Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡсат йәшәртә Мәҡсүтте
Маҡсат йәшәртә Мәҡсүтте Ат – башҡорт өсөн мал ғына түгел, уның йәненең бер өлөшө бит ул. Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, нәҡ йылҡы Юрматы ырыуының бер төркөм кешеһен әлеге яҡтарға алып килгән. Ни өсөн тигәндә, аттары гелән составында тоҙ булған ергә ҡасыр булған. Һөҙөмтәлә 1720 йылда Ашҡаҙар йылғаһы буйында Мәҡсүт тигән ауыл барлыҡҡа килгән. Мал үрсетеү, донъя көтөү өсөн ифрат ҡулайлы урын ул.

“Төпсөк булараҡ,
ошо нигеҙҙә ҡалырға тейешһең”


Ауылды ҙур тип әйтеп булмай: ни бары ике урамдан тора ул. Хатта “Ашҡаҙар” колхозының көслө сағында ла киңәймәгән. Уның ҡарауы, һәр йортта тиерлек биш-алты бала үҫкән.
Маҡсат йәшәртә МәҡсүттеХәйер, әле лә итәк тултырып сабый тәрбиәләгәндәр етерлек. Мәҫәлән, Фәүзиә менән Филүс Ғәйетовтар, Лилиә һәм Ғәлинур Әлимбаевтар бишәр бала үҫтерә. Өсәр сабый тәрбиәләгәндәр айырыуса күп. Шундайҙарҙың береһе – Азалия менән Урал Әлимбаевтар. Улар шалҡандай улдар үҫтерә. Өлкәне Раян етенсене тамамлаһа, Баязит мәктәпкә барырға әҙерләнә. Ә Байрасҡа биш кенә йәш әле. Шуға ҡарамаҫтан, төпсөк сослоғо буйынса ағайҙарынан бер ҙә ҡалышмай, гел иң алдан йүгереп йөрөй. Малайҙарҙың барыһы ла – атаһының таянысы.
Әлимбаевтарҙы бөтөн яҡлап өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Эшһөйәрлек, иманлылыҡ, рухлылыҡ, бер-береңә ихтирам, маҡсатҡа ынтылыш… Тәү сиратта хеҙмәткә туҡталайыҡ.
Малды былай ҙа күп итеп (18 баш һы­йыр) аҫраған Урал менән Азалия бер нисә йыл элек Эдельбай тоҡомло ҡуй һа­рығы алып ҡайта. Капитал һөт-ҡаймаҡ­тан, иттән тупланған була. Был аҡса һа­рыҡҡа ғына түгел, 400 мең һумлыҡ Ҡытай тракторы, агрегаттар алырға ла етә.
Күптән түгел Урал фермер булып теркәлгән.
– Малайҙар ҡул араһына ингәс, еңелерәк. Раян хәҙер тракторҙы үҙе йөрөтә, – тип маҡтай ул улдарын.
Бындай тәрбиәнең нигеҙе уҙамандың ата-әсәһенә – Мәфрүҙә инәй менән Мансур олатайға – барып тоташа. Күмәк бала үҫтереп, уларҙы ысын кеше иткән өлкәндәр өлгөһөн дауам итә Урал. Килер ваҡыт, ул да хас атаһы һымаҡ нығытып ҡуйыр:
– Байрас, улым, төпсөк булараҡ, ошо йортта ҡалырға тейешһең.
Маҡсат йәшәртә МәҡсүттеЭйе, быуындар күсәгилешлегенә күп нәмә бәйле. Ҡәйнә менән килендең бергә татыу ғүмер итеүе лә ошонан киләлер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәш ғаиләләрҙең күбеһе өлкәндәр янында йәшәргә ынтылмай. Ә бына Азалияның ҡәйнәһе алдында өлтөрәп тороуын һиҙмәү мөмкин түгел.
Әйткәндәй, хәҙер ауылдарҙа ла ҡайһы бер бала-саға урыҫса һөйләшергә маташа. Мәктәптә башҡорт теле өйрәтелгән хәлдә лә. Бының сәбәбен Әлимбаевтар шулай тип аңлата: “Балалар менән өйҙә нисек аралашаһың, улар үҙен шулай тота”. Рухлы, малайҙарының, халҡының киләсәген уйлаған ата-әсә йортта саф башҡортса һөйләшеүҙе ҡағиҙә итеп алған. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти халыҡ. Был йолаға, һис шикһеҙ, артабанғы быуындар ҙа тоғро ҡалыр.
Урал тырыш фермер, өлгөлө ғаилә башлығы ғына түгел, урындағы мәсеттә имам-хатип та икән. Мәғлүм булыуынса, төбәгебеҙҙә бындай вазифаға егелгән йәштәр йылдан-йыл арта. Уларҙың дин юлына баҫып, иман таратыуы, һис шикһеҙ, ҙур иғтибарға лайыҡ. Мәҡсүттәр, йома һайын изге йортҡа йыйылып, Уралдың вәғәздәрен тыңлай, намаҙға баҫҡандар ҙа бар. Хаҡ юлға баҫҡандар араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө.
Мәсет – был ауылдағы берҙән-бер социаль объект. Уны сығышы менән ошо ауылдан булған Таңһылыу менән Вахит Хәбибуллиндар һалдырған. Булдыҡлы эшҡыуарҙар иман йорто янында балалар майҙансығы ла төҙөткән.
Ауылдың киләсәген йәш ғаиләләр билдәләүе бәхәсһеҙ. Сиҙәм тултырып ҡыҙ-малайҙар йүгереп йөрөй икән, тимәк, тормош дауам итә. Азалия менән Урал Әлимбаевтар, улар кеүек башҡа ғәмле һәм сәмле ғаиләләр йәмләй Ашҡаҙар буйын.

Бында йортто
нисек төҙөйҙәр?

Маҡсат йәшәртә МәҡсүттеХалыҡ һәр саҡ әмәлен таба. Әйтәйек, һыйыр малын күп итеп аҫрарға ярамаған осорҙа бер нисә баш кәзә тотоп, хәлде яйға һалғандар. Ниндәй генә ҡаршылыҡ тыумаһын, аҡтан, иттән өҙөлмәй халҡыбыҙ. Мәҡсүт яландарында ла заманында кәзәнең көтөү-көтөү йөрөгәнен һөйөнөп хәтерләй ауылдаштар. Хәҙер иһә мал аҫрау улар өсөн бөтөнләй тормош мәғәнәһенә әүерелгән тиһәк, шаштырыу булмаҫ.
– Мәҡсүттәр – татыу, берҙәм халыҡ. Быны тарих та дәлилләй, – ти Ашҡаҙар ауыл Советы хакимиәте башлығы Рита Йосопова. – Урал Әлимбаев нәҫелдәрҙе ныҡлы өйрәнеп, тотош ауылдың шәжәрәһен төҙөгәйне. Шуға бәйле урында башҡарылған эштәргә ҡараһаң, асыҡ күренә: халыҡ һәр саҡ бергә булған, ниндәй генә сетерекле мәсьәлә килеп сыҡмаһын, уны дәррәү хәл иткән. Әле лә шулай: ауыл старостаһы Рамазан ағай Ишембаевтың өндәшеүе була – һәммәһе берҙәй ҡалҡа. Мәҫәлән, тиҙҙән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрергә торабыҙ, әҙерлек күптән бара. Берҙәм һәм татыу ғына түгел, ифрат эшһөйәр бындағы халыҡ. Һәр нәмәне урынына еткереп, ваҡытында башҡарып ҡуялар. Аҡса эшләргә тырышалар.
Хакимиәт башлығының һүҙен дәлилләү өсөн миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел: ауылға ингән саҡта уҡ көтөү-көтөү ҡаҙ ҡаршылай. Асылда эш былай тора: уңған хужабикәләр апрелдә үк Федоровка районындағы “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенән килешеү нигеҙендә 100-әр бәпкә барып ала. Августа ойошмаға ошо ҡош-ҡорттоң 20-һен тапшыралар. Был ҡаҙҙар биш килограмдан кәм булырға тейеш түгел.
– Иҫән-һау булһалар, 80-е үҙеңә ҡала бит. Уларҙы һатып, буйтым аҡса эшләп була, – ти, мәҫәлән, Фәүзиә Әлимбаева. – Ярайһы уҡ һәйбәт табыш килә. Аҡса артынан ситкә йөрөргә кәрәкмәй.
Әммә, ике ай буйы ҡаҙ көтөүсеһе булып йөрөүҙе иҫәпкә алмағанда ла, мәшәҡәт-сығым етерлек. Мәсьәлә, әлбиттә, ҡош-ҡортто аҙыҡ менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Хәҙер бит иген-маҙар яҙҙырып алыу өсөн колхоз юҡ. Шулай ҙа пай ерҙәре бар. Уны файҙалана белә мәҡсүттәр. Юҡ, иген сәсмәйҙәр, ә ерен ҡуртымға бирәләр. Сит-ятҡа түгел, сығышы буйынса ошо ауыл кешеһе, эшҡыуар Ҡасим Ишембаевҡа. Йүнсел иһә игенселек менән уңышлы шөғөлләнә. Заманса ҡарашлы, булдыҡлы уҙамандың ауылдаштарын хәстәрлектән айырмауы, уларҙы сит-яттарҙан алданырға юл ҡуймауы, эшһеҙ торғоҙмауы маҡтауға лайыҡ. Ғөмүмән, Ҡасим ағай халыҡҡа бөтөн яҡлап ярҙамлаша. Мәҫәлән, Фәрит Ураҡаев уның булышлығы менән тракторлы булған.
…Өйләнгәс, Фәрит нисек итеп донъя көтөп алып китергә тип баш вата башлай. Барыһы ла кәрәк. Ҡалай әйләнһәң дә, “таяҡ башы” малға барып төртөлә. Көҙ – итте, йәй һөт-ҡаймаҡты йыраҡ түгел урынлашҡан Салауат ҡалаһына алып барып һатырға була. Тап шулай эшләп, Ураҡаевтар һыйыр малын егерме башҡа еткерә. Аҙналар буйы көтөү көтөргә, ҡул менән бесән сабырға тура килһә лә, туҡтамайынса алға баралар. Ә бер көн хужа тиҙ генә башмаҡтарын һатып, гидравлик күтәрткесле “МТЗ-82” тракторы ала. Ишембай районында ул техниканы һатырға әҙерләүҙәре хаҡында тәүҙә Ҡасим Ишембаев ишетеп ҡала. Ҡулдан ысҡындырырға ярамай бит шәп тракторҙы, тип Фәритте шул яҡҡа алып китә ул.
Маҡсат йәшәртә Мәҡсүтте“Ҡорос ат” үҙен бер йыл эсендә аҡлай. Ул саҡта ауылда күтәрткесле трактор бик һирәк була бит. Берәүгә бесән өйөргә, икенсегә бүрәнә тейәргә, өсөнсөгә ҡом килтерергә кәрәк… Ғөмүмән, эш етерлек. Ураҡаевтар үҙҙәре лә салғы-һәнәк тотмай башлай – барыһын да “МТЗ-82” башҡара. Әйткәндәй, хәҙер, ауыл бәләкәй булһа ла, тракторҙар бихисап.
Венера менән Фәрит техникаһы, малы ярҙамында бынамын тигән яңы өй һалып инергә тора әле. Төҙөлөштә ваҡ-төйәк эш кенә ҡалған.
– Малайҙар икәү бит, шуға өйҙө ҙур итеп төҙөргә булдыҡ, – ти ата-әсә бер тауыштан.
Ауылда мал ярҙамында йорт һалыусылар бер Ураҡаевтар ғына түгел. Күптәр ошо юлды һайлаған. Ә ниңә? Ҡалала йүнле эш тапҡан хәлдә лә, аҡсаһын алданмай алырмын, тип һис кем гарантия бирә алмай. Өҫтәүенә көн дә юлға аҡса түгергә кәрәк бит әле. Хәйер, ундайҙар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, яҡындағы ҡалала дәүләт эшен башҡарып ҡайталар ҙа мал араһына сумалар. Эш хаҡы көндәлек кәрәк-яраҡҡа китһә, малдан килгән табыш йорт төҙөүгә тотонола.
– Әле, өй һалыу мәшәҡәттәре күбәйеп китеү сәбәпле, эште ҡалдырып торҙом. Быға тиклем Салауатта ине хеҙмәт урыным, – ти, мәҫәлән, Азат Ишембаев. – Эшкә барышлай ҡатынымды баҙарҙа ҡалдырып китәм. Ул һөт ризыҡтарын һатып бөтөүгә минең эш тә тамамлана. Шулай ике ҡуяндың ҡойроғон бергә тоттоҡ.
Ишембаевтар йортон төҙөп бөтөп килә. Шатлыҡлы ваҡиғаға балалары Илнур, Илмир һәм Азалия ла һөйөнөп туя алмай.

* * *
Хеҙмәт менән алдыра мәҡсүттәр. Тырышлығы аша танылыу яулағандар. Шул уҡ ваҡытта бындағы халыҡ йәмғиәт, милләт яҙмышы өсөн янып йәшәй. Мәҫәлән, башҡортса матбуғат баҫмаларын күпләп алдыралар. Ошо ғына ла күп нәмәне аңлата түгелме?
– Мәҫәлән, Басир ағай Ишембаев, ғүмер буйы “Башҡортостан” гәзитенән айырылманы, – ти урындағы почта бүлексәһе хеҙмәткәре Светлана Липунова. – Ҡасим Ишембаев ауылдаштарына йыл да тиҫтә дананан ашыу “Ашҡаҙар” бүләк итә. Гәзит уҡымаған кеше юҡ тиерлек Мәҡсүттә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511