Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин Шайморатовты күрҙем”
“Мин Шайморатовты күрҙем”1942 йылдың көҙөндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре менән осрашҡан Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы составында Туймазынан колхозсы ҡыҙ Фәүзиә Ҡурамшина ла була.
Иҫке Туймазы ауылында йәшәгән, донъяның әсе-сөсөһөн күп күргән, һуғыш осороноң ауырлығын үҙ иңендә татыған Фәүзиә апай Ғәниева менән осрашып һөйләшеү беҙҙе лә тулҡынландырҙы.
— Башта мин һеҙгә иҫтәлекле фото һәм бер-ике документ күрһәтәм. Был ҡомартҡылар минең өсөн бер тарих, — тине ул.
Ваҡыт үтеү менән тоноҡлана төшкән фоторәсемдә 1942 йылдың көҙөндә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Миңлеғәле Шайморатов командалыҡ иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Башҡортостан вәкилдәрен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итеүҙәре һүрәтләнә. Ошо тарихи ваҡиғала Фәүзиә Ҡурамшина ла ҡатнаша.
Белеүебеҙсә, Октябрь революцияһының 25 йыллығы алдынан яу ҡырында тиңдәшһеҙ батырлыҡтар күрһәткән атлы дивизияға БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары Мөхит Вәлишин етәкселегендәге делегация яуаплы миссия менән бара.
“Мин Шайморатовты күрҙем”— Бына беренсе рәттә уртала генерал Шайморатов ултыра. Һул яҡтан билдәле актриса Бәҙәр Йосопова урын алған. Халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш менән танылған бейеү оҫтаһы Фәйзи Ғәскәровты таныйһығыҙҙыр. Ә генералдың уң яғында мин ултырам. Быныһы оҙон юлда тәмле аш менән һыйлаған Мәрйәм була. Ҡалғандары — беҙҙе оҙатып йөрөүсе хәрбиҙәр, — тип фотолағы һәр кем менән таныштырҙы Фәүзиә апай.
Шул дәүерҙән һуң 70 йылға яҡын ваҡыт үткән. Күңел төбөндәге хәтирәләре бер аҙ юйыла төшһә лә, Фәүзиә апай һуғыш уты көйҙөргән ҡала, ауылдар аша үтеүҙәрен, Башҡортостандың яугир улдары менән осрашыуҙы әле лә онотмай.
— Мәктәпте тамамланым да колхозда эшләп йөрөйөм. Бер көндө ауыл Советына саҡырттылар. Республика делегацияһы составында һуғыш яланына барасаҡһың, тип оҙаҡҡа һуҙмайынса әҙерләнеп килергә ҡуштылар. Тиҙ арала аҙыҡ-түлек хәстәрләнек, мине поезға ултыртып та ебәрҙеләр. Вагонда сал сәсле, оҙон ғына буйлы бер бабай менән бергә килгәйнек. Ҡалала икәүләп аҙаштыҡ, ҡайҙа барырға белмәгәс, трамвайға ултырабыҙ ҙа йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа китәбеҙ. Миңә Совнаркомдың урамын да әйтмәгәндәр. Һораһаң, бер кем өйрәтмәй, был хаҡта төпсөнөргә лә ярамай икән. Һуғыш ваҡыты бит. Кискә табан теге бабай аҙашып ҡалды. Бәхеткә күрә, миңә изгелекле бер ҡатын осраны. Мине шунда оҙатып ҡуйығыҙ инде, тип үтенәм. Ризалашты, тик әҙ булһа ла ризыҡ биреүемде һораны. Инәкәй тоҡсайға аҡ май һалғайны, шуны сығарып ҡулына тотторҙом. Хөкүмәт йортонда бер ҡатын ҡаршы алды. Ҡунырға өйөнә алып ҡайтты. Аяғымда туфли ине. “Көҙгө һыуыҡта былай йөрөй алмаҫһың, мин һиңә иҫке булһа ла йомшаҡ итек һәм йөн ойоҡ бирәм”, — тине ул.
— Иртәгәһенә поезға ултырып, оҙон юлға ҡуҙғалдыҡ. Башҡорт яугирҙәренә 12 вагон аҙыҡ-түлек алып барҙыҡ. Беҙҙе оҙатып йөрөүсе хәрбиҙәр тәртипте ҡаты ҡуйҙы, поезд туҡтап торған ваҡытта ла бер кемде вагондан сығарманылар. Сталинградтан 200 саҡрым арыраҡ урынлашҡан “Камышин” тигән станцияға барып төштөк. Юлда һуғыштың илгә ниндәй бәлә-ҡаза алып килгәнен күрҙек. Яу үткән ауылдар емерелгән, көл-күмергә әйләнгән йорттарҙың мөрйәләре генә һерәйеп тора. Етем ҡалған бала-сағаны вагондарға тейәп ҡайҙалыр алып китәләр. Шундай күренештәрҙән күңел тетрәнде.
Артабан юлыбыҙҙы аттарҙа дауам иттек. Байтаҡ юл үткәндән һуң, урман эсенә килеп индек. Ул саҡта дивизия ике көнгә ялға туҡтағайны. Иң беренсе беҙҙе Шайморатов үҙе ҡаршы алды. Башҡортостан халҡы исеменән ҡайнар сәләмебеҙҙе тапшырғас, ризыҡ тулы табынға саҡырҙылар. Генерал үҙе ултырманы. Ҡунаҡтарҙы ҡыҫтаны, өҫтәлдәр буйлап йөрөп, һалдаттарҙың арҡаһынан һөйә, “ошондай сая егеттәр менән дошманды дөмөктөрәбеҙ, бына күрерһегеҙ, еңеп ҡайтасаҡбыҙ”, тип күңелдәрен үҫтерә. Ул яугирҙәрҙең һәр ҡайһыһын телгә алды, исемдәре менән өндәште. Барыһы менән тиерлек таныштырып сыҡты, беҙ шуға шаҡ ҡаттыҡ. Шундай ҙа сабыр, түҙемле һәм аҡыллы кеше булыр икән. Ике көн булдыҡ бында. Атайҙарса йылы мөнәсәбәте өсөн башҡорт, татар егеттәренең генерал Шайморатовты нисек яратҡандарын күрҙек.
Полктар буйлап йөрөгәндә яугир яҡташтарыбыҙ беҙҙе һырып ала ла Башҡортостанда халыҡтың ни хәлдә йәшәүе хаҡында һораша, шунда уҡ хат яҙырға тотоналар. Бер-ике көндән яуға инәбеҙ, беҙҙең аманатты юғалтмағыҙ инде, кемдеңдер туғандарына яҙған был хаты һуңғыһы булыуы мөмкин, тиҙәр. Мин сумаҙан тултырып хат алып ҡайттым. Ауылдашым Мөхәммәҙийәр исемле һалдат мине эҙләп йөрөгән, тик нишләптер осраша алманыҡ. Быныһы бик тә үкенесле булды. Ул яуҙан ҡайта алманы, хәбәрһеҙ юғалды. Ә Туймазынан, Түбәнкүлдән саҡырылған ике яугир егет мине эҙләп тапты.
— Генерал Шайморатовтың яҡты һыны әле лә күҙ алдымда. Үҙе легендар командир, үҙе шул ҡәҙәре йомшаҡ һүҙле кеше. Дивизиялағы ҡыйыу һуғышсыларҙы ул тәрбиәләгән бит! Ләкин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала. Тарихи ғәҙеллек тантана итергә тейеш! Шуға ла мин “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән акцияны бөтөн күңелемдән хуплайым. Беҙгә уның кеүек ҡаһарман геройҙарыбыҙҙы күтәрә белергә кәрәк. Мин уны әле лә бөйөк кеше тип иҫәпләйем. Генерал Шайморатовты киләсәк быуындар ҙа оноторға тейеш түгел, — тип фекерен төйнәп ҡуйҙы данлы Туймазы ҡыҙы.
Хөкүмәт делегацияһы менән батыр яҡташтарыбыҙ янында булып ҡайтҡандан һуң, Фәүзиә ижтимағи тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. 1944 йылда фронттан яраланып ҡайтҡан ауылдашы Мөҙәрис Ғәниевкә тормошҡа сыға. Татыу ғүмер кисерәләр, үҙҙәре кеүек эшһөйәр биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Инде 88-се йәшенә аяҡ баҫҡан Фәүзиә апай әле төпсөк улы Фәнистең ғаиләһендә йәшәй.
— Әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ, — ти уның пенсия йәшендәге ҡыҙы Рәмзиә. — Ул тормошта беҙҙең өсөн бер маяҡ. Әле лә күҙенә генә ҡарап торабыҙ. Атайыбыҙ яу яраларынан иртәрәк китеп барҙы.
Фәүзиә апай Ғәниеваны ауылда һәм районда ихтирам итәләр.
— Онотмайҙар, ололап, ҙурлап торалар, — ти ул. — Хоҙайҙан шуны ғына теләйем: донъялар тыныс торһон, һуғыш касафатын башҡаса бер кемгә лә күрергә яҙмаһын, балаларыбыҙ именлектә, үҙҙәрен бәхетле тойоп йәшәһен.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 310

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497