Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурысыңды түләмәһәң…
Республикала халыҡтың тәбиғи газ өсөн түләү ваҡыты үткән дөйөм дебитор бурысы 515 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.


Түләүҙең артабан да артыуына юл ҡуймау маҡсатында газ хеҙмәткәрҙәре йылытыу миҙгеле тамамланғас айырыуса ҙур бурысы булған фатирҙарға газ бүлеүҙе туҡтатыу сараһын күрә. Графикка ярашлы, майҙа бындай сараны 1 477 абонентҡа ҡарата ҡулланыу ихтималлығы бар.
Газ бүлеүҙе сикләү – мәжбүри алым. Тәьмин итеүсе компания дебитор бурысын бөтөрөү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарҙы. Бурыслыларға иҫкәрмә ҡағыҙҙары, квитанцияларҙа дәғүә яҙмалары ебәрелде, телефон аша шылтыратыуҙар, смс-хәбәр, газды туҡтатыу тураһында белдереүҙәр булды.
– Алдыбыҙға абоненттарға хеҙмәт күрһәтеүҙе туҡтатыу бурысын ҡуймайбыҙ. Киреһенсә, клиенттарға яғыулыҡты тулы күләмдә бүлергә теләйбеҙ, – тип хәлгә аңлатма бирә “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рәмил Яфаев. – Башта белгестә­ребеҙ бурыслы кешегә иҫкәрмә ҡағыҙы ебәрә, уның менән һөйләшеп, хеҙмәт өсөн түләмәүҙең сәбәбен асыҡлай. Тормошта төрлөсә була, мәҫәлән, матди хәл насарайған, ғаилә башлығы вафат булған… Клиент­тарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Айырым осраҡтарҙа түләү­ҙең ваҡытын кисектерәбеҙ. Ләкин бер шарт бар: хаҡты ул ваҡытында индерергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең тырышлыҡты аңлап етмәй, йыш ҡына бәйләнешкә сыҡмай.
Әйткәндәй, Рәсәй Торлаҡ кодек­сының 159-сы статьяһына ярашлы, ҡулланыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Ул матди хәле насар булған кешеләргә бирелә, ләкин уларҙың бурысы булмаҫҡа тейеш. Былтыр республикала 50 мең­дән ашыу ғаилә ошо дәүләт ярҙамынан файҙаланған.

БЕЛЕШМӘ

Торлаҡ кодексының 159-сы статьяһына, 2015 йылдың 3 но­яб­рендәге “Энергия сығанаҡтарын ҡулланыусыларҙың түләү тәртибен нығытыуға бәйле Рәсәй Федера­цияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 307-се Федераль законға ярашлы, бүленгән газ өсөн хаҡты ваҡытында түләмәгән өсөн граждандарға

=Түләүҙе 31 көндән 90 көнгә тиклем тотҡарлаған осраҡта Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300, 90 көндән күберәк ваҡытҡа 1/130 күләмендә пеня иҫәпләнә.

=Бурысты тулыһынса түләгәнгә тиклем газ тәьминәте туҡтатыла. Газды туҡтатыу һәм ҡайтанан бүлә башлау эштәре абонент иҫәбенә башҡарыла.

=Бурысты суд тәртибендә түләтеү (суд сығымын ҡаплап).
Граждан суд ҡарарын үтәмәһә, суд приставтары билдәләнгән тәртиптә мөлкәтте ҡулға ала, уны мәжбүри һата, был кешенең сит илгә сығыуын тыя ала.



Автор: Г. СӘХИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509