Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдан килгән... мәрхүм өсөн
Алдан килгән... мәрхүм өсөн Көнһылыуҙың ире дауаханала үлде. Бер нисә көн элгәре тиктомалдан хәле бөтөүенә, тыны ҡыҫылыуына зарланғас, табипҡа күренергә күпме генә күндерһә лә, тыңламаны бит. Хәйер, ир заты был йәһәттән үҙ һүҙле инде ул. Сирләп-маҙар китһә лә, өйҙә ятһа ята, әммә табипҡа -– һуңғы сиктә генә. Был юлы ла шулайыраҡ килеп сыҡты. “Үтер әле, һауа торошо ла үҙгәреп тора, шуға күңел болоҡһойҙор”, — тип башлыса тәбиғәткә һылтанды. Әммә өсөнсө көн тигәндә хәленең ауырайғанын һиҙеп, ир табипҡа күренергә ризалыҡ бирҙе. Әмәлгә ҡалғандай, табипҡа сират оҙон ине. Хәйер, бында халыҡтың аҙ булғаны ла юҡ. Тынсыу. Томра. Сират тигәнең умарта күсен хәтерләтә. Гөж киләләр. Роберт тәрән итеп тын алды ла күҙҙәрен йомдо... Көнһылыу тәүҙә һөйгән йәрен мәңгелеккә юғалтҡанын аңлап та бөтмәне, буғай. Аңына килгәндә мыҡты кәүҙәле, имәндәй оҙон буйлы баһадир ирен кушеткаға һуҙып һалып ҡуйғайнылар инде. Әлдә генә янында яңы танышы булды. “Соня” тип таныштырҙы ул үҙен. Эргәһенән китмәне. Йүгереп барып һыуын да килтерҙе, такси саҡыртты, әллә ҡайҙа шылтыратып, мәйетханаға алып барыу мәсьәләһен дә хәл итеп ҡуйҙы. Аҙаҡ ҡына белде Көнһылыу — Соня йыназа хеҙмәтенән икән...


Ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәр һуңғы ваҡытта бындай “хөрмәткә” өйрәнеп тә бөтөп бара кеүек. Ҡайҙан белеп, күреп торалар тиң? Хәйер, быныһы — икенсе мәсьәлә. Әммә яҡын кешеһен юғалтҡандарҙың ҡайғылы сағынан файҙаланып, нисек тә аҡса эшләп ҡалыу теләге менән янған эшҡыуарҙар был хеҙмәтте, ысын мәғәнәһендә, бизнесҡа әйләндерҙе. Ишеткәнһегеҙҙер, яңыраҡ Мәскәү эргәһендәге Хованск зыяратында бер төркөм кешенең (500-гә яҡын кеше) үҙ-ара ыҙғышыуы, һөҙөмтәлә бер нисә кешенең ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгеүе тураһында үҙәк телевидение журналистары ҡабат-ҡабат һөйләне. Әле был осраҡ буйынса тикшереү эше бара. Әммә һүҙ кемдең кем менән яғалашыуы хаҡында ла түгел. Егеттәрҙең нимәне, бәлки, кемде бүлешә алмай яфаланыуҙары былай ҙа билдәле тигәндәй. Ритуаль хеҙмәт эшҡыуар­ҙа­рының эшмәкәрлеге хаҡында элегерәк тә үҙәк телевидение экрандарынан бер нисә тапҡыр махсус репортаждар ойошторолдо, гәзиттәрҙә лә мәҡәләләр баҫылды. Әммә көпә-көндөҙ 500-гә яҡын кешенең бер-береһенә ҡорал тотоп ташланыуы аптыратыуҙан бигерәк хафаға һала. Тимәк, нисек кенә аяныслы яңғырамаһын, кемдеңдер ғәзиз йәрен, ҡәҙерле балаһын, берҙән-бер атаһын йә әсәһен юғалтыу ҡайғыһы улар өсөн өҫтәмә килем генә...
Гәзит уҡыусыларыбыҙ Өфө ҡалаһында бер йәшлек ҡыҙ менән булған ваҡиғаны ла иҫләйҙер әле. Йәш әсә, ҡыҙы бик ҡаты сирләп киткәс, “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырта. Табип килә, әммә бер нисек тә ярҙам итә алмай. Ҡыҙҙың хәле яҡшырмағас, әсә кеше был юлы түләүле медицина хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Киләләр, сирҙең сәбәбен асыҡлайҙар, дарыуҙар яҙып бирәләр. Әммә күп тә үтмәй фатирға табут эшләр өсөн баланың үлсәмен алабыҙ тип ритуаль хеҙмәт эшселәре килеп инә... Ҡайҙан белгәндәр? Ҡайҙан ишеткәндәр? Кем уларға был хаҡта мәғлүмәт еткергән тиң! Әле был һорауҙарға Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы белгестәре асыҡлыҡ индерә. Һәр хәлдә “Тиҙ ярҙам” табиптары үҙҙәренең ғәйебен танымай, тиҙәр.
Кемдер, бәлки, ярай әле табиптарҙан алда уҡ килеп төшмәгәндәр, тиер. Ә бит ундай осраҡтар ҙа булғылай. Бынан бер нисә ай элек Өфө районындағы Бурцево ауылында бер танышыбыҙ үлеп ҡалды. Ҡапыл йөрәге туҡтаған. Әммә “Тиҙ ярҙам” машинаһынан алда (ни тиһәң дә, ауыл Өфөнән 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан) ритуаль хеҙмәт белгестәренең мәрхүмдең ҡатынының кеҫә телефонына шылтыратып, үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итеүенә күптәр ғәжәп иткәйне.
Ғөмүмән, ҡайҙан ала һуң бындай мәғлүмәтте ерләү бюроһы хеҙмәткәрҙәре? Кем еткереп тора? Ҡайһы берәүҙәр, улар телефондарҙы, ашығыс хеҙмәттәрҙең элемтә каналдарын тыңлай, тиҙәр. “Тиҙ ярҙам” һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәндәре лә бар. Билдәле, бушҡа түгел. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн кемдеңдер мәрхүм булып ҡалыуы тураһындағы оператив мәғлүмәт өсөн ерләү агентлығы 4 меңдән 25 мең һумғаса хаҡ түләргә әҙер икән. Ундайҙарҙың хатта үҙҙәренә күрә ҡушаматы ла бар — “йүгеректәр”. Кемдең “шымсыһы” өлгөрөрәк — шул ота. Алдан килгән урын өсөн кеүегерәк килеп сыға инде. Ошонан барлыҡҡа килә лә инде легаль булмаған бизнес. Һөҙөмтәлә, ыҙғыш, талаш, көнәркәшлек...
Әлбиттә, был осраҡта һүҙ ерләү агентлыҡтарын ойоштороу-ойоштормау, булдырыу-булдырмау мәсьәләһе хаҡында бармай. Тормош бит. Беребеҙ ҙә мәңгелек түгел. Әммә ерләү агентлыҡтарының саманан тыш шашыуы, көндән-көн талымһыҙлана барыуҙары ғына уйландыра. Уларға бит хатта кеше ғүмере лә, мәрхүмдең туғандарының, яҡын­дарының хис-тойғолары ла мөһим түгел. Ҡул­да­ры­нан килһә, хатта тереләй алып барып күмерҙәр ине... Ирекһеҙҙән, һуңғы ваҡытта йәшәйешебеҙҙең күңелһеҙ бер күренешенә әүерелә барған коллекторҙар эшмәкәрлеге күҙ алдына баҫа. Улар ҙа бит аҡса өсөн барыһын да эшләргә әҙер.
“Күләгәләге” бизнес бер бөгөн генә көн ҡаҙағына сығарылмай, әлбиттә. Нисә кеше, шунса фекер тигәндәй, һәр кем уның хәл итеү юлдарын да үҙенсә күрә. Берәүҙәр ерләү агентлыҡтарының эшмәкәрлеген лицензияларға кәрәк тип тапһа, икенселәр әлеге ойошмаларҙы бер селтәргә берләштереү яҡлы. Медиктарға, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡарата яуаплылыҡты арттырыу кәрәклеген талап итеүселәр ҙә бар. Юҡһа бөгөн мәғлүмәтте таратыусыға административ яуаплылыҡтан башҡа бер ни янамай.
— Әгәр, “ритуалсылар”ҙың теле менән әйткәндә, “йүгеректең” теге йәки был мәғлүмәтте еткереүҙә ғәйебе асыҡлана икән, ул административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ябай тел менән әйткәндә, штраф һалына. Сумма әллә ни ҙур ҙа түгел — 2500 һумға тиклем. Көнөнә кәм тигәндә 10 мең һум эшләгән “шымсы” өсөн был тин генә. Иң ҡаты яза — әлеге хеҙмәткәрҙе эш урынынан ҡыуыу. Ә уның ошонда уҡ дуҫтары, иптәштәре ҡалмауына кем гарантия бирә ала? — ти Медицина хоҡуғы милли институтының директоры Юлия Павлова.
Ә бит ҡасандыр ерләү агентлыҡтары лицензия менән генә эшләгән. Талаптар, бәлки, ул саҡта ла әллә ни ҡаты булмағандыр. Уның ҡарауы, кем етте шул ерләү ойошмаһын аса алмаған. Тәртип булған. Әммә 2004 йылда төп талап ғәмәлдән сығарылғас, был ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә контроллек итеү ҙә исем өсөн генә үткәрелә башланы. Һөҙөмтәлә бөгөн Өфөлә генә йөҙләгән ритуаль хеҙмәте иҫәпләнә. Хаҡты ла һорай беләләр. Уртаса алғанда бер кешене ерләү 40 – 50 мең һумға төшә. Бөгөн йыназа хеҙмәтен асыуы бер ни тормай. Тәү башлап ебәреүгә хатта транспорт табыу, хеҙмәткәрҙәр яллау мәсьәләһендә лә артыҡ баш ватырға кәрәкмәй — барыһын да арендалау иҫәбенә ойошторорға мөмкин. Был осраҡта эшҡыуарға иң мөһиме “клиент” табыу. Бына ошонда башлана ла инде әлеге “мәғлүмәт” өсөн һуғыш. Ирекһеҙҙән, бер танышымдың баш ҡалабыҙға килеп ҡайтҡас, ғәжәп итеп һөйләгәне иҫкә төшә: “Һеҙҙә Өфөлә аҙым һайын банк, дарыухана һәм ерләү агентлыҡтары...” тигәйне ул. Уйланырға урын бар түгелме?..
Законға ярашлы махсус ойошмалар ерләү хеҙмәтен түләүһеҙ күрһәтергә тейеш. Йәғни табут, башҡа ерләү әйберҙәре, мәрхүмде зыяратҡа алып барыу, кремациялау, тейешле документтар тултырыу өсөн граждандар хаҡ түләргә тейеш түгел. Әммә үлем менән йөҙгә-йөҙ тигәндәй осрашҡанда был хаҡта уйлап та бирелмәй шул. Күпме һораһалар, шунса сығарып һалырға әҙерһең. Ә эшҡыуарҙарға ни шул ғына кәрәк.
Мәҡәләмде Архангел районында булған хәл менән тамамлағым килә. Бер әбей ауырып киткәс, “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртҡандар. Табиптар килеп етеүгә әбей аңын юғалтҡан. Ул арала ерләү агентлығынан да килеп еткәндәр. Өҙөклөк булған, күрәһең, бер юлы ике йыназа хеҙмәтенән килгәндәр. Тегеләрҙең хужалары клиентты “бүлешә” алмай үҙ-ара ыҙғыша икән. Тауышҡа әбей айнып киткән.
— Балаҡайҙарым, мине дауаханаға ғына алып барығыҙ инде, — тип инәлә икән тегәләргә әбей.
— Тик ят. Мәйетханаға тип әйттек бит беҙ һи­ңә... — ти икән көнәркәше менән талашып тороп, “клиент”тың терелеүенә лә иғтибар итмәгән эшҡыуар...



Зөлфирә АҠБАШЕВА, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе:

— Әлеге көндә йыназа хеҙмәттәренә ҡағы­лышлы закондар өҫтөндә ҡәтғи эш алып бара­быҙ. Ғәҙәттә, халыҡ ерләү йолаларына күпме генә аҡса түкһә лә, береһе-бер махсус ойошма өҫтөнән саманан тыш хаҡ һорауында ғәйепләп ғариза яҙмай. Билдәле, ерләү эштәренән һуң кемдең тағы ошо хис-тойғоларҙы яңыртҡыһы килһен. Бик агрессив баҙар. Әммә был күрәләтә граждандарҙы талауға хоҡуҡ бирмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511