Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдәр иңләй... уҡытыусылар
Шундай осрашыуҙар була: алдан һис тә күҙалланмай, ләкин был мәл оҙаҡ ваҡыт онотолмай йөрөй, сөнки ғүмер буйы йыйып килгән тәжрибәңә икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итә, алдағы тормошоң өсөн фәһем була.


Улар менән автобуста ун минут самаһы ғына бергә килгәнмендер, хәйер, уныһына ла ете-һигеҙ йыллап уҙҙы, тик был һөйләшеү һис тә иҫтән сыҡмай. Тәүҙә мин был ике йәш ҡатындың йөҙөнә ҡарап, үзбәк йә тажиктарҙыр тип уйла­ғайным, ләкин кейемдәре һәм уларҙың әңгәмәләшеү рәүеше был фекерҙән кире ҡайтырға мәжбүр итте.
– “Өфө” универмагына алыҫмы әле? – Ахырҙа улар үҙҙәре миңә өндәште. Урыҫса акцент ныҡ ҡына һиҙелә ине. Тимәк, Урта Азия сауҙагәрҙәре йәки Ҡытай студенттары.
– Күмәртәләп һатылырлыҡ сепрәк-сапраҡты баҙарҙа алыу отошлораҡ, был универмагта бар нәмә лә ҡиммәт, – тинем, үҙемсә белдекле ҡиәфәт күрһәтергә тырышып, ә үҙем ҡулдарына күҙ һалам: алдарында бәләкәй генә сумкаларынан башҡа бер ни ҙә юҡ. Хәйер, берәүһенең видеока­мераһы ла бар ине.
Улар ҙа миңә сәйерһенеп ҡараны:
– Беҙ сувенир өлгөләре алырға теләйбеҙ. Тәүге сиратта – ошо төбәккә хас милли сувенирҙар.
Баҡһаң, улар Көньяҡ Корея уҡытыусылары икән! Университет тамамлап, мәктәптә һүрәт төшөрөү буйынса дәрестәр бирә башла­ғандар. Тик, аңлатыуҙарынса, был илдәге мәғариф системаһында талап шундай: уҡытыу методика­һына теориянан тыш ғәмәли күнекмәләр һәм йолалар ҙа индерелә. Етмәһә, һәр уҡытыусы үҙенекен индерергә бурыслы. Барыһын да бер ярымутрауҙа тығыҙ булып йәшәгән кореялар көнкүрешенән алып булмағас, тирә-яҡ илдәргә һәм милләттәргә лә йыш мөрәжәғәт итәләр. Һүрәт төшөрөргә өйрәтеүсе мөғәллим­дәргә ҡарата ла талап үҙенсә: улар башҡа илдәрҙең сәнғәтен өйрәнергә бурыслы. Әлеге ҡыҙҙар ҙа, үҙ һөнәрендә камиллашырға теләп, Рәсәй буйлап сәфәргә сығып киткән. Тәүҙә Красноярскиҙа Себер урыҫтарының һүрәт һәм һынлы сәнғәте менән танышҡан­дар, артабан Таулы Алтайҙа бул­ған­дар, Өфөнән һуң Мәскәү яғындағы “Алтын ҡулса” ҡурсау­лығына табан йүнәлмәкселәр икән...
Минең ауыҙ асып ғәжәпкә ҡа­лыуымды улар үҙҙәренсә аңланы:
– Юҡ, беҙ баш һуҡҡан яҡҡа сығып китмәйбеҙ. Һеҙҙең илгә аяҡ баҫыр алдынан урыҫ теле уҡытыусыларын ялланыҡ, телде генә түгел, Рәсәйҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм кәрәк буласаҡ ҡануни ҡағиҙәләрен дә өйрәнергә тырыштыҡ...
– Юҡ... ғәфү итегеҙ... быларҙың барыһы ла түләүлелер бит? Хәйер, Корея уҡытыусыларының эш хаҡы быға мөмкинлек бирәлер?
– Беҙ әле уҡытыусы һөнәрендә өйрәнсек осорон ғына үтәбеҙ, шуға айына 2 мең доллар ғына түләйҙәр (долларҙың ул саҡтағы курсы менән 75-80 мең һум. – Р.К.), ләкин сәйәхәт, уның барышында төрлө сувенир йә әсбаптар алыу кеүек сығымдарға дәүләт айырым түләй, сөнки көслө дәүләт булып үҫешеү өсөн милләткә төплө белем биреү талап ителә, ә был мәктәптең башланғыс кластарынан уҡ башлана...
Автобус ни туҡталышҡа килеп тә етте, турист ҡыҙҙар төшөп ҡалды. Корея уҡытыусыларының тормошо тураһында белеү форсатынан файҙаланып ҡалырға, гәзиткә ҡыҙыҡлы мәҡәлә әҙерләү маҡсатында уларға эйәреп барырға ла теләгәйнем, уңайһыҙ­ландым. Йә, үҙебеҙҙең кимәлдән сығып, тағы эш хаҡынан һүҙ башлармын, улай ҙа килешмәй. Миңә үҙебеҙҙең уҡытыусылар йәл ине. Һүрәт төшөрөү һәм һыҙма буйынса мөғәллимдәрҙән ғәфү үтенәм, ләкин был дәрестәр беҙҙә бер ҡасан да төп предметтар булып иҫәпләнмәне. Әммә математик, телсе, физик һәм химик булған педагогтарҙың да дәүләт иҫәбенә Кореялағы хеҙмәттәштәре кеүек сәйәхәттә йөрөй алғаны юҡ әле. Ғәжәп бит, бер ярымутрауҙы биләп торған бәләкәй генә ил, нефте лә, газы ла юҡ... Ләкин “Азия ажда­һаһы” тигән исемде юҡҡа ғына алмағандыр. Тимәк, бындай баһаға лайыҡ булыр өсөн бүтән юлдар кәрәк...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507