Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 12 – 18 мартҡа йондоҙнамә
Аҙна башы ҡатмарлы. Ҡылыҡтарығыҙҙың һаҡ булыуы фарыз – ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе күрмәй ҡалмаҫтар, тип уйламағыҙ. Бер нәмәне лә йәшерә алмаҫһығыҙ, һөҙөмтәлә бик күңелһеҙ ваҡиғаларға тарыуығыҙ ихтимал. Эскерһеҙ, ихлас булырға тырышығыҙ.
Хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы осор. Бигерәк тә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бәйләгән кешеләрҙең килешеүгә барыуы еңел. Алдан һиҙеүсәнлек яҡындарығыҙ менән низағлашыуҙан һаҡлар, уларҙың теләк-хыялдарын алдан күҙаллап, күңелдәрен күрерһегеҙ.
Аҙна аҙағында хис-тойғоларға бирелеүсән булып китерһегеҙ, әммә айыҡ аҡыл да талап ителәсәк. Ҡылыҡтарығыҙҙың сәбәбен асыҡлай алмай йонсорһоғоҙ. Әгәр ҙә быларҙың осона сыға алаһығыҙ икән, киләсәктә байтаҡ проблемаларҙан ҡотоласаҡһығыҙ.

Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)

Бик үк уңышлы көндәр түгел, ҡаршылыҡтар күп. Кешеләр менән уртаҡ тел таба алмай йонсорһоғоҙ. Ижади йәһәттән күтәрелеш кисерерһегеҙ, ҡыҙыҡлы фекерҙәр тыуыр.

Буға
(21.04 – 21.05)

Алға барыш һиҙелә. Әммә дөрөҫ юлдан атлайһығыҙмы? Бер аҙ туҡтап, уйлап алығыҙ. Хаталарҙы ваҡытында төҙәтә барыу зарур.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)

Хәл итәһе мәсьәләләр ифрат күп. Етмәһә, дошмандарығыҙҙы тейешенсә баһалап бөтмәйһегеҙ.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)

Күптән башлаған эштәрегеҙҙе теүәлләй торған көндәр. Киләсәккә пландар ҡороғоҙ. Эргәгеҙҙә теләктәштәрегеҙ күп, шуға ла күңелегеҙ тыныс.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)

Бығаса хәл итергә тура килмәгән, сәйер проблемаларҙы хәл итерһегеҙ. Был тәжрибә йәһәтенән бик әһәмиәтле.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)

Эштә лә, өйҙә лә ҡатмарлы осор. Күптәр һеҙгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерер, әммә яңынан-яңы эштәр өҫтәргә лә онотмаҫ. Финанс проблемалары ла буласаҡ.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)

Ярайһы уҡ уңышлы аҙна. Әлбиттә, ваҡыты-ваҡыты менән ҡаршылыҡтар булыр, әммә уларҙы еңел хәл итерһегеҙ.

Саян
(24.10 –22.11)

Һәр йәһәттән ҡыҙыҡлы, ыңғай аҙна. Һөнәри үрҙәрҙе яулау менән бер рәттән, килемдәрегеҙ артыр. Әммә шәхси тормошта күнелһеҙлектәр булыуы ихтимал.

Уҡсы
(23.11 – 21.12)

Бер сиктән икенсеһенә бәрелерһегеҙ, шик-шөбһәгә батырһығыҙ. Дөрөҫ юлдан барғанығыҙҙы белеп тә, йүнәлеште һаҡлау ауыр булыр.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)

Аҙна башы уңышлы. Был осорҙо етди, төплө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙаланығыҙ. Кешеләргә ҡарата түҙемлерәк булыу талап ителә.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)

Көтөлмәгән ҡаршылыҡтар һеҙҙең тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыуы ихтимал. Кешеләр менән мөнәсәбәт асыҡлағансы, үҙегеҙҙең кәйеф-торошоғоҙҙо, үҙ-үҙегеҙҙе тотошоғоҙҙо аныҡ баһалағыҙ.

Балыҡ
(20.02 – 20.03)

Эштәр йә һәйбәт, йә насар барыр. Шулай ҙа емешле хеҙмәт өсөн ифрат уңышлы осор. Ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518