Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әй башҡорттары йыйыны hәм Ҡарға туйы
Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары, йыйындары — ҙур милли ҡиммәт, хазина. Борон hәр түбә, ауыл, кесе ырыу, оло ырыу йыл hайын йәй миҙгелендә йыйындар уҙғарған. Унда бейҙәр (ырыуҙың затлы кешеләре), ир-уҙамандар ҡан-ҡәрҙәштәре менән йәйләүгә сығыу, мал көтөү, буҙа, ҡымыҙ яhау, солоҡ ҡарау, шифалы үләндәр йыйыу, мәғдән сығарыу, ҡорал яhау, ғаилә-көнкүреш, йорт-ил яҙмышы кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡан, кәңәшләшкән, ҡарарҙар ҡабул иткән. Ырыу-ара йыйындарҙа ил, донъя хәлдәрен hөйләшеп, hүҙ, кәңәш беректереп, бер булып ойошоп, оран бирешеп, данлыҡлы батырҙар менән илде ҡурсалау, яу ҡайтарыу тураhында мөhим ҡарарҙар ҡылынған.


Йыйын

Йыйындар башҡорт донъяhының ижтимағи-сәйәси hәм шул уҡ ваҡытта рухи-мәҙәни ваҡиғаhы, күренеше лә булған. Батырҙар, таһыллылар, состар, hәр hөнәргә hәләтлеләр, маhирҙар барланған hәм hыналған. Аттарҙа сабышыу, көрәшеү, яу ҡоралдары менән эш итеү, уҡ атыу, йүгереү, ҡобайыр, алғыш әйтеү, ҡурайҙа уйнау, думбыра, ҡумыҙ сиртеү, йырлау, бейеү, уйындар уйнау халыҡты дәртләндергән, ҡөҙрәтләндергән, тапшырылған бүләктәр еңеүселәрҙең hәм зат-нәҫеленең мәртәбәhен арттырған. Йыйындар араларға, түбәләргә, кесе hәм оло ырыуҙарға, ғөмүмән, башҡорт халҡына ойошоп берҙәм hәм татыу йәшәргә, милли йолаларын, йөҙөн, үҙенсәлектәрен, телен, сәнғәтен hаҡларға, үҫтерергә булышлыҡ иткән.
Әйле башҡорттарының яҡын-тирә ауылдарҙы йыйып, кәңәш-төңәш, төрлө ярыш, уйын, hый менән үткәргән йәйге йыйыны hәм Ҡарға туйы байрамы тураhында филология фәндәре кандидаты Таhир Байышев 1970 йылда тәфсирләп яҙған, hәм ул ни сәбәптәндер баҫылмай ятып ҡалған.
Таhир Fәлләм улы Байышев 1886 йыл­дың 15 авгусында Өфө губернаhы Златоуст өйәҙенең Хәлил ауылында (Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылы) тыуған. Ауылдаштары Йүрүҙән буйы башҡорттары менән саҡырышҡан, йәнә Дыуан-Мәсетле hәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары халҡының йыйындарында ҡатнашҡан. Үҫмер сағында ат егеп, күсер булып, инәhен, апай-еңгәләрен Ҡарға туйына (Ҡарғатуй) йөрөткән hәм бөтәhен дә күргән, күңеленә hеңдергән. Уның хәтирәhе Әй буйы башҡорттарының йыйын, Ҡарға туйы байрамдарын үткәреү асылын, үҙенсәлек­тәрен, нескәлектәрен сағылдырыуы менән әhәмиәтле. Яҙманың фәҡәт йыйын, Ҡарғатуй күренешен сағылдырған өлөшөн әҙәби яҡтан эшкәртеп, рухи мираҫыбыҙ ҡиммәте hанап, халҡыбыҙға еткерергә ниәт ҡылдым.
Яҙғы сәсеү тамамланғас, бесәнгә төшмәҫтән элек, ауылдың уҙамандары башҡа ауыл кешеләре менән саҡырышыу тураhында кәңәшләшә. Кәңәш беркеткәс, ҡайhы ауыл кешеләрен саҡырыу билдә­ләнә. Беҙҙең ауыл башҡорттары Йүрүҙән буйы башҡорттары менән саҡырыша ине. Билдәләнгән ауылға бер илсе ебәрәләр. Ул ауылдыҡылар илсене ҡабул итhә hәм ҡунаҡҡа килергә риза булhа, килеүселәр­ҙең hанын hәм килеү ваҡытын белеп ҡайта. Ҡунаҡтар hаны hәр ике яҡтан бер тигеҙерәк булырға тейеш, сөнки бер яҡтың hаны 10-15 кешегә артыҡ булhа, икенсе яҡ кешеләренә ҡунаҡ итеү ауыр була. Өс-дүрткә күберәк булыу артыҡ hаналмай. Fәҙәттә, ҡатнашыусылар hаны hәр ике яҡтан 50 – 70 кеше самаhы була.
Билдәләнгән көн еткәс, ике уҙаман яҡшы тарантасҡа яҡшы пар ат егеп, дуғаға ҡуш ҡыңғырау тағып, ҡуссы (күсер) ултыртып, теге ауылға саҡырыусы булып китә.
Һәр ике яҡтың үҙенә күрә иҫәпсеhе була. Ул иткә hыйырмы, йылҡымы, күпме сәй-шәкәр, бауырhаҡ, бәрәңге кеүек тәғәмдәр, ҡунаҡтарҙы hыйлау өсөн кеше башына күпме күбекмай, икмәк йыйырға кәрәген билдәләй. Бөтә hауыт-hабаны, самауырҙарҙы, ҡаҙандарҙы, ашъяулыҡ, таҫтамал, эскәтер, ҡунаҡтар аҫтына йәйер, hалыр өсөн кейеҙ, келәм, мендәр, турпыша кеүек әйберҙәрҙе йыйынға ҡатнашыусылар килтерә.
Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн, ғәҙәттә, ауыл эргәhендәге hыу буйының бер матур урынында киң генә болон hайлана. Ҡунаҡтар килер көндә таң һары­һынан бөтә ауыл ҡырмыҫҡа иләүенә әүерелә. Ауылдың ҡарты-йәше, бала-сағаhы зыҡ ҡуба: берәүҙәр ат егеп, майҙанға оҙон-оҙон нәҙек ағас, кәртәләр алып бара, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, ҡояштан күләгәләү, hыйлау, йоҡлатыу өсөн япма, ҡыуыш ҡора, уны турпышалар менән яба; икенселәр йүгерә-саба май­ҙанға кейем-hалым, hауыт-hаба, ашамлыҡ-эсемлек ташый; бәғзеләр ул hауыт-hабаны, ашамлыҡ-эсемлекте hаҡлау өсөн ҙур-ҙур hандыҡтар килтерә; бүтәндәр яр ситенә ҙур ҡаҙандар урынлаштыра, утын тумыра, самауыр ҡайнатырға күмер, табыҡ-сыра әҙерләй. Малайҙар атайҙарына, ағайҙары­на булыша.
Бөтә ауыл шулай ҡыжмыраған саҡта бер төркөм оҙон ҡолғаларға таҫтамалдар, ситса киҫәктәре тағып, ауыл буйлап, өй рәтләп йөрөй, яңы төшкән килендәрҙән таҫтамал ала. Был һөлгөләр ярыштарҙа еңгән батырҙарға бүләк итеп бирелә.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға майҙан әҙер. Төш ауып, ҡунаҡтар килер ваҡыт етә. Самауырҙар, уларға өҫтәү өсөн ҙур ҡаҙандарҙа hыу ҡайнай…
Күҙәтеүселәр ҡапыл “Киләләр!” тип ҡысҡырып ебәрә. Алыҫта hауаға туҙан болото борҡотоп, 10 – 15 арбаға тейәлгән ҡунаҡтарҙың килгәне күренә. Яҡынаялар. Иң алдан саҡырыусылар килә. Улар үҙҙәренә бүләк итеп бирелгән ике таҫтамалды дуғаның ике яғына таҡҡан. Таҫтамалдар елгә елберләп килә. Дуға­ларға тағылған ҡыңғырауҙар, аттар муйы­нындағы шөңгөрҙәр тауышы күңелдәргә әйтеп бөтөргөhөҙ дәрт, ҡыуаныс бирә.
Саҡырыусылар ҡунаҡтарҙы ауылдың бер осонан индереп, икенсе осо аша майҙанға алып бара. “Бына беҙҙең ауыл шул инде”, — тиҙәр. Ҡунаҡтар урамдан уҙғанда, бөтә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тамаша ҡыла.
Ҡунаҡтарҙың килеп төшөүе – ауыл халҡы өсөн ысынлап та бер тамаша, бер мәрәкә. Саҡырыусылар артынан килгән арбала берәү башына оҙон осло нәмә кейгән, йөҙөнә ҡурҡыныс, ҙур мыйыҡлы, ҙур көрәк hаҡаллы битлек ҡаплаған, икенсеhе балыҡ тота торған ауҙан яhалған ҙур сатырҙы баш осона күтәргән. Бүтән арбаларҙағы ҡунаҡтарҙың да башында – мәрәкә нәмә­ләр, йөҙҙәрендә – ҡурҡыныс битлектәр. Был – ул саҡтағы ауыл кешеләре өсөн үҙе бер театр, кәмит.
Йыйында ҡатнашыусыларҙың башлығы була. Башҡалар уға буйhона. Һәр бере­hенә аныҡ бурыс, эш йөкмәтелә. Берәүҙәр йыйылған ашамлыҡтарҙы hаҡлай, бүлә, тарата, икенселәр ҡаҙан аҫтына яға, самауыр ҡайната, hауыт-hаба йыуа, өсөн­сөләр ҡунаҡтарға ризыҡ ташый, самауыр төбөндә ултырып сәй ҡоя. Бүтәндәр аяғүрә баҫып шаян hүҙҙәр, көләмәстәр hөйләй, мәҙәк ҡыланыштар менән ҡунаҡтарҙы мауыҡтыра, шаярта, көлдөрә, йырлай, таҡмаҡ әйтә, гармун тарта йә скрипкала уйнай…
Элекке заманда hәр ауылда тиерлек йырсы, гармунсы, думбырасы, скрипкасы, әкиәтсе, мәҙәксе, туҙға яҙмағанды hөй­ләүсе була торғайны. Һөнәрҙәре менән ауылдан ауылға йөрөп тамаҡ туйҙыралар, йән аҫрайҙар ине. Улай ғына ла түгел, улар­ҙы халыҡ саҡырып йөрөтә, туйҙа­рында, байрамдарында, мәжлестәрендә йырҙарын, көйҙәрен, ҡобайырҙарын тыңлай. Әгәр ауылда шундай кеше булhа, уны йыйында бушлай ҡатыштыралар, булмаhа, күрше ауылдан саҡыралар. Әгәр уның кейеме, өҫтө-башы насар булhа, кейендерәләр. Халыҡ сәнғәтенә оҫта фәҡир дәрүиштәр йыйындың балҡышына әйләнә. Халыҡ – даръя бит ул! Мин сабый саҡта беҙҙең Хәлил ауылында сәсәктән hуҡырайған, бөтә Әй буйына даны та­рал­ған Мырҙаш исемле йырсы, скрипкасы, халыҡ ҡаhармандары тураhында оҙон-оҙон эпостар, ҡобайырҙар hөйләүсе башҡорт бар ине. Бындай аҫыл заттар, беҙҙең мәңгелек милли мәҙәниәтебеҙҙе hаҡлап алып килеүселәр, йәшәтеүселәр ил тулы ине.
Килеп төшкән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу – үҙе бер тантана. Һәр ҡунаҡты күрешеп, ҡотлап, ҡосаҡлап ҡаршы алалар. Бигерәк тә ҡарттарҙы, ир-уҙамандарҙы хөрмәтләйҙәр. Аҡ hаҡаллы ҡарттарҙы арбанан күтәреп төшөрәләр, күтәреп япма эргәhенә алып киләләр. Йәш егеттәр аттарын туғарыша, бәләкәй малайҙарҙы атландырып, аттарҙы йөрөтөп hыуынды­рырға ебәрә. Майҙан геү килә. Ул арала берәү саф, көр тауыш менән ҡунаҡтарҙы ҡотлау йырын йырлап ебәрә, уға гармун ҡушыла. Һәр кемдең дәрте, шатлығы эсенә hыймай.
Ҡунаҡтар юл туҙанынан ҡағына, hуғына. Йәштәр Әйгә барып йыуына, hыу инә. Ҡарттарҙы, ололарҙы япма алдында йыуындыралар. Ҡайhылары күлдәктәрен, өҫ кейемдәрен алыштыра. Ҡунаҡтарҙың башлығы кейемдәрен алыштырып, күк, ҡыҙыл йә йәшел төҫтәге тар ситсаны йәки яҫы таҫманы hул иңбашынан күкрәге аша биленә hалындырып тағып ала. Шундай уҡ таҫманы хужалар башлығы ла таға. Был уларҙың башлыҡ икәнен белдерә hәм уларға мөhабәтлек бирә.
Ул арала ҡунаҡтар өсөн сәй табыны хәстәрләнә. Япма эсенә эскәтерҙәр йәйелә, самауырҙар, батмустар, сынаяҡтар, ашам­лыҡтар ҡуйыла. Ҡунаҡтар йәштәренә, дәрәжәләренә ҡарап ҡор-ҡор булып ултыра. Ҡарттар, ололар – япманың иң түрендә…
Сәй эскәндә уҙамандар ҡунаҡтарҙы тәбрикләй: “Ҡыуышыбыҙ тар, hыйыбыҙ аҙ булhа ла, hеҙҙең өсөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күңелебеҙ киң!”, “Аш-hыу – тәнгә шифа, дуҫлыҡ-татыулыҡ – йәнгә шифа…” Икенсе берәү көр тауыш менән оҙон көйгә йорт-ер, туғанлыҡ, татыулыҡ тураhында йыр һуҙып ебәрә. Уға йә гармунсы, йә скрипкасы ҡушыла. Артабан да hыйлаған саҡта шундай уҡ сығыштар, йырлауҙар, шаян hүҙҙәр була тора.
Йыйындарҙа ҡунаҡтарҙы көлдөрөү, албырғатыу өсөн туҙға яҙмағандарҙы hөй­ләүселәр ҙә була. Ҡунаҡтарҙы албырғатыу өсөн алдарына ике кеше килеп баҫа. Йыйындың башлығы: “Быларҙың бына быныhы үткәндә беҙҙең Әй буйында булған бер хәлде, ә быныhы малай саҡта үҙ башынан кисергәнде hөйләй”, – тигән була. Мәрәкәне тыңлап, ҡунаҡтар hындары ҡатҡансы көлә.
Әлбиттә, бөтә йыйын баштан-ахыр гелән уйын-көлкө менән бармай. Иҫәнлек-hаулыҡ, тормош, донъя көтөү тураhында белешелә, йырҙар башҡарыла. Хәтерем­дә, ул саҡта беҙҙең ауылда Әптелғәни исемле көр тауышлы, оҙон көйҙәргә йырлаусы йырсы бар ине. Әптелғәниҙең ҡунаҡтар алдына аяғүрә баҫып йырлағаны ғүмерем буйына күҙ алдымдан китмәне:
Үтәhеңдәй ғүмерем, ай, үтәhең,
Ҡартайтыпҡай әрәм итәhең,
Ҡартайтыуҡайҙарың бер ни түгел,
Үлтерепкәй харап итәhең.
Йыр йырланғас, мәжлесте бер нисә минутҡа тынлыҡ баҫа. Күптәрҙең, бигерәк тә ҡарттарҙың, кеҫәләренән ҡулъяулыҡ­тары сыға.
Бындай йыйындарҙа ҡунаҡтарҙы ике кис ҡундыралар. Тәүге көн hәм уның кисе hәр ике яҡтың оло кешеләренең үҙ-ара яҡшылап танышыуы, ултырҙаш булыуы, hөйләшеүе, әңгәмәләшеүе менән үтә. Улар илдәге тормош, хәлдәр, төрлө ваҡи­ғалар тураhында фекер алыша. Быйылғы йылдың нисек килеүе, көндәр нисек тора­сағы, игендәр нисек буласағы тәңгәлендә үҙ hынамыштарын әйтәләр. Һөйләшеү темаhы киңәйә бара. Һүҙ бөтә башҡорт иленә, Рәсәй, хатта бөтә донъя күләменә күсә.
Һүҙгә hүҙ ҡушыла, фекергә фекер ялғана. Бара-бара hүҙ башҡорт халҡының үткәненә, боронғо хәленә, тарихына барып ялғана. Шунан халыҡ өсөн, ил өсөн көрәш­кән, алышҡан, ҡорбан булған батырҙар, ҡаhармандар тураhында хәтирәләрҙе йәштәр йотлоғоп тыңлай. Бында инде Салауат батырҙың исеме телгә алынмай ҡалмай. Һүҙ Салауатҡа килеп еткәс, беҙҙең Әй буйында уның тураhында йырланған йыр яңғырай.
Мәҙе күҙе булыуға ҡунаҡтарҙы аш, сәй менән һыйлайҙар. Ҡараңғы төшөүгә май­ҙан тына. Ҡунаҡтарҙы йоҡларға ятҡыра­лар. Оло ҡунаҡтарҙы өләшеп алып, өйҙә­рендә ҡундыралар. Хужаларҙың унлаған кешеhе майҙанда нәүбәтсе (дежур) булып ҡала. Улар алмашлап ҡарауылда тора, ҡунаҡтарҙың аттарын ҡарай.
Йыйындың икенсе көнөндә hәр ике яҡ кешеләренең ярышы була. Ярыш уйындары күп ине. Уларҙың байтағы инде онотолған. Шуныhы хәтеремдә: йүгереү, көрәш ярыштары балаларҙан, йәштәрҙән башлана ине. Был ғәҙәт, әлбиттә, йәш үҫмерҙәрҙе ярышҡа өйрәтеү, күнектереү ниәтенән башҡарыла. Ҡәрҙәштәрем hис ҡасан киләсәген онотманы. Тағы шуныhы хәтеремдә: йыйындарҙа hәр ике яҡтың ир-егеттәре хәҙер бөтөнләй онотолған “Билге”, “Һыҙыҡ туп” тигән хәрбиләш­терелгән уйындарҙы бик мауығып уйнай торғайны. Уйнаусылар сисенә, күлдәк-ыштандан ялан аяҡ ҡала hәм еңдәрен, балаҡтарын hыҙғанып уйнай. Был ҡомарлы уйындар уларҙы ҡара тиргә төшөрә ине.
Заманы шулай булғандыр, мин үҫмер саҡтағы ауыл-ара йыйындарҙа ат сабыштырыу hирәк була торғайны, сөнки бының өсөн эш аты, hабан аты ярамай. Сабыш аты айырыуса ҡәҙерләп тотола, бәйгегә әҙерләнелә, hабанға егелмәй, еңелгә генә егелә. Бындай аттар йыйында ҡатнашыу­сы крәҫтиәндәрҙә бигүк булманы. Дөрөҫ, байҙар бик ихлас эшләгән батрактарын йыйында ҡатнаштыра ине.
Йыйындың өсөнсө, ҡунаҡтарҙың ҡайтыр көнө, хушлашыу көнө була. Иртәнге сәйҙе эсергәс, хужалар ҡунаҡтарҙы өләшеп алып, өйҙәренә алып ҡайтып ҡунаҡ итә, үҙенең тормошо, донъяhы, ғаиләhе менән таныштыра. Дуҫлашалар. Был бик яҡшы, күркәм ғәҙәт ине. Ул ғәмәлдә йыйындарҙа, Ҡарға туйҙарында тормошҡа аша ине. Берәү үҙенә оҡшағанды hайлап, дуҫ, әхирәт булышайыҡ, ти. Уға берәй төрлө бүләк бирә. Былай дуҫлашыу артабан күпселектә бик уңышлы була. Хатта үҙ туғандарына ҡарағанда ла бер-береhен яҡын күрәләр, йыш-йыш ҡунаҡҡа саҡы­рышалар, бүләкләшәләр, бер-бер хәл булғанда ярҙамлашалар.
Төш ауыуға ҡунаҡтарҙы хушлашыу ашына саҡыралар. Табында хушлашыу hүҙҙәре әйтелә, йырҙар йырлана. Арбалар майлана, аттар егелә. Ҡул бирешеп, ҡосаҡ­лашып хушлашалар. Ҡунаҡтар ҡайтырға сыға. Хужаларҙың башы, уҙамандары бер нисә саҡрым барып ҡунаҡтарҙы оҙатып ҡала.
Ҡунаҡтар ҡайтҡас, майҙанға ташылған бөтә нәмә – hауыт-hаба, самауыр, ҡаҙан, кейем-hалым, ағас-таш – бөтәhе лә ауылға, эйәләренә кире ҡайта. Артып ҡалған ашамлыҡты шунда йыйылған бала-сағаға ашаталар, етем, ҡарт-ҡороға, фәҡирҙәргә таратып бирәләр.
* * *
Йыйындар баштан-аҙаҡ камил тәртип hәм әҙәп менән бара. Етәкселәр, ололар, уҙамандар үҙҙәрен борондан килгән йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы тота, ғәҙел эш итә. Йәштәр уларға буйhона, hис бер ниндәй ҡаршылыҡ күрhәтмәй. Ярыш уйындарында тәртип боҙоу, намыҫ­ҡа тейеү, сикәләшеү, бәхәсләшеү кеүек күңелhеҙ күренештәр булмай. Шуны айырып әйтергә кәрәк: был йыйындарҙа hис бер төрлө иҫерткес эсемлектәр, хатта әсеткән бал-фәлән ҡулланылмай. Шулай булғас, билдәле, тәртип боҙоусылар ҙа булмай. Тәмәке тартыусылар ҙа ғәмәлдә юҡ ине. Мин hалдат хеҙмәтенә 1909 йылдың көҙөндә киттем. Йөҙҙән артыҡ хужалыҡ булған ауылда бары ике кешенең генә йәшерен тәмәке тартыуы билдәле ине. Күп йылдар ситтә зимагур булып йөрөгән бер кешене араҡы эсә, имеш, тип hөйләйҙәр ине. Мәгәр ҡыш көндәре ҡунаҡ саҡырғанда бал балы ҡойҙолар. Минең атайым бал әсетеү эшенең ауылда берҙән-бер оҫтаhы hәм кәңәшсеhе hаналды.
Йыйындар башҡорт халҡының ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, яҡшы hәм аҡыллы, кешелекле сифаттарҙы, әхлаҡ-әҙәпте hаҡлауҙың, милли мәҙәниәтте hүндермәй, hүрелдер­мәй артабан үҫтереүҙең фәhемле бер мәктәбе, уҡмашып, ойошоп, дуҫлашып, татыулашып, ярҙамлашып, булышып йәшәүҙең, ғүмер итеүҙең борондан аманат ҡылынған асылы ине.

Ҡарғатуй

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Ҡарғатуй байрамы үҙгәреш кисерә-кисерә, тарая-тарая беҙҙең заманға килеп еткән. Ҡарғатуй ҙа яҙғы сәсеү бөткәс уҙғарыла ине. Байрамға яҡын-тирәләге ауыл ҡатындарын да көнөнә генә саҡыралар. Ҡунаҡтар иртәнге сәғәт 9-10 тирәhендә килә, киске сәғәт 6-7 тирәhендә ҡайта. Ҡатнашыусылар hаны 20-30 самаhы була.
Саҡырыусылар ҡунаҡтарҙы алып килә. Улар өсөн ауыл ситендә хозур ерҙә япмалар ҡорола, йәйер өсөн кейеҙ-келәм, бутҡа бешерер өсөн ҡаҙандар, сәй эсерер өсөн самауырҙар, бөтә кәрәк hауыт-hаба килтерелә.
Һый өсөн ашамлыҡ йыялар, бутҡа өсөн тары ярмаhын, сәй-шәкәрҙе кеше башына йыйған аҡсаға алалар. Ҡатнашыусылар­ҙың етәксеhе, башҡарыусыhы була. Ҡал­ғандары уларға буйhона, hәр кемгә үҙ эше, үҙ бурысы йөкмәтелә: берәүҙәр бутҡа бешерә, икенселәр самауыр ҡайната, бүтәндәр ҡунаҡтарҙы hыйлай…
Әгәр йыйын ғәмәлдә егеттәр өсөн тамаша булhа, Ҡарғатуй инде ҡыҙ-ҡырҡын өсөн байрам һанала. Уларҙың аяғына баҫҡаны майҙанға килә, инәйҙәренә яр­ҙамлаша. Бәләкәй hәм 12-13 йәшлек малайҙар ҙа ҡатнаша. Әммә бында йәштәрҙән, ололарҙан бер генә лә ир заты булмай. Улар яҡындан түгел, алыҫтан да ҡарап тормай. Ҡарғатуй майҙанында ҡатын-ҡыҙҙар хөр, ирекле, тамам үҙ-үҙҙәренә хужа. Йоланы, ғөрөф-ғәҙәтте, әҙәп-тәртипте боҙмайынса, hис бер тартынмайынса ҡыланалар, ни теләhәләр, шуны уйнайҙар. Улар йылына ике көн – үҙҙәренә ҡунаҡ килгәндә hәм ҡунаҡҡа барғанда – ир-егеттәрҙең күҙҙәренән, ҡараштарынан, ирҙәренең ҡыҫыуынан, шелтәләүенән бөтөнләйгә азат хәлдә йәшәп ҡала. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн Ҡарғатуйҙың иң ҡыҙығы ла, иң мөhиме лә ана шунда ине. Ҡарғатуйҙар ҙа, йыйындар кеүек үк, кешеләрҙе ҡуҙғата, уята, үҫтерә, уларға дәрт, көс бирә, үҙ-ара дуҫлаштыра, татыулаштыра. Башҡа ва­ҡыт­та ирҙәр алдында ҡылана, ҡысҡырып hөйләшә, көлә алмаған, мәгәр тормошҡа йән биргән, йәм биргән ҡатын-ҡыҙҙар сикләүҙәрҙән арына, уйнай, көлә, хәбәр­ләшә, хис-тойғоларына ирек бирә. Был көндәрҙә улар араhында йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, әкиәтселәр ҙә, мәҙәкселәр ҙә, кәмитселәр ҙә, артистар ҙа ишәйә.
Ҡатындарҙың Ҡарғатуйҙағы бөтә ҡыланыштарын тасуирлай алмайым. Бары бер ҡарсыҡтың ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡ итеп кейенеп, ҡыланып ҡаршы алыу күренешен генә күҙ алдына баҫтырам. Башына бүрек hымаҡ нәмә кейгән, битенә ҙур мыйыҡлы, ҙур hаҡаллы битлек ҡаплаған, арҡаhына йыуан-оҙон толом hалындырған, уның осона сулпы урынына бер нисә еҙ ҡыңғырау, бер нисә шөңгөр таҡҡан, муйынына ат буталаhы, бер аяғына сабата, икенсеhенә кәүеш кейгән, йәнәhе, бер аяғы ирҙеке, икенсеhе ҡатындыҡы, алдан ҡараhаң – ир кеше, арттан ҡараhаң – ҡатын. Ҡунаҡтар килеп төшкән саҡта ул бер ботаҡлы, япраҡлы ағасҡа атланып, ат булып кешнәп, ян-яҡҡа сабып йөрөй. Башҡалар hындары ҡатып көлә.
Ҡунаҡтар килеүгә майҙан әҙер. Сама­уырҙар ҡайнаған. Ҡарғатуйға ҡатышмаған ҡарсыҡтарҙы, оло ҡатындарҙы хөрмәт итеп саҡырғандар. Аяҡтан яҙған бер ҡәҙерле ҡарсыҡты ат егеп килтерҙеләр, арбанан күтәреп төшөрҙөләр.
Ҡунаҡтар килде. Уларҙы шатланышып ҡаршы алдылар, күрештеләр, ҡосаҡлаш­тылар. Ҡулдарын, биттәрен сайҡатып, сафландырып, ҡор-ҡор итеп ултырттылар, сәй эсерә башланылар. Тыныс ҡына hөйләшәләр, хәл-әхүәл hорашалар. Апайҙар, еңгәләр ҡунаҡтарҙы ҡотлап йырлап ебәрҙе.
Бер аҙҙан hуң ҡарсыҡтар, балалы ҡатындар урындарында ултырып ҡалды, тормош, ғаилә хәлдәре тураhында hөй­ләшеүен дауам итте. Ә йәштәр, йәше­рәктәр ярыш уйынына китте.
Ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә генә хас уйындары бар ине. Ҡатнашып уйнамағас, ситтән ҡарап торғас, мин хәҙер уларҙы хәтерләй алмайым, ләкин улар бик ихлас ярыша, ҡара тиргә төшә ине. Уларҙың ул саҡтағы милли уйындары бөтөнләйгә тиерлек онотолған инде.
Төш ауыуға тары бутҡаhы бешә. Һары майҙы мул hалып ашала торған бутҡаны ҡунаҡтарға ғына түгел, байрам ҡарарға килгән бөтә ауыл ҡатындарына, бөтә йыйылған бала-сағаға ашаталар.
Ярыш уйындары бөткәс, Ҡарғатуйҙа таҡмаҡ әйтешеп бейешәләр. Ҡумыҙҙың тауышы яланда ишетелмәй, уйнаусының үҙенә генә ишетелә. Бына шул саҡта еҙ тас, батмус, биҙрә музыка ҡоралдары булып китә. Бейер өсөн тигеҙ урында таҡыр яhала, турпыша йәйелә. Бейеүселәр аяҡтары талғансы бейегәс, ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеү, йомаҡтар табышыу ярышы китә.
Ҡунаҡтар киске сәғәт 5-6 етеүгә ҡайтырға йыйына. Уларға хушлашыу сәйе ойошторалар. Сәй эскәндә үҙ-ара дуҫла­шыу йолаhы үтәлә: хужалар үҙҙәренә дуҫ, әхирәт итеп ҡайтарырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бүләктәр бирә. Бүләктәр күпселек яулыҡ, таҫтамал, беләҙек, hырға, алҡа, йөҙөк кеүек әйберҙәрҙән йә hауыт-hабанан ғибәрәт була. Үҙҙәре ҡунаҡҡа барғанда дуҫтары ла шундай уҡ бүләктәр биреп ҡайтаралар. Дуҫлыҡ бәғзеләрҙә үлгәнсе hаҡлана. Күпмелер ваҡыттан hуң был ауыл ҡатын-ҡыҙҙары теге ауылға ҡунаҡҡа юллана. Ул ауылда ла Ҡарғатуй шул рәүешле уҙғарыла.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509