Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таштың да тарихы бар
ВКП(б) Үҙәк Комитеты партия архивтарын булдырыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул иткәс, уны үтәү йөҙөнән ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты партия ойошмалары архивын булдыра. Тап ошо ҡарар дәүләт архивы эшмәкәрлегенә нигеҙ һала ла инде. Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин да бөтә партия ағзаларына революция һәм партия тарихы буйынса материалдар йыйыу кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт итә. Архив материалдарының бер өлөшө хәтернамәләр һәм биографиялар бүлегендә һаҡлана һәм тикшеренеүселәр, тарихсылар, шулай уҡ илебеҙҙең, республикабыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бик күп мәғлүмәттәргә эйә. Бында тупланған материалдар — республикабыҙҙың милли ҡаҙанышы.
Архив материалдарын туплау барышында айырым фондҡа бүленгән документтар йыйылмаһы барлыҡҡа килгән. Был документтар фәнни-техник яҡтан эшкәртелгән, архивтың яңы методика буйынса белешмә-мәғлүмәт фонды булдырылған. Партия архивының документтары ғилми-тикшеренеү һәм нәшриәт эше өсөн нигеҙ булып тора. Партархив хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында төрлө йыйынтыҡтар сығарыла.
Бөгөнгө архивсылар, документтар менән эшләүҙең ни тиклем ауыр ҙа, яуаплы ла икәнен белеп һәм өлкән быуын хеҙмәткәрҙәренең милли, мәҙәни мираҫты һаҡлауға индергән өлөшөнөң баһалап бөткөһөҙ булыуын аңлап, уларҙы хөрмәт менән иҫкә ала. Өлкән коллегаларыбыҙҙың эшенә ихтирам, быуындар күсәгилешлелеге — беҙҙең хеҙмәттең тиҫтәләрсә йылдар уңышлы эшләп килеүенең нигеҙ ташы.
Архив документтарына ихтыяж бик ҙур. Республикабыҙҙың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары кәрәкле мәғлүмәттәр менән ваҡытында тәьмин ителә. Фән докторҙары һәм кандидаттары, ғилми хеҙмәткәрҙәр, аспиранттар, уҡытыусылар һәм студенттар ретроспектив мәғлүмәтте даими ҡуллана.
Архив документтарын файҙаланыу эше күп яҡлы. Нәҡ уның буйынса дәүләт архивы тураһында ғына түгел, ә республиканың бөтә архив хеҙмәте тураһында фекер йөрөтәләр. Кешеләрҙе ҡабул итеү, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының, бигерәк тә ябай граждандарҙың — һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының мөрәжәғәтенә ваҡытында яуап биреү — быларҙың барыһы ла хеҙмәтебеҙҙең кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында һөйләй. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың үҙенең шәжәрәһен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы көсәйҙе. Был йәһәттән дә эшебеҙ күп яҡлы.
Беҙҙең архивта ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағылышлы материалдар ҙа бихисап. Пенсия реформаһына бәйле граждандарҙың һорау-ғаризалары ла йылдан-йыл арта. Хеҙмәт стажын асыҡлау, льготаға хоҡуҡ биреүсе төрлө дәүләт наградаларын дәлилләү буйынса мөрәжәғәттәр күп.
Архив документтары күргәҙмәләргә ҡуйыла, уларҙы матбуғатта, радио-телевидениела файҙаланалар. Хеҙмәткәрҙәребеҙ республикала уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ихлас ҡатнаша. Беҙ йыл да республикала байрам һәм юбилей көндәре, һөнәри байрамдар һәм юбилей даталары календарын төҙөүҙә ҡатнашабыҙ.
Республиканың гәзит-журналдары редакциялары, профсоюз ойошмалары, сәйәси партиялар һәм хәрәкәттәр бөгөнгө көндә Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы фондын тулыландыра. Ветерандар советтары һәм комитеттарының документтарына ла мөһим урын бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы күптәрҙең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Бигерәк тә йәш быуындың күңелендә еңеүселәргә ҡарата хөрмәт-ихтирам тәрбиәләү мөһим. Шуға күрә һуғышта ҡатнашыусылар тураһында шәхси мәғлүмәттәр айырым әһәмиәткә эйә. Улар беҙҙә бихисап һәм тарих өсөн үтә мөһим документтар тупланған. Мәҫәлән, фронтовиктың хәрби юлы, һуғыштан һуңғы хеҙмәт йылдары хаҡындағы яҙма хәтирәләре, фронтта, эштә һәм ғаиләһендә төшкән фотоһүрәттәре — шуларға бер дәлил. Архивыбыҙҙа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың, халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә эшләүселәрҙең шәхси материалдарынан йыйылған фонд бар. Был юҫыҡта эш артабан да дауам итәсәк.
Таштың да тарихы була, тигән боронғолар. Тарихыбыҙҙы һаҡлап, беҙ, архивсылар, иң тәүҙә киләсәк тураһында хәстәрләйбеҙ.
Әбүзәр ӘБҮЗӘРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивының бүлек етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507