлеше — туризм. Әйткәндәй, конференция барышында туризм темаһы иғтибар үҙәгендә булды. Ҡырғыҙстан Республикаһының мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Жаманкуловтың фекеренсә, Рәсәйҙә, шул иҫәптән Баш­ҡорт­останда, был йәһәттән хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек ҙур. Киләсәктә туризм тармағы буйынса ике яҡлы килешеүҙәр төҙөлөр тип күҙаллана.
— Әле Өфөнөң “БашИнком” пред­приятиеһы Ҡырғыҙстан баҙарын яулай, шулай уҡ Ҡырғыҙстан-Башҡортостан сауҙа йорто асылған, ҡырғыҙ-башҡорт бизнес форумы үткән. Бөгөн иһә тағы бер хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Ғөмүмән, Башҡортостан менән Ҡырғыҙстанды берләштергән проекттар бик күп. Ике халыҡтың хатта милли уйындары ла оҡшаш. Әле беҙҙең команда сентябрь башында Ысыҡкүл буйында үтәсәк бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынына әҙерләнә. Шуға күрә киләсәктә ике яҡ араһындағы тарихи бәйләнештәрҙең тағы нығынырына өмөт ҙур, — тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй-Ҡырғыҙстан конференцияһы сиктәрендә бик күп эшлекле осрашыуҙар, төрлө темаларға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы үҙ-ара иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре, айырыуса ауыл хужалығы тармағы ҡыҙыҡ­һындырҙы. Импортты алмаштырыуға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Ҡырғыҙстан Республикаһынан килгән делегация ағзалары шулай уҡ Археология һәм этнография музейында булды, “Алексеевка” совхозының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505