Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-ат яуаплы булғанға...
Ир-ат яуаплы булғанға...Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы — әсә булыуҙа. Шуға күрә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә әсәләрҙе тәбрикләү изге йолаға әүерелгән. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төрлө райондарынан йыйылған алтмышҡа яҡын гүзәл затҡа “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы.
— Республиканың барлыҡ ир-аты исеменән һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым. Һаулыҡ, уңыштар, иң мөһиме — балаларығыҙ сәләмәтлеге, уларға белем биреү, яҡшы кеше итеп үҫтереү мөмкинлеге булыуын теләйем, — тине.
Башҡортостан Президенты беҙҙә күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең дәүләт социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Был йәһәттән республикабыҙ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырыла. Беҙҙә 34 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Үҙебеҙсә уларға ярҙам итергә тырышабыҙ: түләүһеҙ ер бүләбеҙ, матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Күберәк ярҙам итке килә лә бит, тик мөмкинлектәребеҙ сикле, уны үҫтерергә кәрәклеген аңлайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әсәләр иһә үҙ сиратында Президентҡа һәм республика етәкселегенә ярҙам һәм иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Үҙҙәренең ғаиләләре һәм балалары тураһында һөйләне. Октябрьский ҡалаһынан Эльвира Бәширова — алты бала әсәһе.
— Минең өс ҡыҙым һәм өс улым бар. Улар һеҙҙең ҡулығыҙҙы ҡыҫыуҙы, ә башҡа әсәләрҙе байрам менән ҡотлауымды һораны, — тине ул. — Награданы ирем менән дә бүлешәм, сөнки ҙур ғаиләлә барлыҡ нәмә менән уртаҡлашып йәшәү күнегелгән. Әгәр ир-ат яуаплы булмаһа, был тиклем бала табырға баҙнат итмәҫ инек.
Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында йәшәүсе Рәзинә Мөхәмәтова биш балаға ғүмер биргән. Венер, Эдуард, Алгиз, Айназ һәм Наилә үҫә татыу ғаиләлә. Үҙе ауыл клубы хеҙмәткәре, ире — водитель. Ғаиләләренә етерлек мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Әлбиттә, хужалыҡта төп ярҙамсы — малайҙар.
— Иң ҡиммәтле байлығым, ҡыуанысым һәм йыуанысым — балаларым. Янымда улар булғанда барлыҡ ауырлыҡтар онотола. Бер ҡасан да күп бала менән ауыр тип уфтанғаным булманы, киреһенсә, рәхәтләнеп йәшәйем, — ти әсә, балалары менән ғорурланып.
Бүләкләнеүселәр республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән. Араларында һәр ваҡыттағыса балаларға, мәҙәниәткә, халыҡҡа яҡын һөнәр эйәләре — уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ашнаҡсылар, гәзит ташыусылар бихисап ине. Әйткәндәй, был юлы награда алыусылар араһында 5500-сө миҙалдың эйәһе лә булды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505