Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бураҙнала – өмөт орлоҡтары
Бураҙнала –  өмөт орлоҡтары Республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе районы баҫыуҙарында яҙғы сәсеү эштәре тамамлана. Бар хужалыҡтарҙа ла эштәр көйлө ойошторолған, яғыулыҡ-майлау материалдарына, орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ – барыһы ла алдан хәстәрләнгән.


Төбәктә генә түгел, республика кимәлендә билдәле “Искра” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәренең кәйефе көр: ашлама ла, яғыулыҡ та етерлек. Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре генә лә 16713 гектар тәшкил итә, яҙғы баҫыу эштәре 14800 гектарҙа атҡарылған. Хужалыҡ етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Мостафин – быйыл ерҙең дымға мул туйыныуына һөйөнөүен йәшермәй. Сирек быуат тыуған еренең ҡотон һаҡлап етәкселек иткән игенсенең күңеле, өмөтө – бураҙнаға ятҡан ошо орлоҡтарҙа. Өмөт, йәшәү орлоҡтары ул.
– Сәсеү эштәре алты бригадала үҙ ваҡытында бара. Егеттәр һынатмай. Ә иң мөһиме – хужалыҡ яҙғы сәсеү эштәренә етди әҙерлек менән килде. Быйыл 50 миллион һумлыҡ яңы техника алыуға өлгәшеү үҙе үк эштәрҙе бермә-бер еңеләйтте, – тине Рәмил Ғиниәт улы.
Ришат Аҙнабаев етәкләгән 1-се кооперативта өр-яңы “Барго” исемле Канада сәскесе эшкә ҡушылған. Уның киңлеге – 15,2 метр, хаҡы ла бар – 13 миллион һум. Бер юлы 7,5 тонна орлоҡ, 2,5 тонна ашлама һалынып, тәүлек әйләнәһенә сәсеү һәләтенә эйә икән.
Кондиционеры, автопилоты, музыкаһы, йылытыу ҡоролмаһы булған аҡыллы машинаны кем йөрөтә тиһегеҙме?
– Илфаҡ Боҫҡонов менән Румил Аҡсаров – беҙҙең хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары, – тип таныштырҙы Ҡотлоюл бригадаһы бригадиры Урал Ибраһимов. – Компьютер менән идара ителгән “ҡорос ат”тарҙы тиҙ арала ауыҙлыҡлай алдылар. Көндө төнгә ялғап эшләгәнгә сәсеү ырамлы бара. Былтыр иһә һигеҙ рәтле ике “Kinze” сәскесен, “MacDon” үҙйөрөшлө сапҡысын, “Аргент” ағыулаусы ҡоролмаһын алып ҡыуанғайнылар. Әйткәндәй, 980 гектарҙа арпа, 330 гектарҙа һоло, 1016 гектарҙа фураж өсөн кукуруз, 4035 гектарҙа көнбағыш сәселгән дә инде.
Хужалыҡ һәр саҡ яңылыҡҡа ынтыла. Көҙҙән “рыжик” исемле яңы культура сәселгән. Тиҙҙән ҡатнаш аҙыҡ заводы сафҡа инәсәк. Малдарға балансланған аҙыҡ ашатыу һауымды ике тапҡырға арттырған да инде, йәғни һәр һыйырҙан тәүлегенә 22 литр һөт алына. Былтыр көнөнә йәмғеһе 8 мең литр һауылған булһа, быйыл 16 мең литр “аҡ” оҙаталар һөт заводына. Түбәнге Бабалар бригадаһы продукция етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәй икән.
Бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған, йәне-тәне менән тыуған төбәгенә ғашиҡ Рәмил Мостафин хаҡында үҙ еренең улы тип хаҡлы әйтергә була. Иҡтисади көрсөк заманында һөт-ит етештереү ҡеүәтен арттырып, баҫыуҙарҙы сифатлы эшкәртеп килгән “Искра”ның уңған, тырыш хеҙмәтсәндәре көҙҙө тулы келәттәр менән ҡаршылар.






Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519