Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зиннур ЙӘРМӨХӘМӘТОВ: “Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ”
Зиннур ЙӘРМӨХӘМӘТОВ: “Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ” Республикабыҙҙа алдынғы мәғариф учреждениеһы булып танылған БДУ-ның Сибай институты асылыуға быйыл 25 йыл тула. Ошо арауыҡта ул көньяҡ-көнсығыш төбәк халҡының ныҡлы таянысына әүерелде. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Был, әлбиттә, ата-әсә өсөн дә ҙур уңайлыҡ тыуҙырҙы. Ғөмүмән, төбәктең социаль хәленә, иҡтисадына ҙур ҡеүәт өҫтәне Сибай институты.
Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә бирелә. Юғары ҡаҙаныш, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалмай. Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлек сифатына иғтибар ныҡ артты, тикшеренеүҙәр даими үткәрелә. Былтыр декабрҙә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан уҙғарылған мониторинг һөҙөмтәһе буйынса Сибай институты сираттағы мәртәбә барлыҡ талаптарға яуап биргән уҡыу йорто тип билдәләнде.
Учреждениеның уңыш сере ниҙә? Юғары белем биреү тармағында ниндәй үҙгәрештәр бар? Талаптар нисек үтәлә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән институт директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы ЙӘРМӨХӘМӘТОВҡа мөрәжәғәт иттек.



– Тәүҙә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең баһаһы хаҡында һөйләһәгеҙсе, Зиннур Ғөбәйҙулла улы.
– Был учреждениеның, тикшереү үткә­реп, дәүләт аккредитацияһынан мәхрүм итеүе ихтимал, лицензияны тартып алып, эшмәкәрлекте туҡтатырға ла хоҡуғы бар. Һәр яҡлап юғары күрһәткестәргә өлгәшкән уҡыу йорттары ла һынауҙан азат ителмәй. Маҡсат – барлыҡ мәғариф учреждениела­рының дәүләт ҡуйған талаптарға яуап биреүе.
Тикшереү барышында барыһы ла иҫәп­кә алына: белем биреү кимәле, ғилми-ғәмәли эшмәкәрлек алып барыу-бармау, сығарылыш студенттарының артабан хеҙмәт урынын табыуы, уҡыу йортонда ғилми дәрәжәле уҡытыусыларҙың һаны һәм башҡалар. Ведомство мәғлүмәттә­ренән күренеүенсә, лицензиянан, аккредитациянан мәхрүм ителгән учреждение­ларҙың күбеһендә инфраструктураға бәйле етди проблемалар булған, йәғни уҡыу-лаборатория бүлмәләре, компьютер­ҙар, дәреслектәр, фәнни әҙәбиәт етерлек кимәлдә тип табылмаған.
Сибай институтына килгәндә, федераль хеҙмәттең беҙгә ҡарата дәғүәһе юҡ, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге барлыҡ талаптарға яуап бирә. Был йәһәттән, һис шикһеҙ, коллективтың берҙәм маҡсатта эш алып барыуын билдәләргә кәрәк. Дөйөм көскә таянып, мониторингты гелән уңышлы үтәбеҙ. Уҙған йыл башында, мәҫәлән, ете күрһәткестең алтыһын юғары кимәлдә үтәп, илдең байтаҡ мәғариф учреждение­һын ҡыуып үттек, һәм институт һөҙөмтәле эшләгән уҡыу йорто тип билдәләнде.
Беҙҙә ғилем туплаған, тәрбиәләнгән белгестәр республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә уңышлы хеҙмәт итә, уларға ихтыяж ҙур. Сығары­лыш студенттарының эшкә урынлашыу күрһәткесе – 98 процент. Араларында яуаплы вазифа биләгәндәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Сибай прокуроры, ҡала суды рәйесе, Бөрйән районы хакимиәте баш­лығы заманында беҙҙең институтта белем алды. Ошо уҡыу йортон тамамлап, урындарҙағы идаралыҡтарҙа уңышлы етәкселек иткәндәр ҙә бихисап. Ғөмүмән, беҙҙең белгестәр төплө белеме, яҡшы тәртибе, коллективҡа яраҡлаша, кешеләр менән аралаша белеүе менән айырылып тора.
– Тиҙҙән яңы уҡыу йылына студенттар тупланасаҡ. Буласаҡ абитуриент­тарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Ҡабул итеү кампанияһы 1 апрелдә эшен башланы. Әле ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтар ҡабул ителә. Сығарылыш класс уҡыусыларының күбеһе хәҙер яҡындағы юғары уҡыу йорттарына өҫтөнлөк бирә. Баш ҡалаға юлланып та, аҙаҡ беҙгә күсергә теләк белдергәндәр байтаҡ. Ағымдағы уҡыу йылына күҙ һалғанда ғына ла, Сибай институты ситтә белем алған 100 студентты үҙенә ҡабул итте.
Уҡыу йортоноң сайтында (әйткәндәй, ул да Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан ыңғай баһа алды) абитуриенттар өсөн кәрәкле барлыҡ мәғлүмәт бирелгән. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: бәғзе юғары уҡыу йорттары, эшмәкәрлеген туҡтатырға ҡу­шылһа ла, хеҙмәтләндереүен дауам итергә тырыша, хатта түләүле нигеҙҙә яңы төркөмдәр йыйыу юлына бара. Шуның өсөн бик иғтибарлы булырға, учреждение­ның лицензияһы, аккредитацияһы бар­лығына ныҡлы инанырға кәрәк. Беҙҙең Сибай институтын һайлаһағыҙ, һис шикһеҙ, яңылышмаҫһығыҙ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
– Буласаҡ студенттарға уҡыу йор­тоноң уңыштары хаҡында ла һөйлә­һәгеҙ ине.
– Уларҙы һанай башлаһаҡ, йәмғеһе бер көн кәрәк булыр. Шуға бер нисәһенә генә туҡталып үтәйек. Һуңғы осорҙа “Ғә­мәли математика һәм информатика” йүнәлеше буйынса белем алған студенттар айырыуса шатландыра. Мәҫәлән, II курс­тан Виктор Плис менән Фәнзилә Хәсәнова тәүҙән үк үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүгә өлгәште, бихисап интернет-проектта ҡатнашып килде. Күптән түгел иһә 1С программаһы буйынса төбәк ярышында еңеп, Мәскәүҙә уңышлы сығыш яһанылар. Талантлы студенттар институтта үҙ лабораторияһын асты. Уларға программасыларға мохтажлыҡ кисергән ойошмалар мөрәжәғәт итә.
Юридик факультет студенттары күптән түгел депутат Павел Крашенинниковтың саҡырыуы буйынса Дәүләт Думаһында практика үтте. “Инглиз филологияһы” йүнәлеше буйынса белем алғандар иһә Германия, Бөйөк Британия, АҠШ, Бразилия, Һиндостан илдәрендә тәжрибә туплай. Иҡтисад факультеты студенттары “Enactus” халыҡ-ара конкурсына әҙерләнә. Әйткәндәй, был бәйгелә еңеүҙәр булды: уҙған йылдарҙа егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ Сингапурҙа, Ҡытайҙа Рәсәйҙең намыҫын лайыҡлы яҡланы. Яңыраҡ тағы бер ҡаҙанышҡа өлгәштек: студентыбыҙ Әлиә Әминева “Әсә теле-2016” конкурсында II урын алды.
– Яңы уҡыу йылында студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыры­ласаҡмы?
– Һис шикһеҙ, заманса үҫешкә, камил­лыҡҡа ынтылыу төп маҡсат булып ҡала. Әле институтта биш факультет, уҡыу-методика һәм ғилми бүлек, 15 кафедра, өс уҡыу залы булған китапхана, уҡытыу-методика кабинеттары, компьютер кластары, заманса йыһазландырылған аудиториялар, ашхана, хәүефһеҙлек хеҙмәте, тренажер залы һәм башҡалар бар.
Студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эш­мә­кәр­легенә иғтибар көслө. Һәләттәрҙе фәнни ижадҡа “егеү”, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, яңы идеяларҙы тормошҡа ашы­рыуға этәргес биреү – һәммәһе лә киләсәк мәнфәғәтендә башҡарыла. Институтта заман технологиялары киң ҡулланыла.
Уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге хеҙмәт баҙарындағы ихтыяж менән тығыҙ бәйле. Ниндәй белгестәргә талап ҙур, шундай­ҙарҙы әҙерләйбеҙ, яңы йүнәлештәргә лицензия юллайбыҙ. Эш биреүсе ойошма-предприятиелар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылған. Әле беҙгә, мәҫәлән, инженерҙар, экологтар етешмәй. Бының сәбәбе – көньяҡ-көнсығыш төбәктә техник белемле кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорто булмау. Беҙҙең йәштәрҙең һәммәһенең дә алыҫта урынлашҡан ҡалаларға юлланырға мөмкинлеге юҡ бит. Ошоно күҙ уңында тотоп, күптән түгел Сибайҙың киң профилле һөнәри колледжы етәксе­леге менән тау сәнәғәте белгестәрен әҙерләү буйынса кластер төҙөү тура­һындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Маҡсатҡа ярашлы, технология факультетында уҡыу лабораторияһы төҙөнөк, үҙебеҙҙең автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү өсөн кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ. Һөҙөмтәлә институт биләмәһендә тау машиналары һәм ҡорамалдары полигоны төҙөлә башланы.
– Күптән түгел үткәрелгән тура бәй­ләнештә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибай институты тураһында һорау биргән кешегә бик йылы яуап ҡайтарҙы, белем усағына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. Төбәк етәксеһенең бындай һүҙҙәре коллективты тағы ла ҡанатландырып ебәр­гәндер?
– Һис шикһеҙ. Рөстәм Зәки улы Сибай институтында бер нисә тапҡыр булды. Төбәк етәксеһе беҙҙең эшмәкәрлекте хуп­лай, даими булышлыҡ күрһәтә. Ҙур ышанысты һис шикһеҙ аҡларға бурыслыбыҙ. Сибай институты артабан да йылдам үҫеш кисерергә, көньяҡ-көнсығыш төбәк кенә түгел, ә республика, ил өсөн терәк-таяныс булырҙай белгестәр әҙерләргә бурыслы.
– Сибай институты асылыуға 25 йыл тула. Ошо арауыҡта белем усағының төп маҡсаты нимә булды тип һанай­һығыҙ?
– Институт көньяҡ-көнсығыш төбәктәге мөһим проблеманы – юғары белемле кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен – ыңғай хәл итте.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Зиннур Ғөбәйҙулла улы!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512