Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыу
Беҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыу“Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы техникаһының ниндәйе генә юҡ! Унда ҡеүәтле ҙур һәм мини-тракторҙар, комбайндар, мал аҙығы әҙерләү, тупраҡты эшкәртеү, үҫемлектәрҙе тәрбиәләү, химик һаҡлау техникаһы һәм башҡа ҡорамалдар ҡуйылған.
Кисә Өфөлә “АгроКомплекс-2012” Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башланы. Ул 16 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Нидерланд Короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Рональд Келлер һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
– Күргәҙмәнең киң күләмле була барыуы, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе ҡыуаныслы күренеш. Ауыл хужалығы – беҙҙең төп йүнәлештәребеҙҙең береһе, был Беҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыутармаҡты үҫтерәсәкбеҙ, уға төрлө яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостандың агросәнәғәте әле үк күп өлкә буйынса алдынғылар рәтендә. Ләкин беҙҙең бурыс – бар яҡлап та беренсе урынға сығыу, – тине Рөстәм Хәмитов үҙенең ҡотлау һүҙендә.
Беҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыуХалыҡ-ара күргәҙмәнең Башҡортостан өсөн бик мөһимлеген билдәләп, Рональд Келлер уның Рәсәй, сит илдәр өсөн дә әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сарала ҡатнашҡан компанияларға үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, бәйләнештәргә юл һаласағын да күҙ уңынан ысҡындырманы. Ошондай саралар үткәреү республикаға инвесторҙарҙың күпләп килеүенә лә булышлыҡ итәсәк, тине.
Күп тапҡыр ойошторолған күргәҙмәлә Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ Украина, Белоруссия, Германия, Франция, Нидерланд һәм башҡа илдәрҙән 190 самаһы предприятие ҡатнаша. Ауыл хужалығы техникаһынан тыш, малсылыҡ, ҡошсолоҡ, үҫемлекселек өсөн ҡорамалдар, аҙыҡ-түлекте төрөү йыһазы һәм башҡа әйбер тәҡдим ителә. “АгроФерма” тип аталған махсус проект буйынса күрһәтелгән һарыҡтар, йорт ҡоштары, ҡуяндар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Фаил Ҡылысбаев

Беҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыуБеҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыуБеҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыуБеҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыуБеҙҙең бурыс – беренсе урынға сығыу




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840