Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булат ЙОМАҘИЛОВ: “Бер вазифаға ла еңеллек эҙләп килмәнем”
Булат ЙОМАҘИЛОВ: “Бер вазифаға ла еңеллек эҙләп килмәнем” Кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһе йәмғиәтебеҙ өсөн көндән-көн мөһимерәк була бара. Был йүнәлештә хеҙмәтләндереү менән хәҙер күптәр мәшғүл, сөнки эш етерлек, халыҡ та закон көсөнә, ғәҙеллек тантанаһына нығыраҡ ышана башланы. Мәнфәғәттәребеҙ саҡ ҡына һанға һуғылманымы, төрлө өлкә буйынса айырым вәкил аппараттарына, депутаттарға, юристарға мөрәжәғәт итә һалабыҙ. Төбәк парламенты депутаты һәм юрист булараҡ Булат Ғүмәр улы Йомаҙиловҡа граждандарҙың хоҡуҡи юҫыҡтағы бик күп һорауҙарына яуап эҙләргә, проблемаларын хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашырға тура килә. Уның менән әңгәмәлә бөгөнгө йәмғиәтебеҙгә хас юридик ихтыяждар һәм уларҙы ҡәнәғәтләндереү юлдары хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Булат Ғүмәр улы, һеҙгә йышыраҡ ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр?
– Депутат булараҡ ҡабул ит­кәндә күптәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, социаль хеҙмәт­лән­дереүгә ҡағылышлы үтенестәр менән килә. Быйыл Ҡалтасы һәм Краснокама райондарындағы һайлаусыларым менән осраш­ҡай­ным. Юлдарҙы, күперҙәрҙе йүнә­теүҙә, торлаҡ шарттарын яҡ­шыр­тыуҙа, урамдарҙы яҡтыр­тыуҙа, балалар баҡсалары төҙөүҙә ярҙамға өмөт итеүселәр булды. Иҡтисади йәһәттән тотороҡһоҙ заманда, ҡағиҙә булараҡ, эшкә урын­лаш­ты­рыуҙы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә фатир йә йорт юллауҙы һораусылар ҙа арта.
Мөрәжәғәт иткән һәр кемгә тейешле консультация бирелә, барыһы ла ентекле аңлатыла, әлбиттә. Ҡайһы бер пробле­ма­ларҙы урында уҡ хәл итәбеҙ, ҡал­ғандарын йә үҙем, йә ярҙам­сы­ларым шәхси контролгә ала. Минеңсә, кешеләр киләһе көндә­ренә өмөт менән ҡараһын, үте­нестәренең яуапһыҙ ҡалмаҫына ышанһын өсөн властың барлыҡ кимәлдәре лә эшен сифатлы баш­ҡарырға, әүҙем, һиҙгер булырға тейеш. Ауыр хәлдә ҡалғандар үҙен яңғыҙ тоймаһын, бер ниндәй кәртәләрҙән дә ҡурҡып тормаһын ине. Беҙ, депутаттар, йәмғиәттәге проблемаларға ҡаршы көрәшер өсөн һайланғанбыҙ. Хоҡуҡ яҡлау­сы булараҡ та “Беҙҙең эш – кешеләргә ярҙам итеү” тигәнде иҫтән сығармайым.
– Әлеге осрашыуҙарҙа әйтел­гән мәсьәләләр буйынса сара күрә башланы­ғыҙмы?
– Эйе, сөнки уларҙың күбеһен оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Иң киҫкен мәсьәләләр буйынса депутат мө­рәжәғәттәре әҙерләнде. Мәҫәлән, республиканың Юл хужалығы идаралығына – күперҙәрҙе төҙөк­ләндереү, Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лығына – фельдшер-аку­шерлыҡ пунктын япмау, Мәғариф министрлығына ауыл мәктәбен Интернетҡа тоташтырыу үтенесе еткерелде.
Ер участкалары алып, шәхси йорт һалыусылар күп хәҙер. Уларға өй туйлағансы бихисап тупһаны тапарға, тауҙай ҡағыҙ мәшәҡәттәрен атҡарырға тура килә. Ярҙам һорап беҙгә мөрәжәғәт иткән ғаиләләр байтаҡ ҡына. Төп проблемаларҙың береһе электр тәьминәте булыуын иҫәпкә алып, төрлө ойошмаларға, дәүләт органдарына яңы участкаларға сым һуҙыу буйынса хат яҙҙыҡ. Сит ауыл­ға йөрөп уҡырға мәжбүр ба­лаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҡайһы бер мәктәптәргә яңы автобус бүлеү мәсьәләһен дә күтәрҙек. Социаль йәһәттән яҡланмаған­дарҙы муниципаль торлаҡҡа урынлаштырыу мөмкинлеген хәл итеү тураһында мөрәжәғәтебеҙгә лә яуап көтәбеҙ.
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайға өҫтәмә һайлауҙа ҙур айырма менән еңеп, депутат мандаты алғайнығыҙ. Эшегеҙ ҡәнәғәтләндерәме? Ғөмүмән, депутат ниндәй булырға тейеш?
– Халыҡ вәкиленең эшмәкәр­леге төрлө мәсьәләләрҙе, халыҡ­тың тын алышын яҡшы белеүҙе талап итә. Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ, мәғариф, мәҙәниәт – бер өл­кә лә ят була алмай беҙгә. Ҡану­ниәт, әлбиттә, мәктәптән һуң бер ниндәй уҡыу йорто бөтөрмәгән кешегә лә депутатлыҡҡа һайланыу хоҡуғы бирә, әммә, минеңсә, халыҡ вәкиленә юғары йәки урта махсус белем мотлаҡ. Юридик әҙерлеге бар икән, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки был вазифалағы эш закондар сығарыу менән бәйле.
Һөнәри белемдән тыш, депу­татҡа тормош тәжрибәһе лә кәрәк. Һайлаусылары менән осрашырға, мөнәсәбәттәр ҡорорға, ярҙамға өмөт иткәндәрҙе ыңғай һөҙөмтәгә ышандырырға тейеш бит ул. Урынһыҙ үтенестәрҙе ипләп кенә кире ҡағырға өйрәнеү ҙә еңел бирелмәй.
“Ҡәнәғәтһегеҙме?” – тинегеҙ. Эйе, ҡайһы бер һөҙөмтәләрҙән, ә дәрәжәмдән түгел. Депутатлыҡҡа эшләргә тип килдем. Халыҡҡа хеҙмәт итергә. Минең белемем дә, тәжрибәм дә закон сыға­рыуҙа ҡатнашыу өсөн бик ҡулай. Мөмкинлектәремде республикам, ватандаштарым мәнфә­ғәтендә файҙаланыу маҡсатында һайлан­дым Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайға. Бер вазифаға ла үҙемә еңеллек эҙләп барманым.
– Һеҙҙең адвокаттар берләш­мәһе халыҡҡа бушлай юридик хеҙмәт тә күрһәтә...
– Был йәһәттән тәжрибәбеҙ ҙур ғына. 2007 йылдан бирле беҙҙең коллегалар аҙнаһына ике тапҡыр Рәсәй Президентының йәмәғәт­селекте ҡабул итеү бүлмә­һендә халыҡты түләүһеҙ хеҙмәт­ләндерә. Бына бөгөн бөтә Рәсәй буйынса Бушлай юридик консультация көнө ойошторола, адвокаттар коллегия­һының Башҡортос­тандағы барлыҡ филиалдары ҡатнаша ул эштә. Башҡа көндәрҙә ҡабул итеү графигы менән Баш­ҡор­тостандың Адвокаттар пала­таһы сайтында (www.ap-rb.ru) таны­шырға мөмкин.
Йәмғиәттәге именлеккә хеҙмә­тебеҙ һиҙелерлек өлөш индерә, тип иҫәпләйем. Хәстәрлегебеҙ, әлбиттә, адвокатура тураһындағы федераль ҡануниәткә нигеҙләнгән, Баш­ҡортостан Башлығы Хаки­ми­ә­тенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың, республикалағы ветеран ойошмалары берлегенең эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле. Власть органдары менән бергә дөйөм изге эште атҡарабыҙ.
– Яугирҙәргә, өлкән быуынға айырыуса хөрмәт менән ҡара­ғанығыҙ һиҙелә...
– Эйе. Был, беренсенән, моға­йын, һуғыш ветеранының улы булыуымдан киләлер. Атайым шанлы һәм данлы осорҙоң утлы өйөр­мәһен үтеп сыҡҡан бит: Сталинград, Воронеж яҡтарындағы алыш­тарҙа, Калинин өлкәһендәге яуҙар­ҙа, Украинаның Киев, Харьков ҡа­ла­ларын азат итеүҙә ҡат­нашҡан. 1943 йыл аҙағында бик ҡаты контузия алғас, оҙаҡ дауа­ланғандан һуң тыуған яғына ҡай­тарылған ул. I дәрәжә Ватан һуғы­шы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа ми­ҙалдары, бүтән наг­рада­лары хәҙер ҡәҙерле аманат булып һаҡлана.
Икенсенән, беҙҙең хеҙмәттең тарихы легендар шәхес, “Ҡара генерал” ҡушаматы менән сит илдәрҙә лә билдәлелек алған ҡыйыу партизан Даян Баян улы Мурзиндың биографияһына тығыҙ бәйле: ул 1969 – 1986 йылдарҙа, йәғни 17 йыл, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы рәйесе вазифаһын башҡарған.
Өсөнсөнән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға бурыслымын. Әйткәндәй, беҙҙең Башҡортостанда кешеләр, бигерәк тә ветерандар дәүләт тарафынан башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда күберәк хәстәрлек күрә һымаҡ. Эш буйынса сит өлкә һәм респуб­ликаларҙа йөрөгән саҡта был фекерем нығына ғына.
– Ҡырым Республикаһында ла эшмәкәрлек алып бараһығыҙ бит әле. Унда кеше хоҡуҡтарын яҡлау кимәле нисегерәк?
– Башҡортостандың ҡурсауына алынған Белогорск районында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты сифатында халыҡты ҡабул итеү ойошторғайным. Хо­ҡу­ҡи юҫыҡта ҡатмарлы мәсьәлә­ләр бик күп унда, сөнки, Украинанан айырылып, беҙҙең илгә ҡу­шылғас, Ҡырым һәм Севастополь Рәсәй ҡануниәте буйынса йәшәй башланы. Беҙ, Башҡор­тостан республика адвокаттар коллегияһы ағзалары, үҙебеҙҙең уставҡа үҙгә­рештәр индереп, Ҡырым халҡын закон нигеҙендә хеҙмәтләндерергә керештек. Белогорск районында, Севастополь, Симферополь, Керчь ҡалаларында филиалдары­быҙ бар хәҙер. Ҡайһы бер адво­каттарыбыҙ Рәсәйҙең яңы төбәк­тәренә ғаиләһе менән күсеп барҙы, тотороҡло эшләп йөрөйҙәр, сөнки белемен, һәләтен күрһәтеп өлгөр­ҙөләр. Урындағы халыҡтан рәхмәт кенә ишетәбеҙ.
Әйткәндәй, күрше төбәктәрҙә лә филиалдарыбыҙ асылған. Мәҫәлән, Силәбе һәм Свердловск ҡалаларында.
– Шикле ойошмаларҙан кредит алып, бурысҡа батыусылар, коллекторҙарҙың ҡорбанына әйләнеүселәр тураһында һуңғы осорҙа йыш ишетелә. Һеҙҙең ундай күренештәрҙе бөтөрөү йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәрегеҙ бар шикелле...
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаттары микрофинанс ойошмаларының эшмәкәр­леген етди контролгә алды, етешһеҙ­лектәр буйынса сара күрелә. Юғары процент ставкалары менән бурысҡа аҡса биреп, халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламын бөлгөн­лөккә төшөргән нымыҫһыҙ эшҡы­уарҙарҙан һаҡла­ныу маҡсатында өс федераль законға үҙгәреш индереү хаҡында тәҡдимдәр әҙерләнде. Атап әйткәндә, микрофинанс ойошмаларын мотлаҡ лицензиялау. Был Рәсәй Банкына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына уларҙы контролдә тотоу мөмкин­леген бирәсәк. Әле бит заемдар таратыу менән шөғөлләнгән ҡайһы берәүҙәрҙе финанс ойошмала­рының дәүләт реестрында тер­кәлмәүе арҡаһында енәйәт яуап­лылығына тарттырып та булмай.
Коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген көйләүгә килгәндә, был йәһәттән республикала ла, федераль ки­мәлдә лә ҡануниәт камиллаш­тырыуға мохтаж. Донъя прак­тикаһын ҡараһаҡ, бурыстарҙы ҡайтартыу хеҙмәттәре күп илдәрҙә бар. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла коллекторҙар ҡәтғи талаптарға ярашлы эш итә, закон алдында яуаплылыҡ тоя. Беҙҙәгеләр иһә маҡсатына өлгәшеү өсөн төрлө аҙымға бара, ояттың да, ҡур­ҡыу­ҙың да, йәлләүҙең дә ни икәнен белмәй. Шунлыҡтан һуңғы осорҙа коллектор агентлыҡтары тарафынан ҡылынған мутлыҡтар, янауҙар, шантаж, туған-тыумасаны ҡуҙғы­тыу, төндә өйгә баҫып инеү, милекте тартып алыу хаҡында йыш ишетәбеҙ. Халыҡ күп осраҡта өндәшмәй ҡала, урындағы власҡа һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй. Был иһә намыҫһыҙ коллектор­ҙарҙы шашындыра ғына.
2011 йылда уҡ Дәүләт Дума­һында коллектор хеҙмәттәренең эшмәкәрлеген көйләүсе закон проекты тикшерелгәйне. Бурыслылар менән түләттереүселәрҙең үҙ-ара бәйләнеше, коллектор агент­лыҡ­тарының эш шарттары һәм яуап­лылығы тураһында һүҙ барһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабул ител­мәне ул. Минеңсә, бөгөн тап шундай закон проектын көн тәртибенә сығарырға кәрәк.
Коллектор ойошмаларының эшмәкәрлеген күҙәтеүҙе һәм контролдә тотоуҙы Рәсәйҙең Юстиция министрлығы үҙ иңенә алһа, бик яҡшы булыр ине. Был йәһәттән ҡайһы бер бурыстарҙы урындағы үҙидара органдарына һәм граждандар менән банктар араһындағы бәхәстәрҙе яйға һалыу өсөн иле­беҙҙә 2010 йылда булдырылған финанс омбудсмендары институтына йөкмәтергә мөмкин. Тик һуң­ғыларының вәкәләттәрен арттырыу, улар өсөн билдәләнгән 300 мең һумлыҡ сикте киңәйтеү талап ителә.
– Адвокат ярҙамына өмөт иткәндәр ҙә ҡайһы саҡта алданып ҡуя. Был турала ни әйтер­һегеҙ?
– Юридик хеҙмәттәр баҙарының бөгөнгө торошо менән танышбыҙ. Эйе, осраҡлы кешеләр бар, хатта махсус белеме булмағандар ҙа үҙен хоҡуҡ яҡлаусы итеп күрһәтә. Был өлкәлә рөхсәтһеҙ шөғөл­ләнгәндәрҙең күбәйеүе, араларында элек енәйәт яуаплылығына тарттырылған, хатта йән ҡыйған кешеләрҙең дә килеп сығыуы хафаландыра. Юл-транспорт ваҡи­ғаһына эләккәндәргә, хәрби хеҙ­мәткә барғыһы килмәгәндәргә, кредитын түләй алмағандарға ярҙам вәғәҙә итеп, аҡса һуғыусылар ишәй­ҙе. Хәл ҡатмарлы, сөнки иле­беҙҙә әлегә юридик хеҙмәттәрҙең сифатын контролдә тотҡан һөҙөм­тәле механизм юҡ.
“Юристар күп, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы адвокат була алмай”, – тип әйтәм йыш ҡына. Профессиональ адвокат бурыстарын һәм хоҡуҡтарын яҡшы белергә, үҙенең ярҙамына ышанған кешене яҡлау­ҙы аныҡ, оҫта итеп ойошторорға, азат булырға, фәҡәт законға буйһонорға тейеш. Был эшмә­кәрлек күп яҡлы, ифрат ҡатмарлы. Оҙаҡ йылдар адвокатурала хеҙмәт иткәс, төрлө кимәлдәге суд процестарында ҡатнашырға тура килде. Ябайҙары ла, ауырҙары ла осраны. Тап ғәҙәти булмаған эштәр профессионалды һынай, камилла­шыуға этәрә. Том-том китап аҡ­тарып, юридик мәсьәлә­ләрҙе, суд практикаларын өйрәнеп, адвокат үҙенең белемен, тәжрибәһен һәм абруйын арттыра ла инде.
– Ялға, яратҡан шөғөлдә­регеҙгә ваҡытығыҙ ҡаламы былай?
– Эшебеҙ тәрән кисерештәр, көсөргәнешле эш менән бәйле, шуға ла Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы һәм Республика адвокаттар коллегияһы ағзалары ҡатнашлығында спорт-һауыҡ­тырыу саралары үткәреүҙе йолаға әүерелдерҙек. Был коллективты бер маҡсатҡа туплау йәһәтенән дә әһәмиәтле.
Мәҫәлән, ошо ай башында ғына Архангел районының Абҙан ауылында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия полкы командиры полковник Сәйфулла Хәбиров иҫтә­легенә ойошторолған район-ара волейбол турнирында ҡатнаштыҡ. Артабан 200-ләп адвокатыбыҙ Өфөнөң Киров районындағы спорт-һауыҡтырыу сараһында көс һынашты. 17 апрелдә йәнә беҙҙең Адвокаттар палатаһы башланғысы менән Туймазы ҡалаһында йәштәр араһында төбәк-ара кикбоксинг турниры уҙғарыласаҡ. 2-3 июндә иһә хеҙ­мәттәштәребеҙ Һамар өлкә­һенә бильярд ярышына юлла­нырға тейеш.
Үҙемә килгәндә, йәш саҡтан бокс, ауыр атлетика менән ма­уыҡтым, парашют менән һикерергә яраттым. Улдарым да боксты, кикбоксингты, парашют спортын үҙ итте. Ҡыҙым иһә гимнастикаға, бе­йеүгә ылыҡты. Ғөмүмән, ғаилә­беҙ менән ялды файҙалы үткә­рергә, спорттан ҡәнәғәтлек алырға күнеккәнбеҙ.
Йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүеше, физик әҙерлек, әүҙемлек өлгөһө күрһәтергә, уларҙың күңе­лендә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләргә тырышам. Халҡыбыҙ эскелек, тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәттәрҙән, битарафлыҡтан арын­һын, үҙен көс менән дә, хоҡуҡи йәһәттән дә яҡларға өйрәнһен тип теләйем.
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар юлдаш бул­һын!

Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509