Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек ҡылырға ашыҡ!
Изгелек ҡылырға ашыҡ! Ошо көндәрҙә республикала социаль ярҙамға мохтаж кешеләргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән “Изгелек кәрзине” социаль проекты тормошҡа ашырыла башланы. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән башланғыс сиктәрендә аҙыҡ-түлек магазиндарында оҙаҡ һаҡлана торған тауарҙарҙы йыйыу өсөн махсус кәрзиндәр урынлаштырыла. Уларҙағы әйберҙәр һуңынан мохтаждарға таратып биреләсәк.


Баш ҡаланың Октябрь прос­пектында урынлашҡан “Байрам” магазины акцияла ҡатнашыу өсөн осраҡлы ғына һайланмаған. Яҡты, ҙур залда һатып алыусыларға ҡәҙимге аҙыҡ-түлектән тыш, тәм­ле-тәмле бәлештәрен дә, ҡош-ҡорт итен дә, көндәлек кәрәк-ярағын да тәҡдим итәләр. Көнөнә меңләгән кеше хеҙмәтләндерелә бында.
Беҙ бырып кергәндә, магазин гөрләп тора ине. Әммә башҡа ваҡыттарҙан айырмалы, был юлы ирекмәндәр ҡаршы алды. Диана һәм Әлфиә тип таныштырҙы улар үҙҙәре менән. Күҙ асып йомған арала магазиндың социаль проектта ҡатнашыуы, аҙыҡ-түлектең мохтаждарға адресланыуы тура­һында һөйләп, беҙҙе лә акцияла ҡатнашырға саҡырҙылар, флайер тотторҙолар.
— Диана, һеҙҙең саҡырыу­ҙарҙы халыҡ нисек ҡабул итә? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
— Берәүҙәр акция тураһында күптән белһә, икенселәр тәүгә ишетә. Һатып алырға мөмкин булған аҙыҡ-түлектең исемлеге менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар. Ундайҙар өсөн махсус флайерҙар әҙерләгәнбеҙ. Иң мөһиме — барыһы ла аңлап ҡабул итә. Бер кем дә акция кәрәкмәй тип иҫәпләмәй, — ти ул.
— Ә йыйылған аҙыҡ-түлектең нәҡ мохтаждарға барып эләгеренә шик белдереүселәр юҡмы?
— Төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә, әлбиттә. Ҡайһы берәү­ҙәр хатта, үҙебеҙ алып барып бирәбеҙ, адресын ғына әйтегеҙ, тип тә ебәрә. Унан һуң беҙ бит акцияны яңғыҙыбыҙ ғына тормош­ҡа ашырмайбыҙ, йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем эшләйбеҙ. Халыҡтан килгән һәр ярҙам теркәп барыла һәм адресатҡа еткерелә.
— Адресатҡа тигәндәй, мох­таж­дарҙың исемлеген ниндәй критерийҙарҙан сығып һайлайһы­ғыҙ?
— Йәмәғәт ойошмалары менән эшләйбеҙ тинем, ә уларҙың һәр ҡайһыһында социаль йәһәттән ауыр йәшәгән ғаиләләрҙең, шул уҡ физик мөмкинлектәре сиклән­гәндәрҙең, күп балалыларҙың, етемдәрҙең, ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәгеләрҙең тулы исемлеге бар. Унан һуң “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең базаһында ла тейешле мәғлүмәт етерлек. Партия күптән ярҙамға мохтаждар менән әүҙем эшләй һәм, уларҙы исемләп тиерлек белмәһә лә, йәшәгән урындары, социаль хәле менән яҡшы таныш, — ти Диана.
Ғөмүмән, “Изгелек кәрзине” өсөн аҙыҡ-түлектең исемлеге киң һәм хаҡтары ла үтә тешләшмәй. Әйтәйек, макарон 11 һум торһа, ҡарабойҙайҙы 39 һумға һатып алырға мөмкин. Кәрзингә 82 һум­лыҡ шоколад, йә булмаһа 89 һум­лыҡ балыҡ консерваһын һалырға ла була. Яҡынса 150-200 һумға бына тигән йыйылма туплана. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла һинең теләгеңдән һәм мөмкинлегеңдән тора. Иң мөһиме — быларҙың барыһы ла һуңғы тинен иҫәпләп йәшәргә мәжбүр булғандарға ҙур ярҙам буласаҡ.
Диана һатып алыусылар менән аралашҡан арала, Әлфиәгә һүҙ ҡушабыҙ.
— Кемдәр ҡатнаша тиһегеҙме? — ти ул һорауыбыҙҙы яңынан ҡабатлап. — Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Ирҙәр бик һирәк килә. Бәлки, оялаларҙыр...
— Дөйөм алғанда, акцияның барышы менән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Иң мөһиме — һөҙөмтә бар. Айырыуса ял көндәрендә кәрзин­дәрҙе бер нисә тапҡыр бушатып алабыҙ. Тимәк, халыҡ битараф түгел. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышалар. Унан һуң проект башланып ҡына тора, килә­сәктә ул тағы ла киңерәк йәйел­дерелер тип ышанам, — ти ул.
Ул арала оло йәштәге инәй “Изгелек кәрзине”нә ике әсмуха сәй һалып китте.
— Бер тин аҡсаһыҙ ултырыу­ҙың нимә икәнен беләм... Үҙемә балаларым менән ейәндәрем ярҙам итә. Уларға рәхмәт. Минең бүләктәрем дә кемделер ҡыуан­дырһа, сикһеҙ шат буласаҡмын, — тине ул.
Акцияла республика буйынса барлығы 80 магазин ҡатнаша. Өфөләге сауҙа селтәрҙәрендә 20 кәрзин ҡуйылған да инде. Ошо арала ҡалған 60-ы республика ҡала һәм райондарына ебәре­ләсәк. Партияның төбәк баш­ҡар­ма комитеты етәксеһе урынба­ҫары Александр Самсонов белде­реүенсә, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Нефтекаманан өҫтәмә кәрзиндәр урынлаштырыу тура­һында тәҡдимдәр килгән. Тимәк, акцияның дауамы буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519