Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дурбан-Дыуан-Дуван-Диуан?
Дурбан-Дыуан-Дуван-Диуан?Көньяҡ Уралдың иң хозур мөйөшөн төйәк иткән ул Дыуан районы. Ярҙарын бер яҡтан шаян һыулы Йүрүҙән, икенсе яҡтан, үҙ баһаһын белгән һымаҡ, яй ғына ағыусы Әй йылғалары йыуған һәм майҙаны менән 3246 квадрат километр, йәғни Люксембург, Маврикий, Мартиника, Гваделупа, Көнбайыш Самоа илдәренән бер ҡарышҡа ҙурыраҡ был район элекке Мәсәғүт кантоны нигеҙендә 1930 йылдың 30 авгусында ойошторолған.
Дыуан ул үҙе иҫке төрки телендә “кәңәшмә”, “йыйын урыны” тигәнде аңлата. Урыҫтар килеп төпләнгәнгә тиклем хәҙерге Дыуан ауылы урынында төньяҡ-көнсығыш, йәғни Әйле ҡәбиләһенең ырыу башлыҡтары, бейҙәре унда ағымдағы көнкүреш мәсьәләләре буйынса кәңәш ҡорған, кемгә ер, урман бүлеү-бүлмәү, ҡайҙа барымта менән барыу тураһында һөйләшкән, ат сабыштары, уҡтан атыу, көрәш, йүгереү бәйгеләре ойошторған, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып аҡ тирмәләрҙә табын ҡорған. Бөгөн дә бит төрөк парламенты “дыуан” тип атала.
Әммә был атаманың икенсе аңлатмаһы ла бар. Күренекле этнограф Раил Кузеев дыуан этнонимын монголдарҙағы дурбан менән сағыштыра. ХIII быуатта дурбандар (йәғни “дыуандар”) монголдар менән бергә көнбайышҡа күсенгән. Һуңынан улар ҡыпсаҡтар менән аралашҡан һәм тәүҙә Һамар, Ағиҙел йылғалары ярҙарына күсеп ултырған, ә ХIV быуатта Әй буйына килеп сыҡҡан.
Ырыу бүленеше йәһәтенән районда бөгөн һарттар һәм тырнаҡлылар йәшәй. Һарт ырыуы сағыштырмаса йәш. Урта Азияла ла Алтын Урҙанан ҡалған һарт ырыуы булғанлығы билдәле һәм уларҙың ҡайһы бер төркөмдәре Уралда йәшәүсе төрки халыҡтарына ислам динен таратыу маҡсаты менән Әй буйҙарына килеп сыҡҡан. Тәүҙә улар Дыуанға (кәңәшмәгә) килеп был яҡтарҙа көн күргән Мырҙа, Ҡошсо, Тырнаҡлы, Дыуан ырыуҙары башлыҡтарынан ергә рөхсәт алып, бөгөн бер башҡорт та йәшәмәгән Һарт ауылына нигеҙ һала. Артабан Хәлил, Мәрйәмғол, Әптерәш, Арый, Ҡаранай (Мәсетле районы), Мөлкәт, Әпсәләм ауылдары үҫеп сыға. Әнйәк йылғаһы башында ултырған Ҡаракүл ауылы 1910 йылдарҙан һуң Столыпин реформаһына бәйле барлыҡҡа килгән.
Райондың Ҡәҙер һәм Ишмен (хәҙер ул юҡ инде) ауылдары – Тырнаҡлы ырыуының сыбыҡ осо. Ул ырыу башлыса Ҡыйғы районының Яңы (икенсе атамаһы — Тора) һәм Иҫке Мөхәмәт, Ибрай (Сәңкә), Сағыр (Сутыш), Яуын, Салауат районының Лағыр ауылдарын тәшкил итә.
Шуныһы ғәжәп: Дыуан районында Дыуан ырыуына ҡараған ауыл юҡ. Ул ырыуға Ҡыйғы районының Алағуз — (Ҡабыл), Абзай (Уртауыл), Мәсәк, Йосоп (Шүрәле), Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле (Таҙ), Ғүмәр (Һарыйса), Бурансы (Һаҡау, Манап), Туҡбай (Кәшкейәк), Яңы һәм Иҫке Мишәр, Яуыш, Тайыш, Аҙанғол, Көршәле, Ясин ауылдары инә.
Бөгөн районда 30 936 кеше йәшәй. Шуларҙың 63,4 проценты – урыҫ, 20,2 проценты – башҡорт, 13,3 проценты – татар, 1,6 проценты мордва милләтенән торған 51 ауыл бар. Районда игенселек һәм малсылыҡ ныҡ үҫешкән. Былтыр, мәҫәлән, иген культураларының һәр гектары 19,9 центнер уңыш бирҙе, һәр һыйырҙан 3 270 килограмм һөт һауылды, һуғым малдарының уртаса ауырлығы 326 килограмға етте.
Төбәктең 171 мең 588 гектар майҙанын урман биләй. Ул нефть һәм газ запастарына ла бай. Тимәк, уның киләсәге лә өмөтлө һәм ышаныслы.
Әйткәндәй, һәр райондың үҙенә генә күрә мөғжизәле урындары булған кеүек, улар Дыуан районында ла бар. Шуларҙың етәүһе тураһында бәйән итмәксебеҙ.

1. Бөгөн тыуған мөғжизә

Яҙыусы Анатолий Ивановтың “Мәңгелек саҡырыу” (“Вечный зов”) романы буйынса режиссерҙар Валерий Усков менән Владимир Краснопольский ҡуйған күп сериялы телевизион фильмдың эфирға сығыуына 40 йылға яҡын ғүмер үтһә лә, уның зәңгәр экрандарҙан төшкәне юҡ, һаман да тамашасылар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу менән ҡарай. Шул уҡ ваҡытта уның ҡайҙа төшөрөлөүе тураһында күбебеҙ белмәй. Ә бына Дыуан районы халҡы оло мөғжизә кеүек ҡабул иткән был фильмдың нисек эшләнеүе хаҡында бөгөн дә онотмай һәм уны изге ҡомартҡылай күреп күңелендә һаҡлай.
Режиссерҙарҙың фильмды төшөрөү өсөн нәҡ Дыуан районын һайлауында әллә ни сер, осраҡлыҡ ятмай, сөнки Валерий Усков та, Владимир Краснопольский ҙа 1933 йылда Свердловск ҡалаһында тыуған һәм йәш саҡтарында Башҡортостанға туристик сәйәхәттә йыш йөрөгән, Йүрүҙән һәм Әй йылғаларында кәмәлә йөҙгән. Улар хатта өс туғандар ҙа. Райондың иҫ китмәле гүзәл тәбиғәте, мәңгелек йәшел урмандары, теште сатнатырлыҡ һалҡын һәм таҙа һыулы зәңгәр шишмәләре, Сәпәкәйташ, Таҙтүбә һымаҡ осло ҡаялы тауҙары режиссерҙарҙың күңелен арбай ҙа инде.
Фильмды төшөрөү 1973 йылдың 17 апрелендә Дыуан районының Таҙтүбә ауылында башлана һәм артабан Яраҫтау, Дыуан һәм хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Алабуға, Кутюм, Собакино ауылдарында, Ҡариҙел урмандарында, Йүрүҙән буйындағы Сәпәкәйташ ҡаяһы мәмерйәләрендә дауам ителә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда көнбайыштан күсерелгән заводты төҙөү күренештәре Белорет ҡалаһында төшөрөлә. Дыуан еренә Ефим Копелян, Петр Вельяминов, Владлен Бирюков, Ада Роговцева, Вадим Спиридонов, Тамара Семина, Олег Басилашвили, Николай Михеев кеүек танылған артистар килә.
Ваҡиғаларҙың үҙәгендә ярлы Себер крәҫтиәне Силантий Савельевтың ғаилә яҙмышы тора. Уның өс улы өс юл менән китә. Антон революция юлын һайлап, һуңынан хәрби завод директорына тиклем күтәрелһә, Федор байлыҡ артынан саба, ә Иван аҡтар яғында ла һуғыша, ҡыҙылдарға ла ҡушыла, төрмә юлдарын да аҙ тапамай, әммә намыҫын һатмай, үҙ иленең ысын патриоты булып ҡала.
Телесериалда, үрҙә әйтеүебеҙсә, күренекле артистар ғына түгел, бәлки Дыуан, Белорет “артистары ла” ҡатнаша. Федорҙы, мәҫәлән, мамыҡ уралған “ҡамсы” менән Дыуан урыҫтары һуҡтырһа, Кафтановтың ялсыларын Иван, Петр, Федор Ившиндар, Николай Ростовцев, Владимир Прядкин, Евгений Волков, Борис Луговых, Александр Кузнецов кеүек Таҙтүбә егеттәре башҡара.
Күп сериялы “Мәңгелек саҡырыу” телефильмын Дыуан ерендә төшөрөүгә 40 йыл самаһы ваҡыт үтеп тә киткән. Унда уйнаусы артистарҙың да, Дыуан статистарының да байтағы юҡ инде. Ләкин ул фильм тураһындағы хәтирәләр бөгөн дә йәшәй һәм тере мөғжизә һымаҡ ҡабул ителә, ә Дыуан авторы Михаил Новиков “Вечный зов” — по другую сторону кадров” — “Мәңгелек саҡырыу” — кадрҙарҙың икенсе яғында” тигән китап та нәшер итте.

Дурбан-Дыуан-Дуван-Диуан?2. Собаҡаймы, Сәпәкәйме?

Йылғыр ағымлы Йүрүҙән йылғаһының уң ярында, урта быуаттарҙағы рыцарҙар замогын хәтерләтеп асыҡ-һоро эзбиз таштарҙан торған осло ҡаялы һәм бейеклеге диңгеҙ кимәленән 150 метр самаһы тау зәңгәр күк йөҙөнә күтәрелә. Райондың элекке Сарапуловка ауылынан ике саҡрымда ятҡан был тауҙы урыҫтар “Собакай”, йәиһә “Собакайский камень” тип йөрөтә. Ләкин уның эткә бер төрлө лә оҡшашлығы юҡ. Йүрүҙән, бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ, шаулап килә-килә лә, тауҙың нигеҙ таштарына бәрелеп ҡаҡсый ҙа ҡул сабыу, алҡышлау, йәғни сәпәкәй итеү тауыштарын сығарып, аҡ күбектәрен сәсрәтә-сәсрәтә һулға кинәт кенә борола һәм эре таштар аша һикерә-һикерә артабан сабыуын дауам итә. Шуға ла уны урындағы халыҡ Сәпәкәйташ тип йөрөтә. Тауҙың 90 метр бейеклектәге өс мәмерйәһе бар. Тәүгеһенең оҙонлоғо – 146, икенсеһенең — 28, өсөнсөһөнөң — 17 метр.
Тәүге мәмерйәгә шыуышып ҡына инергә мөмкин һәм кеҫә фонары яҡтыһында ҙур ғына залға барып сығаһың. Уның стеналары һәм бейек кенә түшәме ҡоромға буялған. 1930 йылда археолог А.Э. Ланд унда неолит дәүеренән ҡалған боронғо кешеләрҙең көнкүреш кәрәк-ярағын, көл, күмер, һунарҙан алып ҡайтып ашалған хайуан һөйәктәрен тапҡан. Арыраҡ үтеп, тағы ла бер залға инәһең. Уның урта тапҡырындағы түшәмдән сталактиттар һалынып төшкән, ә эзбизлы иҙәненән сталагмиттар өҫкә үрмәләй. Мәмерйәләге температура ҡышын да, йәйен дә нуль тирәһе. Икенсе һәм өсөнсө мәмерйәләргә бөгөн инеү мөмкин түгел, уларҙың ауыҙы томаланған тиерлек.
Мәмерйәләрҙең, ҡаяның һәм уның тирә-яғы геологик, геоморфологик, гидрогеологик, спелеологик, археологик, геоботаник әһәмиәткә эйә. Табылған балсыҡ көршәктәрҙең ватыҡтары бында миллиондарса йылдар элек үк (неолит осоро) кешеләр йәшәгәнлегенә ишаралай. Тауҙың текә битләүендә һирәк-һаяҡ ҡына ҡайындар, ҡарағайҙар, ҡарамалар үҫә. Таштар араһын һирәк осрай торған һәм июнь, июль айҙарында алтындай һары сәскә атыусы гибридлы очиток тигән реликтлы үҫемлек һырып алған. Шунда уҡ ксерофит, маршан күгүләне, кейәү үләне (тимьян) күренгеләй. Ғөмүмән, тау ипкене башҡа ерҙә үҫмәүсе Альп үҫемлектәренә бай ғына.
Мәмерйәләрҙә баш түбән аҫылынып тороусы ярғанаттар байтаҡ, ҡая тишектәренә күк күгәрсендәр оя ҡорған, йылға өҫтөндә балыҡсы ҡарсығалар (ҡәлмәргән) оса.
(Аҙағы бар).
Ризван ХАЖИЕВ,
журналист.
Наилә АБДУЛЛИНА,
Мәсәғүт район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518