Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асылына хыянат итмәне
Асылына  хыянат итмәне Гүзәл ханым, полиция подполковнигы, бүлек етәксеһе Әлмира Аҡйегетова эске эштәр органдарына хеҙмәткә йәшләй генә килде. 1994 йылда баш ҡаланың Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығындағы кадрҙар бүлегенә урынлашты. Шул осорҙан алып үҙенең маҡсатына бер ваҡытта ла хыянат итмәне. Быға шәхси сифаттары ла ярҙам иткәндер, күрәһең. Ул һәр саҡ ихласлығы һәм итәғәтлелеге, ныҡышмаллығы һәм ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо. Стенограф һәм психолог булараҡ та уңышҡа өлгәште.
Эштә бай тәжрибә тупланы, хеҙмәттән айырылмайынса юридик белем алды. Был Әлмира Миңғариф ҡыҙына һөнәри үҫештә булышлыҡ итте. 2008 йылда ул Дәүләт власы объекттарын һаҡлау идаралығында кадрҙар етәксеһе итеп тәғәйен­ләнде. Эске эштәр министр­лығында өлкән инспектор булып эшләгән осорҙа ла һайлаған юлына тоғро ҡалды.
Кешенең профессиональ оҫта­лығы һәм тырышлығы бер ва­ҡытта ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 2013 йылда уны Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтындағы даими состав менән комплект­лау бүлегенә етәкселек итергә саҡырҙылар. Быйылдан иһә ул – кадрҙар бүлеге етәксеһе урынбаҫары.
Әлмира Миңғариф ҡыҙы – һәләтле етәксе. Ул кешеләрҙе аңлап, улар менән эшләй белә. “Изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигәндәй, уны хеҙмәттәштәре лә ярата, ихтирам итә. Ике ҡыҙы Асия менән Лилиәгә күркәм тәрбиә биргән, ейәнсәре Самираны һөйөп туя алмай, кейәү­ҙәре менән дә аңлашып, татыу йәшәйҙәр.
Яҙ һайын Әлмираның тәҙрә төбөндә хуш еҫле гөлдәр сәскә ата. Ул үҙе лә сәскә кеүек тирә-яҡтағыларға күңел йылылығын, ихласлығын өләшә.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518