Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тимер сөйгә ҡот ҡунмай
Тимер сөйгә ҡот ҡунмай ... Фуат Йомағужин бала сағынан уҡ белемгә ынтылып, уратып алған тирә-яҡ менән ҡыҙыҡһынып үҫә, ойоштороу эштәрендә, сараларҙа һәр саҡ беренсе була. Шуға ла кисә генә мәктәп тамамлаған егеткә күрше ауылда кескәй балаларҙы ғына түгел, тиҫтерҙәрен, хатта үҙенән олораҡтарҙы уҡытырға ышанып тапшыралар. Бында төрлө спектаклдәр ҙә ҡуйып, уларҙа төп ролдәрҙе башҡарып йөрөй ул. Йырҙар ижад итә, фольклор йыя.

Артабан белем алыу теләге уны Ҡазанға алып китә. Химик һөнәрен үҙләш­тереп ҡайтҡас, Фуат заводҡа эшкә бара, әммә производствола булған авария сәбәпле йәнә тыуған яғына ҡайта һәм ғүмере ахырынаса яҡташтарына белем бирә, мәктәп коллективын етәкләй. Йырҙар ижад итә, бер үк ваҡытта халыҡтың рухи хазинаһын туплау эшенән дә ситтә ҡалмай.
Бына шундай төрлө яҡлап талантлы шәхес булараҡ уйыла ул яҡташтары күңе­лен­дә. Иң мөһиме, маҡарҙар Фуат ағайҙы бөгөн дә иҫкә ала, уның рухына бағышлап саралар ойоштора. Мәҫәлән, “Аҡ күгәрсен” фольклор-вокал фестивале – быға асыҡ дәлил. Шуныһы һөйөнөслө: бер ауыл сиктәрендә генә башланғыс алған конкурс тиҙ арала район кимәленә тиклем үҫешә. Сара баш­ланырға бер көн ҡалғас, ҡатнашырға теләк белдергән коллективтар һаны ғына ла ике тиҫтәгә яҡынлаша. Хәлбүки, шәхесте бөтә район белә, ярата. Заманында ул яҙған “Шатлыҡ” йырын бар йәш-елкенсәк йырлап йөрө­гән!
— Бындай шәхестәребеҙ — район­дың йөҙөк ҡашы, уларҙың ижады, башҡарған эштәре, һис шикһеҙ, йәш быуында ла йәшәргә тейеш, — тип билдәләне был йәһәттән район хакимиәте башлығы­ның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева.
Хәйер, шуныһы ҡиммәт: бер шәхес рухын яҡтыртыуға ғына ҡайтып ҡалманы фестиваль. Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Юрматы” фольклор коллективының “Соҡор йорт буйын­дағы йыйын” исемле тамаша менән асылып китте конкурс. Тик артабан етеш­һеҙ­лектәр күҙгә салынды: кемдер йолаларҙы бутап ташланы, бәғзеләр регламент төшөнсәһен онотоп китте. Хәйер, һәүәҫкәрҙәр бит, күҙ йоморға ла мөмкиндер. Миңә ҡалһа, йыйылған кескәй балаларға халҡы­быҙҙың рухи хазинаһын һең­дереүгә өлгәшеү – үҙе ҙур бәхет.
Балалар тигәндән, тәр­биәүи мәлдәре күп булды конкурстың. Мәҫәлән, “Кәкүк сәйе”, “Һандыҡ сере” һымаҡ йола күренештәрендә быуындар бәйләнеше сағылыш тапты. Шулай уҡ “ҡунаҡ ҡаршыланы”, “килен тө­шөр­ҙө”, “бәпес үҫтерҙе”­ ҡатнашыусылар. Әйткәндәй, Фуат Йомағужин үҙе ике балаға атай була. Ҡыҙы педагогиканы һайлаһа, Фаяз Йомағу­жин — республикала билдәле журналист.
Шуныһы ҡиммәт: халыҡ ми­ра­ҫын йыйып ҡына ҡал­май, уны таратыуҙа ла ҙур эш башҡара химик-фольклорсы. Мәҫәлән, “Ҡарға бут­ҡаһы” йолаһына яңы һулыш өрөүҙә Фуат ағайҙың роле сикһеҙ. Был тамашаны жюри фатиха­һына Биксәндән килгән “Хазина” тәҡдим итте.
Коллективтар араһында фольк­лор­ҙы йыр-бейеүҙә, күңел асып ял итеүҙә генә түгел, хеҙмәт күренеш­тәре аша ла данлаусылар булды. “Өй йыуыу өмәһе”, “Серле биҙәктәр”, “Септә һуғыу”, “Тула баҫыу”, “Һағыҙ ҡайнатыу” һымаҡ йолалар халҡы­быҙҙың элекке көнкү­решен күҙал­ларға ярҙам итте.
Шулай ҙа конкурста ма­ҡарҙарға етеүсе булманы. Юғары кимәлдәге әҙерлекле йолаларҙы еренә еткереп күрһәтә алған коллективтар­ҙы (“Әхирәттәр”, “Ағинәй­ҙәр”, балалар хоры) жюри гран-при менән баһаланы. Яҡташтары рухына тап төшөрмәне Маҡар артистары, афарин!
Айырым һүҙ — яңғыҙ башҡарыу­сылар хаҡында. Береһенән-береһе матуры­раҡ сығыштар булды. Биге­рәк тә иң кескәй башҡарыусы — 6 йәшлек Азалия Кинйә­баева менән иң өлкәне Рәйлә инәй Ҡолмырҙина иғтибарҙы йәлеп итте. Нисәмә быуын берләште был сарала!
— Конкурстың дауамлы булыуын теләргә генә ҡала, — тип билдәләне жюри ағзаһы ҡурайсы Юлай Ғәйнет­динов.
…Конкурс барышындағы бер күренештә шундай һүҙҙәр ҡолаҡҡа салынып ҡалды: “тимер сөйгә ҡот ҡунмай”. Химия өлкәһен үҙ итһә лә, Фуат Йомағужин халҡыбыҙҙың рухи донъя­һына ғашиҡ булып, мәңгелек хазинаны бөртөкләп йы­йыу­ға, һаҡ­лауға тос өлөш индерә. Ә бөгөн беҙ технологиялар яҡтылыҡ тиҙлеге менән алға киткән тимер гаджет-роботтар баҫып алған заманда йәшәйбеҙ. Интернет ашар икмәктәй көндәлек күренешкә әйләнде, тик… Фуат ағай һымаҡ, рухиәте­беҙгә урын ҡалдырабыҙмы көнитмешебеҙҙә бындай заманда? “Аҡ күгәрсен”дәр йышыраҡ оялаһын йөрәге­беҙҙә. Юҡһа, тимер сөйгә әйләнгән күңелдәребеҙҙән ҡот китер. Ә ул бер китһә…









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509