Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡомарҙары әле етерлек
Ҡомарҙары  әле етерлек 2016-2017 йылдарға иҫәпләнгән “Өлкән быуын” программаһы Краснокама районында йәшәгән хаҡлы ялдағыларҙың социаль әүҙемлеген артабан күтәреүгә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Уны тормошҡа ашырыу барышында ауыл биләмәләренең барыһында ла төрлө саралар ойошторола.

Уларҙы үткәреүгә район хакимиәте ветерандарҙы ла даими йәлеп итә. Берлектәге эштәр теҙмәһе урындағы тарих һәм тәбиғәт ҡомартҡыларына, музейҙарға сәйәхәттән башлап вете­рандарҙың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтары эшмәкәрлеген, ҡыҙыҡлы тематик кисәләрҙе һәм осрашыуҙарҙы, ололарҙың йәш үҙенсәлектәренән һәм физик мөмкинлектәренән сығып уҙғарылған сәмле бәйгеләрҙе лә үҙ эсенә ала.
Өлкән ағай һәм апайҙарҙың сара­ларҙа бик теләп ҡатнашыуын, күп кенә ойоштороу мәшәҡәттәрен үҙ иңдәренә алыуын айырып билдәләргә кәрәк. Торған һайын быға тиклем ситтәрәк йөрөгәндәрҙең уларға ҡушылыуы ла маҡтауға лайыҡ. Иң мөһиме, әлбиттә, ветерандарҙың төрлө ауылдарҙа көн иткән дуҫ-иштәре, йәштәштәре, элекке хеҙмәттәштәре һәм таныштары менән, ҡайһы берҙәре өсөн хатта һиҙелерлек оҙаҡ ҡына ваҡыттан һуң, күрешеү-аралашыуы. Был шатлыҡты үҙҙәре кисер­гәндәр генә тулы кимәлдә аңлайҙыр.
Ҡомарҙары  әле етерлекНи генә тиһәң дә, оло быуын вәкилдәре уртаҡ эш-фиғелде һәм бергәләп күңел асыуҙы нығыраҡ үҙ итә. 60 йәштән өлкән ир-аттарҙың һәм 55-те уҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер-бер артлы ойошторолған район спорт фести­валдәре бының матур өлгөһө булды. Ун бер ауыл биләмәһе командаһы ҡатнашҡан бәйгелә апай-инәйҙәр шашка, дартс һәм кәрзингә туп ырғытыу буйынса көс һынашты. “Беҙҙең ҡомар әле етерлек”, — тип сәмләнеп ярышты унда ололар.
Яңы Йәнйегет ауылынан бәйгелә әүҙем ҡатнашҡан Рәйсә Яҡуповаға, мәҫәлән, 75 йәш. Ул үҙенең спорт менән даими шөғөлләнеүе, көн дә иртән физик күнекмәләр яһауы хаҡында бәйән итте. Февралдә ауылдарында ойошторолған саңғы ярышында йәштәштәре араһында иң етеҙе булған һәм махсус миҙал менән бүләкләнгән. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип, йәйгеһен үтәсәк велосипедсылар уҙышында ҡатнашырға бөгөндән әҙерләнә башлаған.
Ошо бәйгелә шашка оҫтаһы булып танылған Веля Вайтина ла спорт менән йәштән дуҫ икән.
– Йүгереү һәм саңғы буйынса төрлө бәйгеләрҙә үҙем эшләгән коллектив өсөн даими сығыш яһай торғайным, – тип һөйләне ул. – Оло йәштәгеләр ярышында тәүге ҡатнашыуым. Яҡшы күрһәткесемә, ауылдаштарымдың ышанысын аҡлай алыуыма шатмын.

Ольга СТЁПКИНА,
ветерандарҙың йәмәғәт
ойошмаһы рәйесе.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840