Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошта ҡаралама юҡ
Беҙ уҡыған заманда “Матур яҙыу” дәресе була торғайны. Яйлап, ҡупшы, таҙа итеп яҙырға тырыша торғайныҡ. Башта ҡараламала яҙабыҙ, шунан ғына аҡҡа күсерәбеҙ. Тормошта ҡаралама юҡ. Барыһы ла һуңғы вариантта яҙыла бара. Матур яҙырға тырышайыҡ...

* * *

Беҙ Ырымбур өлкәһендәге Мөхәмәтша Буранғолов ауылына барғанда мәктәпте ябырға комиссия килеп ҡалды. Йән иланы...

* * *

Күршебеҙҙең ихатаһы хәҙер йәнһеҙ. Беҙҙе элекке йылдар­ҙағылай әтәс йырлап уятмай. Себерҙә эшләне. Йәй башында ҡайтып төшә лә, тауыҡ, берәй әтәс алып, ҡурмышыбыҙҙы күңелле тауыштарға күмдертә ине.
Ҡыш ҡар таҙартырға сыҡҡан еренән генә ихата алдында үлгән дә киткән. Пенсияға сыҡҡас йәшәрмен тип ситтә эшләп йөрөп һалдырған өйөнөң рәхәтен дә күреп өлгөрмәне. Гел, үҙенән йәлләп, осһоҙлата аҙыҡ-түлек, кейем, кәрәк-яраҡ эҙләй ҙә йөрөй торғайны. Бына хәҙер өйө тора, үҙе юҡ.
Атай тәрбиәһе күрмәй үҫкән ҡыҙы наркоманға әйләнеп, үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы...

* * *

Әбей, һатып ҡаҙҙарын,
Ноут һатып алғайны,
Ҡарғай-ҡарғай ноутты
Астан үлгән бабайы.

* * *

Бөркөттәр, һунарға өйрәтелгән ыласындар һуғышҡанды күргәнегеҙ бармы? Миңә быны Башҡорт­остан­да ла түгел, Ҡаҙағстанда ла түгел, Чехияла күрергә насип булды. Туристар өсөн махсус әҙерләгәндәр...
Их, башҡортом, ниңә беҙ күрһәт­мәйбеҙ?!

* * *

“Гүзәлдең магазиндары, аптекалары бар”...
Ҡурҡҡанға — ҡуш, ҡойроғо менән биш күренә, тиҙәр. Был ҡурҡып күргәнгә оҡшамай, көнсөлгә шулай күренәлер.
Ошо хәбәрҙе ишетеп, шаҡ ҡатып ултырғанда, ҡыҙым:
— Әсәй, һөйләһендәр! Башҡорт­та ла байҙар булырға тейеш тә инде! — тине.
Рәхәтләнеп көлдөк.
Эйе, бәлки, магазиндар, дарыу­хана тотор ҙа инем... Сауҙагәрлек юҡ шул ҡанымда...

* * *

Тормош был... Көсөңдән килгәнсә уны яҡшыртыр өсөн эшлә, әжере — Алланан. Эшем емешһеҙ булды тимә, бер емеш — иртә, береһе һуң өлгөрә. Ҡайһылыр татлы емеште мәңгелек донъяла ҡулыңа алырһың.
Ағинәй менән йәш ҡатын һөй­лә­шеүенән:
– Инәй, мин бер дуҫыма гел яҡшылыҡ эшләйем, әммә ул үҙе һәр саҡ минән генә ниҙер көтә, ә үҙенән бер игелек күргәнем юҡ.
– Яҡшылығың өсөн ул түгел, ә Аллаһ ҡайтаралыр тип уйламай­һыңмы? Бәлки, шул игелектәрең хаҡына Аллаһ өлөшөңдө арттыр­ғандыр, һаулығыңды нығытҡандыр, бер бәләнән, ҡайғынан ҡотҡар­ғандыр, яҡындарыңды ҡурсалаған­дыр. Игелек бер ваҡытта ла юғалмай. Бары тик беҙ уның өсөн ниндәй бүләк бирелгәнен генә белә алмайбыҙ.
Бер ваҡытта ла кешегә, мин һиңә шуны-шуны эшләнем, ә һин... тип үпкә белдермә. Игелекте Аллаһ хаҡына тип ҡыл.

* * *

19 май Пионерҙар көнө була торғайны беҙ бала саҡта. 1964 йылда тау башында яғылған пионер усағы ғүмерҙә лә онотолмаясаҡ, сөнки шул көндә беҙҙең менән тау башына менгән берҙән-бер ҡустым юғалды. Муйыл күпереп сәскә атҡан ваҡыт ине. Иртәгәһенә рашҡы яуҙы, етмәһә. Тотош ауыл менән сығып эҙләнек баланы. Өсөнсө көнөнә ҡараңғы төшкәс, туғанымды тауҙар араһында таптылар. Әлдә тере ине. 34 йәшлек әсәйем өс көн эсендә сап-сал сәсле булды.
Ауылдаш­тарға һаман да ярҙам­дары өсөн рәхмәтлебеҙ!

Рубриканы Гүзәл Ситдиҡова алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840