Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәремдең сере бар
“Бөтә һөнәрҙәр ҙә – кешенән, өс шөғөл генә Хоҙайҙан, – тигән бер философ. – Уҡытыу, дауалау һәм хөкөм итеү”. Мин шул Аллаһ тарафынан бирелгән һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булыуым – балаларға белем генә түгел, тәрбиә лә биреүем, аҡ ҡағыҙҙай саф күңелдәренә рух, ижад осҡоно һала алыуым менән бәхетлемен.

Уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Был һорауға яуап биргәндә беҙ, педагогтар, ошондай “схема”ны иҫебеҙгә төшөрөргә яратабыҙ:
У – уҡымышлы,
Ҡ – ҡыйыу,
Ы – ышаныслы,
Т – талапсан,
Ы – ынтылышлы,
У – уңған,
С – сабыр,
Ы – ыңғай.
Ошондай сифаттарға эйә булған мөғәллим генә ысын уҡытыусы тип аталырға хаҡлы! Улар, тәбиғи, бер юлы барлыҡҡа килмәй, ә ғүмер буйы үҙ өҫтөңдә эшләү аша тәрбиәләнә, шуға ла көн һайын ниндәйҙер белем, яңылыҡ алырға тырышам. Китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан, Интернеттан ҡомһоҙланып рухи хазина эҙләйем. Тапһам, алтын тапҡандай ҡыуанам, уны түкмәй-сәсмәй уҡыусыларым йөрәгенә таратып һалам. Бөгөнгө уҡытыусы замандан, хәҙерге “алға киткән” балаларҙан артта ҡалмаҫ өсөн көн һайын камиллашырға тейеш. Ә мәктәптә ул уҡытыусы ғына түгел, артист та, режиссер ҙа, сценарий авторы ла, рәссам да, спортсы ла, кабинеттарҙы ремонтлаусы ла, баҡса үҫтереүсе лә, судья ла, адвокат та, икенсе әсәй ҙә... Байрамдарҙа ойоштороусы, докладсы, хатта ашнаҡсы булып китә. Һайлауҙар ваҡытында ла алғы сафта уҡытыусылар. Урам һепереүсе булған саҡтар ҙа бар.
Балалар туған телен яратып өйрәнһен өсөн матур һүрәтле китаптар, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр кәрәк, әлбиттә. Тик улар ғына етмәй замана балаһына. Уға яңы технологиялар, башҡортса кино, йәнһү­рәт­тәр кәрәк. Бигерәк тә арҙаҡлы шә­хес­тәребеҙ тураһында. Материалдар бар ул, ләкин бик аҙ. “Урал батыр” йәнһүрәтен уҡыусылар яратып ҡабул итте, тик уның янына “Аҡбу­ҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”дар, “Ҡуҙыйкүрпәс”тәр кәрәк.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда яҙыусылар, милли матбуғатта эшләгән журналистар менән осрашыу зарурлығы ла йыш тыуа, ләкин беҙгә, төпкөлдә йәшәгәндәргә, ундай форсат һирәк эләгә шул. Уҡытыусыға бөгөн күп ҡағыҙ эше лә ҡамасаулай. Пландарҙың, отчеттарҙың әллә нисә төрөн һорайҙар. Башҡорт теленең орфографияһы ла яңыса ҡараш көтә. Тел бит ҡатып ҡалған күренеш түгел, ул үҫергә һәм байырға тейеш.
Ҡыҫҡаһы, киләсәк быуынға тейешле белем һәм тәрбиә биреү – уҡытыусыға ғына түгел, ә үрҙәрәк һанап кителгән һәм башҡа һөнәр эйәләренә лә бәйле. Йәмғиәтебеҙ ниндәй, артабанғы быуындар ҙа шундай булып үҫәсәк.

Зилә ПСӘНЧИНА,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840