Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көтөү яланға сыға
Көтөү яланға сыға Ауыл ерендә халыҡ ҡура тултырып мал аҫрай. Был шөғөл хуплауға лайыҡ. Ҡар иреп бөтә һәм ҡыш буйы кәртәлә торған малды йәйләүгә сығарыу ваҡыты ла етә. Мал аҫрау өсөн көтөү осоро айырыуса әһәмиәтле һәм яуаплы.

Хәстәрлекле хужа үҙенең малын көтөүгә сығарыр алдынан уларҙы ныҡлы әҙерләргә тейеш. Ветеринария законы буйынса, һауын һыйырҙарынан һәм көтөүгә ҡуша торған үгеҙ малынан бруцеллез ауырыуын тикшерер өсөн ҡан алына, шулай уҡ туберкулезға һәм эмкар ауырыуҙарына ҡаршы прививка яһала.
Башҡа мәшәҡәт эштәр ҙә күп: ҡуштояҡ малдарҙың үҫкән тырнағын тигеҙләп ҡырҡырға, һыйырҙың мөгөҙө осло икән, осон бысырға, ҡайһы берәүҙәренең оҙон, ергә тейеп торған ҡойроғон тубығы кимәленән ҡалдырып киҫергә лә онотмағыҙ.
Малды тәүге аҙна-ун көндә иртән бесән һәм ашлы һыу менән туҡландырып көтөүгә ҡыуығыҙ. Ас мал өлгөрөп етмәгән йәшел үләнде артыҡ ашап, эсе күбеп ауырыуы ла ихтимал. Башта малды оҙаҡ көтмәҫкә һәм алыҫҡа ҡыуырға ярамай.
Көтөүлектә малдың ятып ял итер урынын алдан тикшереп сығырға кәрәк. Ҡояшлы ваҡытта уларға ағастар ышыҡ булһын. Һыу эсереү урыны ла көтөүлектән әллә ни алыҫ булмаҫҡа тейеш.
Эҫе көндәрҙә малды көтөүгә иртә таңдан ҡыуырға һәм төштән һуң кискә тиклем көтөргә кәрәк. Малды өс-дүрт тапҡыр һыу эсереү файҙалы.
Ял иткән урыны әҙ генә ауышыраҡ булһа, таҙалыҡты һаҡларға бик уңайлы. Әгәр малың ауырыҡһынып торһа, ә инде көтөүгә өйрәнеп бөтмәгән, тәүге быҙаулаған танаңды ике-өс көнгә һуңлап ҡыуһаң да яҡшы, сөнки баштағы мәлдәрҙә малдар һөҙөшә, йүгерә һәм башҡа төрлө хәрәкәт яһай.
Мал үҙенә кәрәкле үләнде эҙләп, көтөүлектә генә тороп ҡалмай, ары китә һәм иген сәсеүлектәрен дә тапап күп зыян килтерә. Ҡайһы берәүҙәр малын көтөүгә ҡыумай — иреккә ебәрә. Был игенлеккә тағы ла нығыраҡ зарар итә.
Үрҙә яҙғандарыма өҫтәп түбәндәгеләрҙе еткерәм. Әгәр мал сәсеүлекте тапап, игенгә төшһә, уның хужаһына штраф һалына. Бынан тыш, бикләп ҡуйылған малды ике-өс көн эйәһе килеп алмаһа, уларҙы ит комбинатына оҙатырға ла күп һора­маҫтар. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр хужа малын ауыл Советына иҫәпкә ҡуймаған булһа, юғалған йәки зыян күргән осраҡта, уны бер кем дә эҙләмәйәсәк һәм яуап бирмәйәсәк.
Малдарығыҙ һәр саҡ туҡ булһын, күп һөт һәм артым бирһен, юғалмай көҙгә тиклем йөрөһөн!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513