Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эко-саҡырыу”ға ҡушылығыҙ!
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова “Таҙа ҡала” компаниялар төркөмөнөң “Башҡортостан Республикаһы экологияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән икенсе сеймалды йыйыу буйынса “Эко-саҡырыу” хәйриә экологик акцияһында ҡатнашыусы сертификатын алды.
Акцияның төп маҡсаты – тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. “Эко-саҡырыу”ҙы ҡабул иткән кеше 27 майҙан 27 июнгә тиклем кәмендә 500 килограмм икенсе сеймал (ҡатырға, гәзит, китап, архив, офис ҡағыҙы, ПЭТ-шешәләр) йыйып тапшырырға тейеш. Сара барышында тупланған аҡса “Балаларыбыҙ” хәйриә фондына күсерелеп, ҡаты сирлеләрҙе дауалауға тотоноласаҡ.
БДУ-ның Хоҡуҡ институтындағы Руфина Шаһапова етәкселек иткән Юридик клиника былтыр ҙа акцияла әүҙем ҡатнашҡайны.

Йүнселдәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?

Ошо көндәрҙә республикала Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә. Кисә Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында “Башҡортостан Республикаһындағы Вәкил тарафынан эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләләре” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

Бизнес-омбудсмен Рафаил Ғибәҙуллин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышыу уҙғарҙы. Унда эшлекле даирәләр, контроль-күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Эш төркөмдәре ултырышында дәүләт һәм муниципаль органдарҙың йүнселдәр менән хеҙмәттәшлегендә административ кәртәләрҙе юҡ итеү, бәхәстәрҙе судта һәм уға тиклем яйға һалыу, стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, кадастр баһаһы мәсьәләләре тикшерелде.

Халыҡты ҡабул итеү

Иртәгә 15 сәғәт 30 минуттан 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем Иглин районы хакимиәте бинаһында (Ленин урамы, 58, тамаша залы) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.

Кит бынан, серәкәй…

Баш ҡалалағы махсус ойошмалар бөжәктәрҙең юғары әүҙемлек күрһәтеүенә әҙер булмай сыҡты. Йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәте план һәм графикка ярашлы түгел, ә хәлгә ҡарап эшләргә тейеш. Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һүҙ ошо турала барҙы.

“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, серәкәйҙәрҙең быйыл айырыуса күп булыуына көслө ташҡын сәбәпсе. “Республика дезинфекция үҙәге эшкәртеү алып бара, әммә, күренеүенсә, бындай ғәмәлдәр быйыл бер аҙ һуңға ҡалған”, – тине ул.
Әйткәндәй, ҡалалағы серәкәйҙәр малярия һәм башҡа төрлө сир тарата тип хәүефләнергә нигеҙ юҡ. Эшкәртеү саралары ла кеше һәм хайуандар өсөн зарарһыҙ.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504