Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүҙә исеме юғала, шунан – есеме...
Ҡатнаш ғаиләләр хәҙерге заманда күп. Халыҡтар дуҫлығы менән бик ғорурланған республикабыҙҙа улар айырыуса йыш осрай. Интернациональ ғаиләләрҙең ике халыҡтағы йолаларҙы ла ихтирам итеп йәшәгәндәре күптер, моғайын, ләкин ҡайһы берҙә тәғәйен ҡарар ҡабул итергә тура килә. Мәҫәлән, балаларға исем ҡушҡанда.

Сит-ят мөхиттә түгел, ә Ғафури районының төпкөлдәге башҡорт ауылында тыуып үҫте Лира Кәримова (исем-шәрифтәр үҙгәртеп алынды). Педагогия институтын тамамла­ғандан һуң бер нисә йыл Өфөләге республика хужожество интернат-мәктәбендә уҡытты. Ләкин бала­ларының исемдәре береһе – Сережа, икенсеһенеке Володя ине. Эш шунда: ул урыҫ егетенә кейәүгә сыҡты, һәм туйҙан һуң Ҡырымға күсеп киттеләр. Һәйбәт кеше булһа, кейәүҙең ниндәй милләттән икәнлеге мөһим түгел, ләкин ни өсөн башҡорт ҡыҙы йәки егете ҡатнаш милләтле никах ҡорһа, балаларына һәр саҡ тиерлек урыҫ исеме ҡуша? Тыуған яғына бер ҡайтҡанында мин унан шулай тип һораным.
– Тыуған яғыңдан ситтә йәшәгәндә бүтән милләт вәкиле булыуы еңел түгел, – тине уҡытыусы. – Ҡырымда беҙ күсеп килгән замандарҙа айырыуса ҡатмарлы ине, сөнки Бөйөк Ватан һуғышынан һуң был төбәктә, Ҡырым татарҙарын депортациялау менән бәйле, ҡаты “идеологик эш” үткәрелгән һәм айырыуса мосолман халҡына шикләнеп ҡарайҙар ине. Балаларымдың киләсәген уйлап, уларға урыҫ исемдәре ҡушырға булдым. Фамилиялары урыҫса булып та, исемдәре башҡорттоҡо булһа, ҡырын ҡарарҙар тип хәүефләндем. Хәйер, илдең башҡа тарафтарында ла шул уҡ күренештер инде. Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек күп милләтле ҡалаларҙа ғына, бәлки, хәл башҡасалыр.
“Эш исемдә түгел, ул шартлы төшөнсә генә бит”, – тип йыуаттым үҙемде. Ирем мин һайлаған башҡорт исемдәренә ҡаршы төшмәҫ ине лә ул... Башҡортта минеке кеүек урыҫ телендә лә еңел әйтелгән исемдәр бихисап бит. Һаман шул шикләнеү һәм ҡурҡыу тойғоһо еңде... Эргәлә ошондай милли тема буйынса кәңәшләшер кеше лә булманы.
Әле мин Ҡырымдағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем ағзаһымын. Өлкән улым мәрйәгә өйләнде, кесеһенең дә дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы шул уҡ милләттән. Тимәк, ейәндәрем дә урыҫ исемле буласаҡ...
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында туған мәктәбемдә бер уҡытыусының шулай тип әйткәне хәтерҙә: “Башҡорт теле һеҙгә ауыл ситендәге автобус туҡталышына хәтлем генә кәрәк”. Туған телеңә, үҙ мәҙәниәтеңә ихтирам шулай аҡрынлап юҡҡа сығарыла барғандыр инде. Бәлки, бында эш ҡайҙа йәшәүеңдә генә түгел, ә бына ошо милли тәрбиәлә – беҙҙең халыҡтың ғаиләлә үк ныҡышмалылыҡ, үҙ көсөңә ышаныс, ырыуҙаштарыңды яҡлашыу һәм уларҙан да яҡлау табыу кеүек сифаттар алмауында һәм ассимиляцияға “әҙер” булып үҫеүендәлер?






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506