Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ
Кемгә нисектер, әммә мин, гәзит – аралашыуҙың иң көслө һәм йоғонтоло сараһы, тип иҫәпләйем. Көн һайын “Башҡортостан” гәзитен алып уҡымаһам, үҙемде тормоштан мәхрүм итеп күрәм, донъя ағышынан артта ҡалғанмын тип һанайым. Хәйер, мин “Башҡортос­тан”ды ауылдың “избач”ына барып, латин хәрефтәре менән баҫылғандан бирле ҡарап барам. Ә һуңғы осорҙа инде был баҫма йәшәүемдең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ҡатыным да ошо гәзитте һуңғы хәрефенә тиклем уҡып сыға, хатта ҡайһы бер һөйләмдәренең аҫтына ҡәләм менән һыҙып ҡуя ла ҡалғандарға уҡырға тәҡдим итә.


Бар ине замандар: гәзит йөҙ мең дана тираж менән тарала торғайны. Улар һәр ваҡыт партия һәм хөкүмәт етәкселәренең етди контролендә булды. Тиражы аҙ ғына кәмеһә лә, “ғәҙәттән тыш хәл”гә әйләнер ине. Халыҡ уны яҡын күреп уҡыны. Берәй тәнҡит мәҡәләһе баҫылһа, киләһе һандарында уның тикшерелеүе һәм сара күрелеүе хаҡында хәбәр ителде. Матбуғатҡа яҙылыуҙы башлыса урындағы етәкселәр ойошторҙо һәм яуаплы булды.
Әле редакцияларға йөрөйөм дә йөрәгем әрнеп ҡайта: баҫмаларҙың тиражы ҡырҡа кәмегән. Журналист булыу өсөн һәләт, киң даирәле булыу кәрәк. Ошо сифаттар булмаһа, эшләп, ижад итеп булмай. Шуға күрә хәбәрселәрҙе һаҡлау, дәртлән­дереү саралары мотлаҡтыр тип уйлайым мин, оло журналист булараҡ.
Нисек кенә булмаһын, гәзит­тәр беҙҙең иң тоғро, иң яҡын һәм ярҙамсыл аралашыу сараһы булып ҡала. Улар аша беҙ борсоған һорауҙарға яуап алабыҙ, халыҡ фекерен беләбеҙ.
Әйткәндәй, мин “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә, юғары органдар менән килешеп, журналда татар, сыуаш, мари телдәрендә мәҡәләләр баҫты­рыуҙы индер­ҙем. Ул күләмдең артыуы арҡаһында булды. Ниндәй генә мәктәпкә барһам да, класҡа инеп, уҡыусыларҙан Башҡорт­остандың байлығы, уның арҙаҡлы шәхестәре тура­һында һорашам. Үкенескә ҡаршы, балалар һай белә ине. Республ­иканың ер аҫты һәм ер өҫтө байлығы, тәбиғәте, уңған халҡы тураһында самалы ғына хәбәрҙарҙар. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, Рауил Бикбаев, Әнғәм Атнабаев һәм башҡаларҙың әҫәр­ҙәре, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәрит Бикбулатов, Арыҫлан Мөбә­рәков, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Мөхәммәт Иҙрисов, Рәшиҙә Туйсина һәм башҡа данлыҡлы шәхестәребеҙ тураһында хатта белмәүселәр ҙә табыла.
Бында уҡытыусының да, уҡыусының да ғәйебе юҡ, сөнки әҙәбиәт дәрестәре милли республикалар тарафынан нәшер ителә. Уҡытыусыға методик ярҙам сифатында “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналы файҙаланылды. Шрифт мәсьәлә­һендә, шулай уҡ финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорап, ҡала һәм район етәкселәренә мөрәжәғәт иттем. Бер кем дә баш тартманы, Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкиленең тыуған ере, төйәге, кешеләре тураһында күберәк, төплөрәк белергә тырыша ине улар. Милли конфе­ренцияларҙа, семинарҙарҙа һәр ваҡыт ҡатнашып, уҡытыу­сылар менән аралаша тор­ғайным. Журналдың 36 мең дана тираж менән таралыуы ла шуға бәйлелер.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840